Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Агрохоздар төҙөргә кәрәк
Советтар Союзы тарҡалыу менән завод-фабрикалар, колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡты. Предприятиеларҙың техникаһын, малын халыҡҡа бурыс һәм пай иҫәбенә тараттылар.

Бындай хәл Белорет районы­ның дүрт ауыл хужалығын да урап үтмәне, ил күргәнде беҙ ҙә иңебеҙҙә татыныҡ. Халыҡтың башын бутап, ерҙәрҙе лә дөрөҫ итеп бүлә белмәнеләр. Яңғыҙ йәшәгән 70, 80, 90 йәшлек әбей-бабай­ҙарға ла тәтене пай ере. Улар эш­кәртә аламы-юҡмы, унда эш­тәре юҡ ине, тик ер буш ятмаһын, аҡса эшләһә яраған. Һалым тота башлағай­нылар, ҡарттар түләй алмай булып сыҡты.

Үҙ көсөнә ышанған йәш егеттәр иһә фермер булып, мал үрсетеүгә тотондо. Уларҙың береһе лә Белорет районының “игенселек өсөн хәүефле төбәк” булыуы хаҡында уйланманы. Йәй, мал аҙығы әҙерләү ваҡыты етһә, айҙар буйы ямғыр яуа. Шулай ҡыҫҡа ваҡытлы миҙгел үтә лә китә.
Бөгөн ауыл хужалығын күтәреү өсөн бергәләшеп элекке колхоздар нигеҙендә агрохоздар төҙөргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына алға ынтылыш булыр.

Һуңғы йылдарҙа районда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү­селәр артты, ләкин уларҙың малы көтөүһеҙ йөрөй, халыҡтың сабынлығын тапай. Хәҙер ауыл урамында ла 30-40 башлап ат йөрөүе ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте.

Көҙ етһә, халыҡ мал һата алмай интегә. Элекке замандағы кеүек ниңә малдарҙы тереләй ҡабул итмәйҙәр? Картуф, ғөмүмән, йәшелсә-емеш һатыу менән дә шул уҡ хәл. Быйыл ауыл халҡы 20-30 сутый ерендә картуф ултыртып, мул уңыш алды. Тик тағы ла уны ҡайҙа тапшырырға тигән һорау тыуа. Элек бит беҙҙе ундай мәсьәләләр борсоманы. Көҙ етеү менән әҙерләүҙәр контораһы уңышты күмәртәләп йыйып алыр ине. Бөгөн иһә беҙҙең ил ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген Беларусь Республикаһы­нан һатып ала, улар хатта Краснодарға ла картуф сығара. Ошоноң менән ауыл халҡының ҡулына һуғалар.

Районыбыҙҙың иң ҙур байлығы урманға ла хужа түгелбеҙ. Беҙҙә ниндәй ҙур-ҙур урман хужалыҡ­тары бар ине! Улары ла юҡҡа сығарылды. Әллә ҡайҙан килгән “Селена” предприятиеһы ҙур күләмдә дүрт райондың урманын ҡырҡа, ә беҙҙең халыҡҡа бер мунсалыҡ 12 кубометр ағас та юҡ. Ситтән килгән кешеләрҙең дә ауылдарҙа икешәр пилорама тотоуы күп һорау тыуҙыра.

Бындай хужаһыҙлыҡ, насар ҡараш ҡасан бөтөр икән?! Берәй ваҡыт халыҡ “беҙ ҙә йәшәй башланыҡ” тип әйтер көн булырмы?
Мин үҙем, ауыл хужалығы белгесе булараҡ, малсылыҡ тармағы өсөн борсолам. Райондың Аҙ­налы ауылында малсылыҡ комплексы бар. Унда ла ағас бысалар. Күптән түгел был ауылда булырға насип итте. Мал ҡура­лары теүәл көйөнсә генә һаҡланған. Уларҙы көйләп, ремонтлап юлға һалып ебәреү өсөн күп сығым талап ителмәй. Был комплекстар эшләп китһә, элекке Калинин исемендәге колхоз тергеҙел­де тип уйларға булыр ине. Улар эш башлап, үрнәк күрһәтеп ебәрһә, ҡалған өс колхоз нигеҙендә шундай хужалыҡтар ҡалҡып сығыр тигән өмөт бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 333

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 271

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 343

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 294

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 366

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 367

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 327

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 268

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 506