Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ эшле лә, ашлы ла
Хужа хәстәрлекле булһа, йәштәр ҙә янда.

Бөгөн крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары мөһим тармаҡтарҙың береһе һанала. Нәҡ улар халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп, күптәргә эш урындары булдырып, ауыл кешеһендә киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Бынан тыш, мәктәп, балалар баҡсаларына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Шәхси хужалыҡтары, эш һөйөүсән, тырыш фермерҙары булған ауылдың киләсәге лә өмөтлө, йәштәр ҙә эш эҙләп сит тарафтарға юлланмай, ә тыуған яғында ҡалыуҙы хуп күрә. Бүздәк районында ла фермер хужалыҡтары ойоштороп, яҡшы эшмәкәрлек алып барған ир-уҙамандар етерлек. Уларҙың күбеһе төрлө маҡсатлы дәүләт программалары менән уңышлы файҙалана.

Ҡасандыр гөрләп торған Фрунзе исемендәге колхоз 2005 йылда бөлгөн­лөккә төшкәс, ошо хужалыҡтың Яҡуп ауылы бригадиры Зөлфәт Камалов крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, бушап ҡалған ферма биналарын үҙенә ала.

— Мин бит ауыл малайы, тыуған төйәгем бөтөнләй таралмаһын, халыҡ эшһеҙ ҡалмаһын тип, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт иттем. Шөкөр, тәжрибә етерлек, ауыр эштән бер ваҡытта ла ҡурҡманым, туғандарым да минең теләгемә ҡаршы килмәне, — тип иҫләй ул көндәрҙе бөгөн Зөлфәт Сәлихйән улы.

2011 йылда “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһына эләгеп, фермер ауылындағы һөтсөлөк фермаларын яңыртыуға өлгәшә, матур итеп ремонт үткәрә, заманса һөт, һыу үткәргестәр урынлаштыра, ҡеүәтле һыуытҡыстар һатып ала. Дәүләт ярҙамынан тыш, Зөлфәт Камалов фермаларҙы тергеҙеү өсөн бар көсөн һала, уға туғандары, ауылдаштары булышлыҡ ҡыла. “Бөгөн эшмәкәрлегемдән ҡәнәғәтмен, ауыл халҡы эшле лә, ашлы ла. Халыҡтың көнкүреше яҡшы, улар хужалыҡта ла намыҫлы эшләй, шәхси ихатаһында ла тырыша”, — ти Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың тәжрибәле фермеры Зөлфәт Камалов.

Хужалыҡ, малсылыҡ менән бер рәттән, үҫемлекселектә лә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгә­шә. 1500 гектар һөрөнтө ере бар. Хужалыҡта халыҡтың пай ерҙәрен дә файҙаланалар, бынан бөтәһе лә ота — хужаларға ер биләмәһе өсөн тос ҡына хаҡ түләнә. Мал йә мал аҙығы менән иҫәп­ләшеү ҙә ҡаралған. Баҫыуҙар тәрбиәле, ҡараулы, минераль ашламалар, тиреҫ менән байытылғас, йыл һайын һәр культуранан мул уңыш алалар. Быйыл, мәҫәлән, ҡеүәт 27 центнер тәшкил иткән, урыны менән хатта 30-ға ла барып еткән. Әле көҙгө уңыш келәттәрҙә һаҡлана, киләһе йылдағыға нигеҙ һалыу өсөн сифатлы орлоҡҡа ҡытлыҡ кисермәйәсәк фермер. Техникаһы ла заманса: һуңғы өс йылда 13 миллион һумлыҡ төрлө ауыл хужалығы техникаһы, ҡоролмалар һатып алыуға өлгәшкән. Төҙөлөшкә аҡса йәллә­мәй, “ЗАВ” төҙөп ултыртҡандар, иген киптергестәр бөгөн тулы ҡеүәтендә эшләп тора. Яғыулыҡ-майлау материалдарын да етерлек кимәлдә хәстәрләгәндәр.

Әле көнбағыш урағына төшөргә йыйыналар, майлы культура 100 гектарҙа сәселгән, гектарынан 20 центнер йыйып алыу күҙаллана.
Малсылыҡ тармағы ла ныҡлы үҫешкән, бөгөн ихатала 400-гә яҡын һыйыр малы тотола, 120-һен һауалар. Ҡышҡы осорға ферма биналары әҙер, мал аҙығына ҡытлыҡ булмаясаҡ, сөнки силос соҡорҙары тулы, бесән-һалам күпләп етештерелгән.

Йәмғиәттә дүрт ауылдан 22 кеше эш урыны тапҡан, йәштәр ҙә, ололар менән бер рәттән, бында намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. “Ер эшен үҙ иткәндәргә, уңғандарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡасандыр Себер тарафтарына сығып киткәндәрҙе лә ҡабаттан үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алырға тырышабыҙ, әйҙә, ҡайтһындар, тик эшләһендәр генә”, — ти фермер.

— Ниндәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итмә, һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар, һорауыңды хәл итергә тырышалар. Көҙөн бесән һәм һалам бирәләр, шәхси ихатаңда мал тотҡас, был бигерәк тә уңайлы, — ти хужалыҡ эшсәндәре.

Шикләнәһе юҡ, тап ошондай эшһөйәр фер­мерҙар республикабыҙ уңышын то­со­раҡ итеүгә бөгөн бөтә көсөн һала ла инде.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Район: Бүздәк районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 294

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 365

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 366

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 504