Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
 Әбүбәкер Хикәйәнән өҙөк
...Бына беҙ улаҡ ише генә кәмәлә күл уртаһында ултырабыҙ. Һыу өҫтө тып-тын. Шулай ҙа саҡ ҡына ҡыймылдар хәл юҡ, “карабыбыҙ” ҡырынайырға ғына тора. Был хәл, күрәм, иптәшемә борсоу һала, ләкин һиҙҙермәй. Мин һағыраҡ ҡуҙғалырға тырышам. Әбүбәкерҙең ҡалҡыуысы әленән-әле батып ҡалҡа. Минеке ойоп тик тора. Сирткән һайын ул йә эре генә алабуға, йә сабаҡ һөйрәп сығара. “Ҡунағым ҡото был... — ти ул үҙ-үҙенә. — Анау йәмшек танау Ғаяз менән бер төшкәйнек, балыҡ әллә ҡайҙа ҡасып-боҫоп бөттө. Махмурҙан һуң ине теге нәмә. Балыҡтар шуның еҫенә сыҙаманы булыр. Мин үҙем дә саҡ-саҡ түҙеп ултырҙым. Һүҙ тыңлап ҡына эйәрткәйнем инде”.
Миңә бәләкәс кенә сабаҡ эләкһә, Әбүбәкер ихлас ҡыуана. “Ана ниндәй тосто эләктерҙе, — ти. — Бер эйәләшеп алһалар, һауып ҡына торорһоң әле”.
Әйтергә кәрәк, тәүге көндә лә, унан һуң да балыҡ көтөүе миңә ябырылманы. Ҡотом да, оһолом да самалыраҡ, ахыры. Өҫтәүенә, кәмәне сайҡалдырмайым тип, бөршәйеп ултырам. Был хаҡта Әбүбәкер иҫкәрткеләп тора.
Ҡояш ныҡ түбәнәйгәс, бер талай балыҡ бөтөнләй сиртеүҙән туҡтаны. Юлдашым күл ситендәге тәпәш өйгә күрһәтте. “Ана, анау бер тәҙрәһе былай ҡараған беҙҙең йорт. Бик иҫкерҙе. Быйыл һипләргә ҡул теймәне. Йәренгә һүтеп һалырға тура килер”. Тирә-яҡта йәнә балыҡ уйнай башланы. Беҙ ҡармаҡтарыбыҙға тотондоҡ. Мин тағы кинәтерәк ҡуҙғалдым шикелле. Кәмәбеҙ ныҡ ҡына сайҡалып алды. Үҙем дә ҡурҡып киттем. “Дуҫ, — тине Әбүбәкер тыныс ҡына, — май баҫҡан арт һаныңды самалабыраҡ, үлсәберәк ҡуҙғат, Ғайса йорто янындағы эскәмйәлә ултырмайһың, йәнең дә, тәнең дә тәрән һыу өҫтөндә. Әҙәм һыуға батһа, тәнен һөйрәп сығаралар, йәне тегендә тороп ҡала, сыҡмай. Йәне һыуға батҡан әҙәм ожмахҡа инмәй, ти”.
Бына ошондай дәлилдәр менән аңлатты ул беҙгә ниндәй ҡурҡыныс, ниндәй һәләкәт янауын.
Эңер алдынан ғына ярға сыҡтыҡ. Тотҡан балығыбыҙҙы Әбүбәкер, эреһе-вағы менән аралаштырып, ике тигеҙ өйөмгә бүлде:
— Күңелеңә оҡшағанын ал, дуҫ, — тине. Мин ҡаршы төштөм:
— Былай ғәҙел килеп сыҡмай, дуҫ. Мин ни бары ыбыр-сыбыр менән ҡалдым, һин һыҙырып һалдың. — Мин был һүҙҙәрҙе ихлас әйттем, әммә асылда уңайһыҙлыҡ та һиҙҙем.
— Ә нисек ғәҙел килеп сыға?
— Миңә әҙерәк, үҙеңә күберәк ҡуй.
— Һин күберәк тотһаң, шулай итер инеңме ни, дуҫ? Юҡ инде, дуҫ, һин мине гонаһҡа ҡотортма. Тиң дуҫтарҙың табышы ла, ҡазаһы ла тигеҙ бүленергә тейешле.
Бына ниндәй һабаҡ бирҙе миңә “иҫәр” Әбүбәкер. Оялыуҙан сәс төптәренән тир бәреп сыҡты. Мин дә, әлбиттә, тигеҙ бүлер инем. Эш ундамы ни? Был хәлдән тиҙерәк ҡотолоу өсөн бер өйөмдө тиҙ генә һауытыма күсерҙем.
Яр буйлап ҡайтып киләбеҙ. Беребеҙ ҙә өндәшмәй. Һүҙгә лә килешмәнек, тик һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Байтаҡ атлағас, Әбүбәкер башлап өндәште:
— Дуҫ, — тине, — “һимеҙ арт һан” тураһында ла, һинең табыш бүлеү бизмәнең хаҡында ла хәбәрҙе ситкә сығармайыҡ. Был донъяла дуҫ бар, дошман бар...
Бынан һуң күп тапҡыр балыҡҡа төштөк. Ҡотло көнө лә, ҡотһоҙо ла булды. Әммә татыулығыбыҙға туҙан да ҡунманы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509