Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихлас хәстәрлек өлгөһө
Бөгөн балыҡсылар тураһында ярайһы күп һөйләйбеҙ. Әммә тәбиғәткә зыян килтергән браконьерҙар тураһында ла оноторға ярамай, минеңсә.

Ҡармаҡ менән тот­ҡан­дан балыҡ кәмемәй. Һуңғы йылдарҙа иһә ау, йылым, электр ҡармағы менән аулау бермә-бер арта төштө. Сәбәбе нимәлә? Беренсенән, баҙарға барып йәнең теләгән ауҙы һатып алырға мөмкин. Икенсенән, һыу ятҡылыҡтарын һаҡлаған инс­пек­торҙарҙың хәле әллә ни шәптән түгел. Уйлап ҡарағыҙ: алты-ете районға берәү яуап­лы. Ниндәй көрәш тураһында һүҙ барһын инде?!

Ошолар хаҡында уйлап йөрөгәндә, бер танышымды осраттым. Азат Миңлеғәлиев атлы егет. Браконьер­ҙарҙы ене һөймәй, шуғалыр ҙа уларға ҡаршы шәхси ойошманы етәкләй. Йәмәғәт башлан­ғысында эшләгән­лектән, бөтә кәрәк-яраҡ үҙҙәренеке. Моторлы кәмәләре менән йылға-күл буйҙарына сығып, браконьерҙарҙы күҙәтәләр, ауҙарын тартып алалар, тейешле органдарға хәбәр итәләр һ.б. Ғөмүмән, тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерә егеттәр.

Шул уҡ ваҡытта миҙалдың икенсе яғы бар бит әле: ниңә ошондай хәстәрлекле, маҡ­сатлы кешеләргә тейешле органдар аҙ булһа ла ярҙам ҡулы һуҙмай икән? Мәҫәлән, яғыулыҡ менән тәьмин итергә мөмкин бит. Тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға, һыуҙарыбыҙҙа балыҡ булһын өсөн көрәшкән ирекмәндәргә дәрт­ләндереү сараһы булды­рырға кәрәк тәһә. Йәнә ирекһеҙҙән шул хаҡта уйлап ҡуяһың: егеттәр үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя бит. Мәҫәлән, Ҡомлокүл буйында таңдан көтөп ултырып, 25 ау тартып алғандар бер мәл.

– Бергә йөрөгән иптәштә­ремә рәхмәт: ямғыр аҫтында ҡалһалар ҙа, өшөһәләр ҙә, эшен аҙағына еткерә беләләр, – ти Азат Миңлеғәлиев.
Егеттәр һәр эшкә полицияны, прокуратураны йәлеп итә. Рейдтар үткәреп, ҡорамалдар һатылған кибеттәрҙе лә тикшерәләр, тәртип боҙған­дарҙы яуапҡа тарттырырға ярҙам итәләр. Фиҙакәр эштәрендә уңыштар юлдаш булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 1 029

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 1 107

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 1 086

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 1 394

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 1 449

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 1 388

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 1 436

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 1 293

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 1 223

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 1 134

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 1 296