Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Трактор өсөн тауыш бирҙек

Республикала дүртенсе йыл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” уңышлы хәл ителә. Сәйетбаба биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы, урындағы депутаттар, ойошма етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта ла ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Ауыл биләмәһе башлығы Айрат Сәйфуллин, йыйылышты асып, көн тәртибе һәм был мөһим программа менән ҡыҫҡаса таныш­тырҙы, күп­тән түгел трактор һәм уға ҡора­мал­дар алып, әлеге көндә техника­ларының изгелеген күргән Имән­дәш, Красноусол ауыл билә­мә­ләрен атап үтте.

– Беҙгә лә ошо уңайлы мөмкин­лекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Тик бының өсөн бөтәбеҙҙең дә ошо программала әүҙем ҡатна­шыуы шарт. Проект биләмәлә айырыуса өҫтөнлөклө проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш, – тип үҙенең фекерен әйтте биләмә башлығы.

Шуларҙы иҫәпкә алып, Сәйет­баба ауыл биләмәһе халҡы иң тәү­ҙә яңы трактор алыу мәсьә­лә­һен мөһим тип тапты. “Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге” баш белгесе Рәзим Мәүлитҡолов сығыш яһап, был программаны ҡабул итеү заман талабы, Хөкүмәт ярҙам ҡулы һуҙа икән, беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа уға ыңғай яуап бирергә тейешбеҙ, тип трактор алырға тигән тәҡдимде хупланы. Залда йыйылған халыҡ та үҙ тауышын белдереп, уның фекерен йөпләне.

Йыйылышта балалар ҙа ҡатнаш­ты. Сәбәбе – улар тигеҙ, матур юлдан рәхәтләнеп мәктәпкә барғы­лары килә, әгәр юл таҙар­тылһа, еңелгә төшәсәк. Ошо уйҙарын уҡыусылар һүрәттәрендә лә сағылдырған. Тап шуға улар ҙа ололар менән бер рәттән ихлас тауыш бирҙе.

Шулай итеп, киләһе йылдағы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, Сәйет­баба ауыл биләмәһе өсөн 1 миллион 450 мең һумлыҡ “МТЗ-82” тракторы һатып алырға ҡарар ителде. Республика бюджетынан бер миллион һумлыҡ грант бүленәсәк. Ҡалған сумманы – 150 мең һумды урындағы бюджеттан, 150 мең һумын – бағыусыларҙан һәм 150 мең һумын халыҡтан йы­йырға ҡарар ителде. Тракторҙан аҡ­са артып ҡалған осраҡта, уға өҫ­тәлмә ҡорамалдар йәки запчас­тар һатып алыу тәҡдиме лә ха­лыҡтың күпселегендә яҡлау тапты.

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның эшен йәнләндереү һәм алып барыу өсөн инициативалы төркөм төҙөлдө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503