Ниһайәт, баш ҡалабыҙҙа невроздарҙы дауалауҙа махсуслашҡан, республикабыҙҙа берҙән-бер (ә Рәсәйҙә — өсөнсө) үҙенсәлекле учреждение асылды. Эшләй башлауына ай самаһы ғына, ә пациенттар һаны ике йөҙҙән ашҡан.
— Психотерапия үҙәген булдырыу күптәнге хыялыбыҙ ине. Тормоштоң ҡатмарланыуы, хеҙмәттең көсөргәнешлелеге, мәғлүмәттең киң ҡоласлылығы, киҫкен үҙгәрештәрҙең шауҡымы кешенең психологик һәм рухи булмышына ҙур йоғонто яһай. Шәхестең йәшәүгә, йәмғиәткә мөнәсәбәте үҙгәреүе, хатта уның психик тайпылыштарға дусар булыуы ихтимал. Республикабыҙҙа ошондай бик кәрәкле, нервы ҡаҡшағанда һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ үҙәктең барлыҡҡа килеүе өсөн проектты тормошҡа ашырыу һуҙымында даими теләктәшлек күрһәткән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтлебеҙ, — тине үҙәктең баш табибы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Илгиз Тимербулатов.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә психиканың ҡаҡшауына бәйле тәү тапҡыр күҙәтелгән сирҙәр үҫешә. Бындай күңелһеҙ хәл беҙҙең республикаға ла хас. Бөтә донъя һаулыҡ
һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың 8–12 проценты нервы ҡаҡшауына бәйле сирҙәрҙән яфалана. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ араһында ул күп осрай. Әммә был һан да ысынбарлыҡты сағылдырмай, тип иҫәпләй ғалимдар, сөнки күп осраҡта невроздар асыҡланмай, диагноз ҡуйылмай.
Нервыға тейгән, асыуҙы килтергән, сығырҙан сығарған хәл-ваҡиғалар эргәбеҙ тулы. Өҫтәүенә, эштәге күңелһеҙлектәр, өйҙәге аңлашылмаусанлыҡтар, яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр, кәбәндәй өйөлөп, кешене төшөнкөлөккә, депрессияға килтерә. Невроздарҙан яфаланыусы ауырыуҙар йыш ҡына баш ауыртыуына, баш әйләнеүенә, йоҡоһоҙлоҡҡа, ҡурҡып, хәүефләнеп йәшәүгә зарлана. Йөрәктең тынғыһыҙлауы, быуындар ауыртыныуы хәлде ҡатмарландыра.
— Невроздарҙы дауалау буйынса махсус үҙәктең юҡлығы беҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар “аҡ тап” булды, — тип һүҙҙе дауам итә баш табип урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Гүзәл Йосопова. — Бәлки, шуғалыр ҙа, им-том менән дауалаусылар, экстрасенстар ошо бушлыҡты тултырғандыр ҙа. Ауырыуҙар терапевт, хирург, гинеколог һәм эндрокринологтарҙа дауаланып ҡарай, файҙаһы булмағас, аптыраған көндән халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итә. Кеше йыш ҡына үҙенең күңел торошондағы үҙгәрештәрҙең психик хәленең боҙолоуына бәйле икәнлеген таный, әммә психокоррекция ысулдарын белмәү һөҙөмтәһендә сирҙән ҡотолоу юлдарын күҙ алдына килтерә алмай. Невроздарҙы дауалауҙа иң тәьҫирле сараларҙың береһе — психотерапия.
Гүзәл Роберт ҡыҙының әйтеүенсә, грек теленән ингән “психотерапия” һүҙе “йәнде дауалау” тигәнде аңлата. Дауалау психика аша кешенең бөтә организмына тәьҫир итә. Ябайыраҡ аңлатҡанда, ул кешене төрлө проблемаларҙан (эмоциональ, шәхси, социаль һ.б.) арындырыуға йүнәлтелгән. Психотерапевтың хеҙмәтен хатта юғары сәнғәт өлгөһөнә тиңләргә була, тип дәлилләй табиптар. Кешене тыңлай белеү, кәңәш биреү, ваҡытында ярҙам итеү, ауыр хәлдән сығыу юлын табыу өсөн күпме күңел йылыһы, белем, түҙемлек һәм оло йөрәк кәрәк!
Психотерапия ысулдары күп, улар башлыса ауырыуға иғтибар күрһәтеүгә, уны яҡлауға, терәк булыуға йүнәлтелгән. Кем дә кем эскелек ҡоллоғонан, тәмәкенән, артыҡ һимеҙлектән, тотлоғоуҙан арынып, яңы тормош башларға, элекке сәләмәтлеген ҡайтарырға теләй, ҡыйыу рәүештә яңы үҙәккә рәхим итһен! Шуныһы ҡыуаныслы: бында дауаланыу бушлай, тик үҙегеҙ менән дауалау учреждениеһының йүнәлтмәһен һәм паспортығыҙҙы алып килергә онотмағыҙ.
Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе “ышаныс телефоны” булған “көрсөк үҙәге” лә ойошторолған. Белгестәр халыҡҡа ашығыс психологик ярҙам күрһәтәсәк.
Организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшыртыу, нервы эшмәкәрлегендә физиологик тигеҙлекте булдырыу өсөн, психотерапия алымдары менән бер рәттән, заманса физиотерапия ысулдары, массаж, гирудотерапия (һөлөк менән дауалау), рефлексотерапия уңышлы ҡулланыла. Яңы үҙәк уңайлы һәм бик матур урында — “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы биләмәһендә — урынлашҡан.