Белореттар шулай ял итә11.02.2019
Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында инде традицияға әйләнгән ҡышҡы ат сабыштары уҙҙы. Унда Әзекәй, Рысыҡай, Аҙналы ауылдарынан һәм Әбйәлил районынан бәйгеселәр йыйылды.

Санаға егелгән ат менән 5200 метр арауыҡҡа уҙыштар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сабышта финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып Винарис Вәлиев үҙенең “Карат”ында, Эдуард Зәбиров “Буян”ында, Рәсүл Юлышев “Шоңҡар”ында үтте.

Икенсе урауҙа 3 йәшкә тиклемге йәш юртаҡтар уҙышты. Был урауҙа ла “Ялҡын” ҡушаматлы юртағы менән Винарис беренсе килде. “Алтын”да (хужаһы - Рим Абдуллин) Ғәзим Таһиров - II, Әбйәлил ҡунағы Яна Кузнецова III урынға сыҡты.

Өсөнсө урау - бәйге. Бәйгеселәр 6500 метрға уҙышты. I урынды - “Армат” ҡушаматлы атта (хужаһы - Әмир Йосопов) Эдуард Зәбиров, II урынды “Байрам”да (хужаһы - Рим Абдуллин) Ғәзим Таһиров һәм III урынды “Ҡара ат”та (ат хужаһы - Зиннур Ҡәҙерғолов) Сосновканан Альфред Мөхәмәтйәров алды. Эстафетала иһә әхмәрҙәр алдынғылыҡты бирмәне.

Ярыштар тамамланһа ла, ауыл халҡы таралышырға ашыҡманы. Балалар аттарҙа йөрөнө, ололар йәнле аралашыу алып барҙы. Ҡышҡы тәбиғәт ҡосағында ауылдың уңғандары бешергән тәм-томдар менән сәй эсеп, аш ашап, гармунға бейеп өлгөрҙөләр. Барыһы ла рәхәтләнеп ял иттеләр.




Вернуться назад