Республикала дүртенсе йыл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” уңышлы хәл ителә. Сәйетбаба биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы, урындағы депутаттар, ойошма етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта ла ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Ауыл биләмәһе башлығы Айрат Сәйфуллин, йыйылышты асып, көн тәртибе һәм был мөһим программа менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, күптән түгел трактор һәм уға ҡорамалдар алып, әлеге көндә техникаларының изгелеген күргән Имәндәш, Красноусол ауыл биләмәләрен атап үтте.
– Беҙгә лә ошо уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Тик бының өсөн бөтәбеҙҙең дә ошо программала әүҙем ҡатнашыуы шарт. Проект биләмәлә айырыуса өҫтөнлөклө проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш, – тип үҙенең фекерен әйтте биләмә башлығы.
Шуларҙы иҫәпкә алып, Сәйетбаба ауыл биләмәһе халҡы иң тәүҙә яңы трактор алыу мәсьәләһен мөһим тип тапты. “Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге” баш белгесе Рәзим Мәүлитҡолов сығыш яһап, был программаны ҡабул итеү заман талабы, Хөкүмәт ярҙам ҡулы һуҙа икән, беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа уға ыңғай яуап бирергә тейешбеҙ, тип трактор алырға тигән тәҡдимде хупланы. Залда йыйылған халыҡ та үҙ тауышын белдереп, уның фекерен йөпләне.
Йыйылышта балалар ҙа ҡатнашты. Сәбәбе – улар тигеҙ, матур юлдан рәхәтләнеп мәктәпкә барғылары килә, әгәр юл таҙартылһа, еңелгә төшәсәк. Ошо уйҙарын уҡыусылар һүрәттәрендә лә сағылдырған. Тап шуға улар ҙа ололар менән бер рәттән ихлас тауыш бирҙе.
Шулай итеп, киләһе йылдағы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, Сәйетбаба ауыл биләмәһе өсөн 1 миллион 450 мең һумлыҡ “МТЗ-82” тракторы һатып алырға ҡарар ителде. Республика бюджетынан бер миллион һумлыҡ грант бүленәсәк. Ҡалған сумманы – 150 мең һумды урындағы бюджеттан, 150 мең һумын – бағыусыларҙан һәм 150 мең һумын халыҡтан йыйырға ҡарар ителде. Тракторҙан аҡса артып ҡалған осраҡта, уға өҫтәлмә ҡорамалдар йәки запчастар һатып алыу тәҡдиме лә халыҡтың күпселегендә яҡлау тапты.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның эшен йәнләндереү һәм алып барыу өсөн инициативалы төркөм төҙөлдө.