Халҡыбыҙҙың “атанан күргән – уҡ юнған” тигән тапҡыр һүҙҙәре нәҡ Мирҡәсим Шәймәрҙәнов хаҡында әйтелгән тиерһең. Умартасы шөғөлө уға атаһы Мулланур Хөснимәрҙән улынан күскән. Ҡала мөхитендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, милләттәшебеҙ инде дүрт тиҫтә йыл умарта тота, татлы һәм шифалы ризыҡ менән ғаиләһен, туғандарын һәм дуҫ-иштәрен ҡыуандыра.
Мирҡәсим Мулланур улы сығышы менән Краснокама районының боронғо ауылдарының береһе Иҫке Йәнйегеттән. Ағиҙелдең Камаға ҡойған ерендәге был биләмәләр тарихтан Гәрәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре булараҡ билдәле. Мирҡәсим — Совет осоронда алдынғы хужалыҡ булып танылған “Ағиҙел” колхозын үҫтереүгә күп көс һалған Тутыя апай менән Мулланур ағай Шәймәрҙәновтарҙың биш балаһы араһында нәҡ уртансыһы.
Тиҙҙән алты тиҫтәһен тултырасаҡ ир-уҙамандың тормошо йәштәштәренән әллә ни айырылмай. Йорт-ҡуралағы үҙенә төшкән эштәрҙе теүәлләгәс, йәйҙәрен тиҫтерҙәре менән Ағиҙелдә һыу ҡойоноп, балыҡ ҡармаҡлап, яҡындағы урман-ҡырҙарҙа бәшмәк һәм еләк йыйып, ҡыштарын сана һәм саңғы шыуып, сәкән һуғып үҫә. Бар яҡтан да тиерлек маҡталып, һигеҙенсе класты тамамлай. Был тарафтарҙа “ҡара алтын” һәм газ сығарыусыларҙың ҡеүәтле техникаһы ныҡ һоҡландырған үҫмер егет автомеханик булыу теләге менән ата-әсәһе фатихаһын ала ла Нефтекамалағы нефть техникумына юллана.
Һайлаған һөнәрен яратып үҙләштергәс, хәрби бурысын үтәп ҡайта. Артабан биш йыл яһалма күн етештереү берекмәһендә мастер булып эшләй, шунан тиҫтә ярым йыл ғүмерен бөтә илгә билдәле “КамАЗ” машиналары эшләп сығарған автозаводҡа бирә: ябай слесарҙан алып цех начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә, дәртләнеп профсоюз ойошмаһына ла етәкселек итә. Ҡыҫҡаһы, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы яңыса иҫкән заман елдәре заводҡа ҡыҫҡартыуҙар алып килгәс, инде ике балалы ғаилә башлығы булған һәм бишенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан Мирҡәсим Мулланур улы үҙ эшен асып ебәрә. Еңел автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм төҙәтеүҙе бөгөн дә уңышлы дауам итә.
Замандашыбыҙҙың рәсми хеҙмәт юлын шулай ентекләп тасуирлауҙың сәбәбе нимәлә тиерһегеҙ. Яуап ябай: әрменән ҡайтҡас та егет күңеле тартҡан тағы бер шөғөлгә – бал ҡорто бағыуға ныҡлап тотона һәм, ҡала шарттарының ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, бына 40 йыл уны төп эше менән бергә алып бара. Башланғыстарын бар йәһәттән дә хуплап ҡабул иткән хәләл ефете Рәйлә Әбүбәкер ҡыҙы менән ныҡлап кәңәшләшкәндән һуң, бына тигән фатирын Нефтекаманың яңы биҫтәһендәге шәхси йортҡа алмашыуы ла шул нескә билдәрҙе хәстәрләүҙән.
Ауылда үҫкән ир-уҙаманға яңы йәшәү урынында киң мөмкинлектәр асыла. Өйөн заманса итеп йыһазландыра, ер эштәрен үҙ иткән ҡатыны өсөн емеш-еләк баҡсаһы йәйелдерә, мунса һәм гараж йүнләй. Иң мөһиме — бал ҡорттарын ҡышлатыу өсөн махсус урын булдыра, умарта кәрәк- ярағы яһау өсөн оҫтахана хәстәрләй. Ваҡытында атаһынан, ниндәйҙер кимәлдә ҡайныһынан үҙләштергәндәрҙе үҙ эшендә ныҡлап ҡуллана башлай.
Балдың файҙаһына күптән инанған ҡортсо бер яҡтан күңеленә яҡын шөғөлдән оло ҡәнәғәтлек алһа, икенсе яҡтан яҡындарын һәм дуҫ-иштәрен татлы ризыҡ менән ҡыуандыра. Етештергән балын һатыу өсөн мәшәҡәтләнеп тә йөрөмәй ул: намыҫлы хеҙмәт емешен бер татып ҡарағандар үҙҙәре өйөнә килә. Сит ил вәкилдәренең дә балын һоратып алдырыуҙарын ғәҙәти хәл тип ҡабул итә Мирҡәсим Мулланур улы. Теләгәндәргә прополис һәм уның нигеҙендә үҙе әҙерләгән май, кәрәҙле бал да тәҡдим итә татлы шөғөл оҫтаһы.