Советтар Союзы тарҡалыу менән завод-фабрикалар, колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡты. Предприятиеларҙың техникаһын, малын халыҡҡа бурыс һәм пай иҫәбенә тараттылар.
Бындай хәл Белорет районының дүрт ауыл хужалығын да урап үтмәне, ил күргәнде беҙ ҙә иңебеҙҙә татыныҡ. Халыҡтың башын бутап, ерҙәрҙе лә дөрөҫ итеп бүлә белмәнеләр. Яңғыҙ йәшәгән 70, 80, 90 йәшлек әбей-бабайҙарға ла тәтене пай ере. Улар эшкәртә аламы-юҡмы, унда эштәре юҡ ине, тик ер буш ятмаһын, аҡса эшләһә яраған. Һалым тота башлағайнылар, ҡарттар түләй алмай булып сыҡты.
Үҙ көсөнә ышанған йәш егеттәр иһә фермер булып, мал үрсетеүгә тотондо. Уларҙың береһе лә Белорет районының “игенселек өсөн хәүефле төбәк” булыуы хаҡында уйланманы. Йәй, мал аҙығы әҙерләү ваҡыты етһә, айҙар буйы ямғыр яуа. Шулай ҡыҫҡа ваҡытлы миҙгел үтә лә китә.
Бөгөн ауыл хужалығын күтәреү өсөн бергәләшеп элекке колхоздар нигеҙендә агрохоздар төҙөргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына алға ынтылыш булыр.
Һуңғы йылдарҙа районда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр артты, ләкин уларҙың малы көтөүһеҙ йөрөй, халыҡтың сабынлығын тапай. Хәҙер ауыл урамында ла 30-40 башлап ат йөрөүе ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте.
Көҙ етһә, халыҡ мал һата алмай интегә. Элекке замандағы кеүек ниңә малдарҙы тереләй ҡабул итмәйҙәр? Картуф, ғөмүмән, йәшелсә-емеш һатыу менән дә шул уҡ хәл. Быйыл ауыл халҡы 20-30 сутый ерендә картуф ултыртып, мул уңыш алды. Тик тағы ла уны ҡайҙа тапшырырға тигән һорау тыуа. Элек бит беҙҙе ундай мәсьәләләр борсоманы. Көҙ етеү менән әҙерләүҙәр контораһы уңышты күмәртәләп йыйып алыр ине. Бөгөн иһә беҙҙең ил ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген Беларусь Республикаһынан һатып ала, улар хатта Краснодарға ла картуф сығара. Ошоноң менән ауыл халҡының ҡулына һуғалар.
Районыбыҙҙың иң ҙур байлығы урманға ла хужа түгелбеҙ. Беҙҙә ниндәй ҙур-ҙур урман хужалыҡтары бар ине! Улары ла юҡҡа сығарылды. Әллә ҡайҙан килгән “Селена” предприятиеһы ҙур күләмдә дүрт райондың урманын ҡырҡа, ә беҙҙең халыҡҡа бер мунсалыҡ 12 кубометр ағас та юҡ. Ситтән килгән кешеләрҙең дә ауылдарҙа икешәр пилорама тотоуы күп һорау тыуҙыра.
Бындай хужаһыҙлыҡ, насар ҡараш ҡасан бөтөр икән?! Берәй ваҡыт халыҡ “беҙ ҙә йәшәй башланыҡ” тип әйтер көн булырмы?
Мин үҙем, ауыл хужалығы белгесе булараҡ, малсылыҡ тармағы өсөн борсолам. Райондың Аҙналы ауылында малсылыҡ комплексы бар. Унда ла ағас бысалар. Күптән түгел был ауылда булырға насип итте. Мал ҡуралары теүәл көйөнсә генә һаҡланған. Уларҙы көйләп, ремонтлап юлға һалып ебәреү өсөн күп сығым талап ителмәй. Был комплекстар эшләп китһә, элекке Калинин исемендәге колхоз тергеҙелде тип уйларға булыр ине. Улар эш башлап, үрнәк күрһәтеп ебәрһә, ҡалған өс колхоз нигеҙендә шундай хужалыҡтар ҡалҡып сығыр тигән өмөт бар.