Бөгөн балыҡсылар тураһында ярайһы күп һөйләйбеҙ. Әммә тәбиғәткә зыян килтергән браконьерҙар тураһында ла оноторға ярамай, минеңсә.
Ҡармаҡ менән тотҡандан балыҡ кәмемәй. Һуңғы йылдарҙа иһә ау, йылым, электр ҡармағы менән аулау бермә-бер арта төштө. Сәбәбе нимәлә? Беренсенән, баҙарға барып йәнең теләгән ауҙы һатып алырға мөмкин. Икенсенән, һыу ятҡылыҡтарын һаҡлаған инспекторҙарҙың хәле әллә ни шәптән түгел. Уйлап ҡарағыҙ: алты-ете районға берәү яуаплы. Ниндәй көрәш тураһында һүҙ барһын инде?!
Ошолар хаҡында уйлап йөрөгәндә, бер танышымды осраттым. Азат Миңлеғәлиев атлы егет. Браконьерҙарҙы ене һөймәй, шуғалыр ҙа уларға ҡаршы шәхси ойошманы етәкләй. Йәмәғәт башланғысында эшләгәнлектән, бөтә кәрәк-яраҡ үҙҙәренеке. Моторлы кәмәләре менән йылға-күл буйҙарына сығып, браконьерҙарҙы күҙәтәләр, ауҙарын тартып алалар, тейешле органдарға хәбәр итәләр һ.б. Ғөмүмән, тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерә егеттәр.
Шул уҡ ваҡытта миҙалдың икенсе яғы бар бит әле: ниңә ошондай хәстәрлекле, маҡсатлы кешеләргә тейешле органдар аҙ булһа ла ярҙам ҡулы һуҙмай икән? Мәҫәлән, яғыулыҡ менән тәьмин итергә мөмкин бит. Тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға, һыуҙарыбыҙҙа балыҡ булһын өсөн көрәшкән ирекмәндәргә дәртләндереү сараһы булдырырға кәрәк тәһә. Йәнә ирекһеҙҙән шул хаҡта уйлап ҡуяһың: егеттәр үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя бит. Мәҫәлән, Ҡомлокүл буйында таңдан көтөп ултырып, 25 ау тартып алғандар бер мәл.
– Бергә йөрөгән иптәштәремә рәхмәт: ямғыр аҫтында ҡалһалар ҙа, өшөһәләр ҙә, эшен аҙағына еткерә беләләр, – ти Азат Миңлеғәлиев.
Егеттәр һәр эшкә полицияны, прокуратураны йәлеп итә. Рейдтар үткәреп, ҡорамалдар һатылған кибеттәрҙе лә тикшерәләр, тәртип боҙғандарҙы яуапҡа тарттырырға ярҙам итәләр. Фиҙакәр эштәрендә уңыштар юлдаш булһын!