Аяҡтарың өшөмәйме?28.09.2018
Ҡайһы бер кешеләрҙең аяҡтары йылы көндә лә һалҡын килеш ҡала. Белгестәрҙең әйтеүенсә, был хәл йыш ҡына һаулыҡҡа бәйле.

Гел генә һыуыҡ һәм өшөп торған аяҡтар ваҡ ҡан тамырҙарының зарарланыуы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, уның атеросклероз билдә­ләренең береһе — артерияларҙың һығылмалы туҡымаһын зарарлаған сир булыуы ихтимал. Бынан тыш, бауырҙың бик һау түгеллегенә күрһәткән билдә лә ул, сөнки был орган кешенең энергия алмашыныуында ҡатнаша. Процесс боҙолғанда ҡан бәләкәй түңәрәк буйлап йөрөй башлай. Шулай итеп, организм энергия эшләп сығарыуҙы ҡулайлаш­тыра, ә аяҡтарҙа ҡан әйләнеше яйлай. Был осраҡта ҡалҡан биҙе торошон да тикшертергә кәрәк, сөнки ул да энергия эшләп сығарыу һәм һаҡлауҙа ҡатнаша.

Тағы ла бер сәбәбе — гормон­дарҙың тәьҫир итеүе. Айырыуса ул ҡатын-ҡыҙ өсөн хас. Аҫыл заттың организмында циклдар алмашыныуы һөҙөмтәһендә эстроген гормоны кимәле күтәрелә. Ҡан тамырҙа­рының температура үҙгәреш­тәренә бик ныҡ һиҙгерлеге ҡатын-ҡыҙҙарҙа тамырҙар­ҙың ҡыҫылыуын ҡуҙғыта. Шунлыҡтан аяҡтар һыуына һәм өшөй.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика