Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ленин”дарға эйәрергә була
Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығында мал ҡышлатыу уңышлы ойошторолған. Малсыларҙың да кәйефе күтәренке, мал аҙығына бында ҡытлыҡ юҡ, етерлек күләмдә хәстәрләгәндәр, силос соҡорҙары ла тулы. Бөгөн һыйырҙар, йәш таналар күпләп быҙаулай. Әйткәндәй, хужалыҡта яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған.

— Шөкөр, ҡышлатыу миҙгелен бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үткәрәбеҙ, мал теремек һәм көр генә, — ти хужалыҡ етәксеһе Юрис Юнир улы Синағолов.
Ленин исемендәге кооператив төбәктә өлгөлөләрҙән һанала. Ҡуғанаҡ, Йомағужа һәм Ивановка ауылдарында йәшәгән татар, башҡорт һәм урыҫ милләтле халыҡтар күмәк хеҙмәте, дуҫлыҡ һөҙөмтәһендә көслө булыуҙары менән айырылып тора. Хужалыҡта әле 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы 21 мең һум тәшкил итә, бынан тыш премия, социаль яҡлау саралары ҡаралған. Йәмғиәт районда иң күп һөт етеште­реүселәр исемлегендә. Бөгөн малсылар көн һайын биш тонна һөт һауып, Өфө һөт комбинатына оҙата. Яҙғы сәсеү һәм мал аҙығы әҙерләү мәшәҡәттәрен банктан кредит алмайынса, үҙ көстәре менән башҡарып сығалар.

Хужалыҡ үҙәге Ҡуғанаҡбаш ауылында урынлашҡан, ауыл халҡы бында матур, етеш йәшәй, һәр йорт янында техника, йөк машинаһы, еңел автомобиль күҙгә ташлана.

Кооперативтың һөрөнтө ере алты мең гектарҙан ашыу. Иген культуралары 4200 самаһы гектарҙы биләй, шәкәр сөгөлдөрөнән дә йыл һайын мул уңыш алып, продукцияны Мәләүез шәкәр заводына тапшыралар. 660 кешенең пай ерҙәре уңышлы эшкәртелә. Баҫыуҙар минераль ашламалар менән туҡланды­рыла, тиҙәк тә шунда сығарыла.

Юрис Синағолов етәксе вазифаһында биш йылдан ашыу эшләй. Ауыл халҡы уның бик талапсан, әммә ғәҙел булыуын, эшләгән кешене баһалай белеүен телгә ала. Ике ауылда заманса йыһазлан­дырылған һөтсөлөк фермаһы бар. Техника паркы бай ғына, уны яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр бында. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына йәмғиәт 70 миллион һумлыҡ техникаға байыған. Бөгөн механизаторҙар оҫтаханаларҙа булған ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләй.

— Бынан бер нисә йыл элек хужалыҡта эшләргә кеше табып булмаһа, әле эш һорап йыш мөрәжәғәт итәләр, хатта бөгөн сират та барлыҡҡа килгән. Шөкөр, ололарға алмашҡа йәштәр бар, ауылда йорт һалып, ғаилә ҡороусылар һаны арта, — ти кооператив етәксеһе. — Беҙ тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәткәндәрҙе ихтирам итәбеҙ, нәҡ улар ғына хужалығыбыҙ данын йыраҡтарға тарата ла инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503