Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығында мал ҡышлатыу уңышлы ойошторолған. Малсыларҙың да кәйефе күтәренке, мал аҙығына бында ҡытлыҡ юҡ, етерлек күләмдә хәстәрләгәндәр, силос соҡорҙары ла тулы. Бөгөн һыйырҙар, йәш таналар күпләп быҙаулай. Әйткәндәй, хужалыҡта яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған.
— Шөкөр, ҡышлатыу миҙгелен бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үткәрәбеҙ, мал теремек һәм көр генә, — ти хужалыҡ етәксеһе Юрис Юнир улы Синағолов.
Ленин исемендәге кооператив төбәктә өлгөлөләрҙән һанала. Ҡуғанаҡ, Йомағужа һәм Ивановка ауылдарында йәшәгән татар, башҡорт һәм урыҫ милләтле халыҡтар күмәк хеҙмәте, дуҫлыҡ һөҙөмтәһендә көслө булыуҙары менән айырылып тора. Хужалыҡта әле 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы 21 мең һум тәшкил итә, бынан тыш премия, социаль яҡлау саралары ҡаралған. Йәмғиәт районда иң күп һөт етештереүселәр исемлегендә. Бөгөн малсылар көн һайын биш тонна һөт һауып, Өфө һөт комбинатына оҙата. Яҙғы сәсеү һәм мал аҙығы әҙерләү мәшәҡәттәрен банктан кредит алмайынса, үҙ көстәре менән башҡарып сығалар.
Хужалыҡ үҙәге Ҡуғанаҡбаш ауылында урынлашҡан, ауыл халҡы бында матур, етеш йәшәй, һәр йорт янында техника, йөк машинаһы, еңел автомобиль күҙгә ташлана.
Кооперативтың һөрөнтө ере алты мең гектарҙан ашыу. Иген культуралары 4200 самаһы гектарҙы биләй, шәкәр сөгөлдөрөнән дә йыл һайын мул уңыш алып, продукцияны Мәләүез шәкәр заводына тапшыралар. 660 кешенең пай ерҙәре уңышлы эшкәртелә. Баҫыуҙар минераль ашламалар менән туҡландырыла, тиҙәк тә шунда сығарыла.
Юрис Синағолов етәксе вазифаһында биш йылдан ашыу эшләй. Ауыл халҡы уның бик талапсан, әммә ғәҙел булыуын, эшләгән кешене баһалай белеүен телгә ала. Ике ауылда заманса йыһазландырылған һөтсөлөк фермаһы бар. Техника паркы бай ғына, уны яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр бында. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына йәмғиәт 70 миллион һумлыҡ техникаға байыған. Бөгөн механизаторҙар оҫтаханаларҙа булған ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләй.
— Бынан бер нисә йыл элек хужалыҡта эшләргә кеше табып булмаһа, әле эш һорап йыш мөрәжәғәт итәләр, хатта бөгөн сират та барлыҡҡа килгән. Шөкөр, ололарға алмашҡа йәштәр бар, ауылда йорт һалып, ғаилә ҡороусылар һаны арта, — ти кооператив етәксеһе. — Беҙ тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәткәндәрҙе ихтирам итәбеҙ, нәҡ улар ғына хужалығыбыҙ данын йыраҡтарға тарата ла инде.