Хужа хәстәрлекле булһа, йәштәр ҙә янда.
Бөгөн крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары мөһим тармаҡтарҙың береһе һанала. Нәҡ улар халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп, күптәргә эш урындары булдырып, ауыл кешеһендә киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Бынан тыш, мәктәп, балалар баҡсаларына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Шәхси хужалыҡтары, эш һөйөүсән, тырыш фермерҙары булған ауылдың киләсәге лә өмөтлө, йәштәр ҙә эш эҙләп сит тарафтарға юлланмай, ә тыуған яғында ҡалыуҙы хуп күрә. Бүздәк районында ла фермер хужалыҡтары ойоштороп, яҡшы эшмәкәрлек алып барған ир-уҙамандар етерлек. Уларҙың күбеһе төрлө маҡсатлы дәүләт программалары менән уңышлы файҙалана.
Ҡасандыр гөрләп торған Фрунзе исемендәге колхоз 2005 йылда бөлгөнлөккә төшкәс, ошо хужалыҡтың Яҡуп ауылы бригадиры Зөлфәт Камалов крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, бушап ҡалған ферма биналарын үҙенә ала.
— Мин бит ауыл малайы, тыуған төйәгем бөтөнләй таралмаһын, халыҡ эшһеҙ ҡалмаһын тип, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт иттем. Шөкөр, тәжрибә етерлек, ауыр эштән бер ваҡытта ла ҡурҡманым, туғандарым да минең теләгемә ҡаршы килмәне, — тип иҫләй ул көндәрҙе бөгөн Зөлфәт Сәлихйән улы.
2011 йылда “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһына эләгеп, фермер ауылындағы һөтсөлөк фермаларын яңыртыуға өлгәшә, матур итеп ремонт үткәрә, заманса һөт, һыу үткәргестәр урынлаштыра, ҡеүәтле һыуытҡыстар һатып ала. Дәүләт ярҙамынан тыш, Зөлфәт Камалов фермаларҙы тергеҙеү өсөн бар көсөн һала, уға туғандары, ауылдаштары булышлыҡ ҡыла. “Бөгөн эшмәкәрлегемдән ҡәнәғәтмен, ауыл халҡы эшле лә, ашлы ла. Халыҡтың көнкүреше яҡшы, улар хужалыҡта ла намыҫлы эшләй, шәхси ихатаһында ла тырыша”, — ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың тәжрибәле фермеры Зөлфәт Камалов.
Хужалыҡ, малсылыҡ менән бер рәттән, үҫемлекселектә лә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1500 гектар һөрөнтө ере бар. Хужалыҡта халыҡтың пай ерҙәрен дә файҙаланалар, бынан бөтәһе лә ота — хужаларға ер биләмәһе өсөн тос ҡына хаҡ түләнә. Мал йә мал аҙығы менән иҫәпләшеү ҙә ҡаралған. Баҫыуҙар тәрбиәле, ҡараулы, минераль ашламалар, тиреҫ менән байытылғас, йыл һайын һәр культуранан мул уңыш алалар. Быйыл, мәҫәлән, ҡеүәт 27 центнер тәшкил иткән, урыны менән хатта 30-ға ла барып еткән. Әле көҙгө уңыш келәттәрҙә һаҡлана, киләһе йылдағыға нигеҙ һалыу өсөн сифатлы орлоҡҡа ҡытлыҡ кисермәйәсәк фермер. Техникаһы ла заманса: һуңғы өс йылда 13 миллион һумлыҡ төрлө ауыл хужалығы техникаһы, ҡоролмалар һатып алыуға өлгәшкән. Төҙөлөшкә аҡса йәлләмәй, “ЗАВ” төҙөп ултыртҡандар, иген киптергестәр бөгөн тулы ҡеүәтендә эшләп тора. Яғыулыҡ-майлау материалдарын да етерлек кимәлдә хәстәрләгәндәр.
Әле көнбағыш урағына төшөргә йыйыналар, майлы культура 100 гектарҙа сәселгән, гектарынан 20 центнер йыйып алыу күҙаллана.
Малсылыҡ тармағы ла ныҡлы үҫешкән, бөгөн ихатала 400-гә яҡын һыйыр малы тотола, 120-һен һауалар. Ҡышҡы осорға ферма биналары әҙер, мал аҙығына ҡытлыҡ булмаясаҡ, сөнки силос соҡорҙары тулы, бесән-һалам күпләп етештерелгән.
Йәмғиәттә дүрт ауылдан 22 кеше эш урыны тапҡан, йәштәр ҙә, ололар менән бер рәттән, бында намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. “Ер эшен үҙ иткәндәргә, уңғандарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡасандыр Себер тарафтарына сығып киткәндәрҙе лә ҡабаттан үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алырға тырышабыҙ, әйҙә, ҡайтһындар, тик эшләһендәр генә”, — ти фермер.
— Ниндәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итмә, һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар, һорауыңды хәл итергә тырышалар. Көҙөн бесән һәм һалам бирәләр, шәхси ихатаңда мал тотҡас, был бигерәк тә уңайлы, — ти хужалыҡ эшсәндәре.
Шикләнәһе юҡ, тап ошондай эшһөйәр фермерҙар республикабыҙ уңышын тосораҡ итеүгә бөгөн бөтә көсөн һала ла инде.