Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Белореттар шулай ял итә
Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында инде традицияға әйләнгән ҡышҡы ат сабыштары уҙҙы. Унда Әзекәй, Рысыҡай, Аҙналы ауылдарынан һәм Әбйәлил районынан бәйгеселәр йыйылды.

Санаға егелгән ат менән 5200 метр арауыҡҡа уҙыштар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сабышта финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып Винарис Вәлиев үҙенең “Карат”ында, Эдуард Зәбиров “Буян”ында, Рәсүл Юлышев “Шоңҡар”ында үтте.

Икенсе урауҙа 3 йәшкә тиклемге йәш юртаҡтар уҙышты. Был урауҙа ла “Ялҡын” ҡушаматлы юртағы менән Винарис беренсе килде. “Алтын”да (хужаһы - Рим Абдуллин) Ғәзим Таһиров - II, Әбйәлил ҡунағы Яна Кузнецова III урынға сыҡты.

Өсөнсө урау - бәйге. Бәйгеселәр 6500 метрға уҙышты. I урынды - “Армат” ҡушаматлы атта (хужаһы - Әмир Йосопов) Эдуард Зәбиров, II урынды “Байрам”да (хужаһы - Рим Абдуллин) Ғәзим Таһиров һәм III урынды “Ҡара ат”та (ат хужаһы - Зиннур Ҡәҙерғолов) Сосновканан Альфред Мөхәмәтйәров алды. Эстафетала иһә әхмәрҙәр алдынғылыҡты бирмәне.

Ярыштар тамамланһа ла, ауыл халҡы таралышырға ашыҡманы. Балалар аттарҙа йөрөнө, ололар йәнле аралашыу алып барҙы. Ҡышҡы тәбиғәт ҡосағында ауылдың уңғандары бешергән тәм-томдар менән сәй эсеп, аш ашап, гармунға бейеп өлгөрҙөләр. Барыһы ла рәхәтләнеп ял иттеләр.



Автор: Римма Солтанова Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙға Мәскәүҙән һалҡын һауа торошо килә

Республикабыҙға Мәскәүҙән һалҡын һауа торошо килә 20.04.2026 // Йәмғиәт

Республикабыҙға Мәскәүҙән һалҡын һауа торошо килә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандан йондоҙло пар йәнә атай-әсәй булырға йыйына
Республикала май байрамдарында нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙ

Республикала май байрамдарында нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙ 20.04.2026 // Йәмғиәт

Быйыл май байрамдары бер аҙ ҡыҫҡараҡ була, күптәрҙе түбәндәге һорауҙар борсой: аҙнаһына алты көн ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән диндарҙар Мәккәгә һәм Мәҙинәгә оса ала

Өфөнән диндарҙар Мәккәгә һәм Мәҙинәгә оса ала 20.04.2026 // Йәмғиәт

Диндарҙарҙы Сәғүд Ғәрәбстанына хажға алып барыу программаһы әҙер, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең ......

Тотош уҡырға 1

Мане һәм Билал: республикала сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Мане һәм Билал: республикала сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 20.04.2026 // Йәмғиәт

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы ата-әсәләрҙең яңы тыуған балаларына ҡушҡан популяр һәм ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Башҡортостанда мәҙәниәттең матурлығын нисек асыуҙары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда мәҙәниәттең матурлығын нисек асыуҙары хаҡында һөйләне 17.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостанда бер юлы ике әһәмиәтле ваҡиға билдәләнә, уларҙың һәр береһе республикабыҙҙың ......

Тотош уҡырға 3

Башҡорт теленән диктантты 200 меңдән ашыу кеше яҙған

Башҡорт теленән диктантты 200 меңдән ашыу кеше яҙған 17.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт теленән диктантты 200 меңдән ашыу кеше яҙған...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсетенең быйыл уҡ эшләй башлауы ихтимал

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсетенең быйыл уҡ эшләй башлауы ихтимал 17.04.2026 // Йәмғиәт

Әлеге ваҡытта объектта фасадты биҙәү һәм быяла ҡуйыу эштәре алып барыла....

Тотош уҡырға 2

Стәрлетамаҡ предприятиеһында һәләк булған Сергей Громовтың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеләсәк

Стәрлетамаҡ предприятиеһында һәләк булған Сергей Громовтың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеләсәк 17.04.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ заводында янғынды һүндергәндә һәләк булған Сергей Громовтың ғаиләһенә тейешле ярҙам ......

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Еңеү көнөнә арналған парадтың икенсе репетицияһы үтте

Өфөлә Еңеү көнөнә арналған парадтың икенсе репетицияһы үтте 17.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнөнә арналған парадтың икенсе репетицияһы үтте...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт ҡурайы асыҡ диңгеҙҙә дельфиндарҙың иғтибарын йәлеп иткән

Башҡорт ҡурайы асыҡ диңгеҙҙә дельфиндарҙың иғтибарын йәлеп иткән 17.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ милли музыка ҡоралының тауышын «ел моңо» тип атайҙар....

Тотош уҡырға 2

Башҡортса диктант: халыҡ башланғысы нисек тел һәм рух байрамына әүерелде

Башҡортса диктант: халыҡ башланғысы нисек тел һәм рух байрамына әүерелде 17.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортса диктант: халыҡ башланғысы нисек тел һәм рух байрамына әүерелде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә