Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктәге ташты ла иретерҙәр
Йөрәктәге ташты ла иретерҙәрНиһайәт, баш ҡалабыҙҙа невроздарҙы дауалауҙа махсуслашҡан, республикабыҙҙа берҙән-бер (ә Рәсәйҙә — өсөнсө) үҙенсәлекле учреждение асылды. Эшләй башлауына ай самаһы ғына, ә пациенттар һаны ике йөҙҙән ашҡан.

— Психотерапия үҙәген булдырыу күптәнге хыялыбыҙ ине. Тормоштоң ҡатмарланыуы, хеҙмәттең көсөргәнешлелеге, мәғлүмәттең киң ҡоласлылығы, киҫкен үҙгәрештәрҙең шауҡымы кешенең психологик һәм рухи булмышына ҙур йоғонто яһай. Шәхестең йәшәүгә, йәмғиәткә мөнәсәбәте үҙгәреүе, хатта уның психик тайпылыштарға дусар булыуы ихтимал. Республикабыҙҙа ошондай бик кәрәкле, нервы ҡаҡшағанда һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ үҙәктең барлыҡҡа килеүе өсөн проектты тормошҡа ашырыу һуҙымында даими теләктәшлек күрһәткән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтлебеҙ, — тине үҙәктең баш табибы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Илгиз Тимербулатов.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә психиканың ҡаҡшауына бәйле тәү тапҡыр күҙәтелгән сирҙәр үҫешә. Бындай күңелһеҙ хәл беҙҙең республикаға ла хас. Бөтә донъя һаулыҡ Йөрәктәге ташты ла иретерҙәрһаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың 8–12 проценты нервы ҡаҡшауына бәйле сирҙәрҙән яфалана. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ араһында ул күп осрай. Әммә был һан да ысынбарлыҡты сағылдырмай, тип иҫәпләй ғалимдар, сөнки күп осраҡта невроздар асыҡланмай, диагноз ҡуйылмай.
Нервыға тейгән, асыуҙы килтергән, сығырҙан сығарған хәл-ваҡиғалар эргәбеҙ тулы. Өҫтәүенә, эштәге күңелһеҙлектәр, өйҙәге аңлашылмаусанлыҡтар, яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр, кәбәндәй өйөлөп, кешене төшөнкөлөккә, депрессияға килтерә. Невроздарҙан яфаланыусы ауырыуҙар йыш ҡына баш ауыртыуына, баш әйләнеүенә, йоҡоһоҙлоҡҡа, ҡурҡып, хәүефләнеп йәшәүгә зарлана. Йөрәктең тынғыһыҙлауы, быуындар ауыртыныуы хәлде ҡатмарландыра.
— Невроздарҙы дауалау буйынса махсус үҙәктең юҡлығы беҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар “аҡ тап” булды, — тип һүҙҙе дауам итә баш табип урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Гүзәл Йосопова. — Бәлки, шуғалыр ҙа, им-том менән дауалаусылар, экстрасенстар ошо бушлыҡты тултырғандыр ҙа. Ауырыуҙар терапевт, хирург, гинеколог һәм эндрокринологтарҙа дауаланып ҡарай, файҙаһы булмағас, аптыраған көндән халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итә. Кеше йыш ҡына үҙенең күңел торошондағы үҙгәрештәрҙең психик хәленең боҙолоуына бәйле икәнлеген таный, әммә психокоррекция ысулдарын белмәү һөҙөмтәһендә сирҙән ҡотолоу юлдарын күҙ алдына килтерә алмай. Невроздарҙы дауалауҙа иң тәьҫирле сараларҙың береһе — психотерапия.
Йөрәктәге ташты ла иретерҙәрГүзәл Роберт ҡыҙының әйтеүенсә, грек теленән ингән “психотерапия” һүҙе “йәнде дауалау” тигәнде аңлата. Дауалау психика аша кешенең бөтә организмына тәьҫир итә. Ябайыраҡ аңлатҡанда, ул кешене төрлө проблемаларҙан (эмоциональ, шәхси, социаль һ.б.) арындырыуға йүнәлтелгән. Психотерапевтың хеҙмәтен хатта юғары сәнғәт өлгөһөнә тиңләргә була, тип дәлилләй табиптар. Кешене тыңлай белеү, кәңәш биреү, ваҡытында ярҙам итеү, ауыр хәлдән сығыу юлын табыу өсөн күпме күңел йылыһы, белем, түҙемлек һәм оло йөрәк кәрәк!
Психотерапия ысулдары күп, улар башлыса ауырыуға иғтибар күрһәтеүгә, уны яҡлауға, терәк булыуға йүнәлтелгән. Кем дә кем эскелек ҡоллоғонан, тәмәкенән, артыҡ һимеҙлектән, тотлоғоуҙан арынып, яңы тормош башларға, элекке сәләмәтлеген ҡайтарырға теләй, ҡыйыу рәүештә яңы үҙәккә рәхим итһен! Шуныһы ҡыуаныслы: бында дауаланыу бушлай, тик үҙегеҙ менән дауалау учреждениеһының йүнәлтмәһен һәм паспортығыҙҙы алып килергә онотмағыҙ.
Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе “ышаныс телефоны” булған “көрсөк үҙәге” лә ойошторолған. Белгестәр халыҡҡа ашығыс психологик ярҙам күрһәтәсәк.
Организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшыртыу, нервы эшмәкәрлегендә физиологик тигеҙлекте булдырыу өсөн, психотерапия алымдары менән бер рәттән, заманса физиотерапия ысулдары, массаж, гирудотерапия (һөлөк менән дауалау), рефлексотерапия уңышлы ҡулланыла. Яңы үҙәк уңайлы һәм бик матур урында — “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы биләмәһендә — урынлашҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521