Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Таң менән сыҡ күлдәргә...
Таң менән сыҡ күлдәргә...Таңдың ҡыҙғылт нурҙары уйнай, ҡоштар сутылдаша, ваҡ балыҡтар ҡарпып китә... Ә күл йоҡлай. Үҙ донъяһындағы һиллектән кинәнгән мәле. Ярҙағы ағастар ҙа, ымшанырға ла ҡыймағандай, тынып ҡалған. Илаһилыҡ...
Ҡапыл ҡабыҙылған мотор тауышы барыһын да боҙҙо. Тертләп уянып киткән күл, ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндәй, тулҡындарын ярға ҡаға башланы. Кәмәбеҙ тәүҙә бер урында өйрөлөп-өйрөлөп алды ла алға елдерҙе. Һалҡынлығы! Бөтөн тәнде үтә һуҡҡан һыуыҡты тойоуға, юлдаштарҙан ишеткән хәбәр бөтөнләй һеңгәҙәтә һуҡты кеүек: “Бынау жилетты кейеп алығыҙ. Кәмә түңкәрелеп китһә...” Бөттөм!..
Дерелдәп килә торғас, башымды күтәрәм. Юлдаштарымдың йөҙө ҡәнә­ғәт, тыныс, ә күл ярында – ғәжәйеп ма­турлыҡ: алыҫтан таң нурына мансылған Өфө йылмайһа, эргәлә Алексеевканың береһенән-береһе күркәм йорттары сәләм яуҙыра, янда ғына өйрәктәр йөҙөп йөрөй. Ана ҡондоҙ үтеп китте, баш осонда ҡаҙҙар ҡаңғыл­даша... Ажар күл дә, һалҡын һулышын бөркһә лә, тынысланып ҡалғандай.
Дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа сыҡҡанбыҙ. Уларға, ғүмерен һыуҙа үткәргән кешеләргә, бындағы һәр урын, боролош таныш. Мәҫәлән, инспектор Александр Деньгиндың ойошмала эшләүенә май башында егерме йыл тулған. Хаҡлы ялға сығыр мәле етеп килһә лә, уҙамандың егеттәрсә дәрт-дарманына ҡарап, үҙен һис кенә лә пенсионер тип күҙ алдына килтереп булмай. Бына әле лә ул тирә-яғына һынамсыл етди ҡараш ташлап килгән еренән, ҡулындағы “бесәй” тип аталған һыуҙың төбөн сапсығыс ниҙелер эләктергәнен тойоу менән, һикереп торҙо: “Ау!” Шул ыңғайы бәйләп ҡуйылған бер яҡ осон бысаҡ менән өҙә һалып, ауҙы тартып сығара башланы. Бына ҡайҙа ул балыҡ! Бер-бер артлы эләккән меҫкендәр. Күбеһе һаман тыпырсына, кәмәгә инеп ятҡас та әйләнеп-тулғана.
Оҫта рәссам булыуы өҫтөнә шәп балыҡсы тигән даны таралған Нәсих Хәлисов сыҙамай йүгергеләп йөрөй: “аһ” та “уһ” килеп ғәжәпләнергә лә, инспекторҙың етеҙ хәрәкәттәрен “шылт-шылт” фотоға төшөрөргә лә өлгөрә. Меҫкен балыҡтарҙың байтағы үлгән. Ә яңы ғына эләгеп, иреккә ашҡын­ғандарын йәһәт кенә ысҡындырып, һыуға кире ебәрә барҙылар.
– Был ауҙың өҫтөнә икенсеһе лә ҡоролған дабаһа, – тине уңарсы Александр Николаевич. – Береһе – буйға, тегенеһе арҡырыға һуҙылған.
Йөҙәр метрлыҡ ике ауҙы ысҡын­дырып бөтөү байтаҡ ваҡытты алды. Эште тамамлап, ҡоралды яңынан һыуға ырғытып, ултырып та өлгөрмәнек, һиҙгер “бесәй” йәнә “ҡорбан”ын эләк­терҙе. Был ауҙы хужалары ҡарап өлгөргән икән – буп-буш.
– Әйҙә, күлдең Ағиҙелгә ҡушылған еренә барып киләйек, – тип ҡабаландырҙы Александр Николаевич. – Тап шул урында балыҡ мул йөрөгәс, ау ҙа күп була торған. Бер юлы йылғаның үҙенә лә сығып, тикшереп үтербеҙ.
Юлда инспектор был Ҡарағайлы күленең элек “Ломоносов” тип аталғаны, йылға формаһында булғанлыҡтандыр, уны ситтән килгән ҡайһы берәүҙәрҙең Ағиҙел менән бутауы, сығанаҡтан байтаҡ инеш баш алып, бүтән һыу ятҡылыҡтары менән тоташтырыуы, төньяҡ ярҙа Лавочный тип аталған ауылдың эҙҙәре һаҡланыуы һәм башҡалар тураһында ихлас һөйләне. Алексеевка халҡы матур һәм балыҡҡа бай күлен шул ҡәҙәр ярата, һаҡларға тырыша икән. Ә ауҙы ситтәр килеп ҡора.
– Күп кеше, уңайлы мәлдән фай­ҙаланып, йәһәт табыш алырға тырыша. Әлеге мәлдә һыу ятҡылығындағы күренештәр – быға аныҡ миҫал, – тип борсолоп бәйән итте юлдашыбыҙ. – Ыуылдырыҡ сәсеп, ишәйергә ынтылған йән эйәләренә, шуның менән бергә тәбиғәтебеҙгә күпме зыян ителә! Файҙалы ризыҡты үҙ ауыҙыбыҙҙан үҙебеҙ өҙөү һымаҡ та килеп сыға. Ниғмәткә ҡомһоҙлоҡ менән ҡул һуҙып, тамырын ҡоротоуға өлөш индергәндәр дөйөм мәнфәғәт, халыҡ сәләмәтлеге, тәбиғәт именлеге тураһында, исмаһам, бер тапҡыр уйланғаны бармы икән? Алдынғы илдәрҙең күбеһендә балыҡ­тың төп ризыҡ булыуы күп нәмә хаҡында һөйләй бит.
Күл менән йылға ҡушылған ер, ысынлап та, ауҙан “тын да ала алмай” торған. Ныҡлап таҙартты был урынды инспекторҙар. Унан, алыҫтан уҡ ниҙер шәйләп, күл буйлап алға уҡталдылар. Баҡһаң, яр буйында бер нисә кеше палатка ҡороп йөрөй икән. Резина кәмәләре лә тора. “Моғайын, ҡармаҡ­тары барҙыр. Бушҡа йөрөмәйҙәрҙер”, – тигән шик менән инспекторҙар тегеләр янына китте. Әммә “буш ҡул” менән килделәр. “Ял итергә генә сыҡҡан былар. Бәйләнерлек бер ниҙәре лә юҡ. Әйткәндәй, әле кәмәнән ҡармаҡ һалырға ла ярамай”.
Ул арала “бесәй” сираттағы ауҙы сапсып алды. Аһ, елле суртан сығып килә! Баш бирмәй тыпырсынып, һыу сәсрәтеп, кәмәләге ирҙәрҙең бармаҡ­тарын тешләп алырға ла күп һораманы. “Биш-алты килолай булыр был!” – тип самалай һалып, йәһәтләп фотоға төшөрөп өлгөрҙө Нәсих ағай. Суртанды күмәкләп тиҙ генә “тотҡонлоҡ”тан ҡотҡарып, иреккә ебәрҙеләр.
– Ошо ауҙарҙы баҙарҙа 300 – 1000 һумға алырға мөмкин, тиҙәр. Һатыуҙа ирекле булғас, браконьерҙарҙың юлына нисек кәртә ҡуяһың инде? – тип көр­һөндө инспектор. – Уларҙың ҡорамал­дары ла беҙҙекенә ҡарағанда күпкә яңы, заманса. Беҙ иһә, рейдҡа сығабыҙ тиһәк, әлегеләй бай дуҫтарыбыҙҙан ярҙам һорайбыҙ, улар йәй – кәмәһен, ҡыш ҡаргиҙәрен биреп тора. Эшен мөкиббән яратҡан, унан башҡа йәшәй алмаған кешеләр ҡалды инде беҙҙә. Уйлап ҡарағыҙ: республиканың 54 районына – туғыҙ дәүләт инспекторы. Эштең ни ҡәҙәр тығыҙ икәнен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Бына миңә генә Өфө, Иглин, Нуриман, Благовещен, Кушнаренко райондары беркетелгән. Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Эҫем йылға­лары, Павловка һыу һаҡлағысы... Эш күләме ҙур булғанлыҡтан, көнө-төнө һыуҙабыҙ. Штаттан тыш инспектор, ремонт менән даими ярҙам иткән, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, рейдҡа сығырға һәр саҡ әҙер Григорий Кульбабчук, элек-электән бергә эшләгән, хәҙер инде үҙенең бизнесы булған дуҫым, “уң ҡулым” Леонид Елпаев, республиканың барлыҡ ер-һыуын биш бармағылай белгән, тарих менән бөгөнгөнө бәйләп бәйән итергә яратҡан Александр Заев һәм башҡа ир-уҙамандар – ныҡлы терәк-таянысым. Эйе, бурысына шул ҡәҙәр яуаплы ҡараған намыҫлы кешеләр эшләй беҙҙә.
...Туғыҙынсы ау һөйрәп сығарылғас, Ҡарағайлы күле тағы ла иркенерәк тын алып ебәргәндәй тойолдо. Баштағы кеүек ажарланмай хәҙер, иртәнге ҡояш нурҙарына иркәләнеп, кәмәне талғын ғына бәүелтә. Ә шулай ҙа хәүеф бөтмәгән икән әле. Алыҫтағы йәшел төҫтәге кәмәлә өс ирҙең йәһәт-йәһәт ау ысҡындырғанын шәйләп ҡалды инспекторҙар. Атылған уҡ тиҙлегендә шул яҡҡа остоҡ...


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 1

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 1

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә