Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөҙ төрлө дауанан кәрәген һайлап ал
Йөҙ төрлө дауанан  кәрәген һайлап ал

“Урал”да йәш быуынды һауыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр, ҡуйы урмандар, йәшмә таштар иле – Учалы төбәген, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы тип нарыҡларға була. Бындағы саф һауа, шифалы ҡымыҙ, һоҡланғыс тәбиғәт күңелде арбай, кәйефте күтәрә. Ошо сихри иркенлек ҡосағында республикабыҙҙа киң танылған “Урал” балалар шифаханаһы урынлашҡан.

Дауалау ысулдары һанап бөткөһөҙ

Йыл әйләнәһенә йәш быуынды ҡабул иткән шифахана 2000 йылда асыла, бөгөн ул республика күп профилле һауыҡтырыу учреждениеһы статусында. Бында тын алыу юлдары, ашҡаҙан-эсәк, йөрәк-ҡан, бәүел-енес ағзалары, нервы ауырыуҙарынан яфаланған балалар һауыҡты­рыла. Шифахана 100 урынға иҫәпләнгән, дауалау курсы – 18 көн. Һауыҡтырыу процесында климат һәм батҡаҡ кеүек тәбиғи дауалау ысулдары ҡулланыла.

– Балалар һаулығы ололар сәләмәтлеге ҡеүәтен үҫтереүҙең, илдең именлеген, милли хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеүҙең нигеҙе һанала, шуға күрә йәш быуындың сәләмәтлеген хәстәрләү – бары­быҙҙың да изге бурысы. Һау бала – ул сәләмәт киләсәк. Ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда, уны иҫкәртеү еңелерәк тә, осһоҙораҡ та. Беҙҙең шифаханала бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыл­ған, – ти дүрт тиҫтә йылға яҡын медицина өлкәһенә хеҙмәт иткән юғары категориялы невролог, учреждениеның баш табибы Рәмил Ғибәҙәтов.

Шифаханала ете йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар ял итә. Һауыҡтырыуға мохтаждар дис­пан­серлаштырыу һөҙөмтә­лә­ре буйынса участка педиатрҙа­ры тарафынан билдәләнә, юлла­малар Республика балалар клиник дауаханаһы аша таратыла.

Учреждениела һауыҡтырыу комплекслы алып барыла, дауалау ысулдары ла бик күп. Мәҫәлән, сапропель ләме шифа­һы тураһында халыҡ борон-борондан белгән. Легендаларға ҡарағанда, Емельян Пугачев менән Салауат Юлаев ләмде яугирҙәрҙең яраларын тиҙ уңал­тыу өсөн ҡулланған. ХVIII быуат тарихсыһы И.И. Фальк та үҙ яҙмаларында был тәбиғәт мөғжизәһенең ғәжәйеп һауыҡты­рыу көсөнә эйә булыуын теркәп ҡалдырған.
“Урал”да Алтайҙан килтерел­гән юғары сифатлы ләм менән дауалайҙар.

Сапропель тире ауырыуҙары, быуындар һыҙлауы, ревматоидлы артрит, артроздар, неврит, полиневрит, плексит, невроз һәм башҡа сирҙәрҙән яфаланғандарға айырыуса ярҙам итә.

“Урал” шифаханаһында физиотерапия алымы ла киң ҡулланыла. Физиотерапия кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар барыһы ла организмды юғары йышлыҡтағы электромагнит тулҡындарының тәьҫире менән дауалай.

Тын юлдары сирҙәренән яфаланғандар өсөн айырым һауыҡтырыу алымдары ҡаралған. Уларҙың иң ябайы – ингаляция, йәғни төрлө дарыуҙарҙы төтөн, пар, газға әйләндереп, тын юлына ебәреү. Был процедура ҡурылдай быумаһы, хроник бронхит, пневмониянан тәғәйенләнгән.
Спелеотерапия — үҙен­сә­лекле дауалау ысулы. Ул – мәмерйә, тоҙ шахталары климатына ярашлы итеп махсуслаш­тырылған бүлмә. Ҡан баҫымы, астма, быуын сирҙәренә дусар булғандар өсөн файҙалы.

Массаж — йөрәк-ҡан тамыр­ҙары, нервы системалары, терәк-хәрәкәт ағзалары, тын юлы, ашҡаҙан ауырыуҙарын дауала­ғанда балалар өсөн айырыуса кәрәкле.

Балалар һыу процедураларын бик ярата. Гидромассаж – махсус йүнәлтелгән һыу ағымдары менән башҡарыла торған дауалау алымы. Уның бер нисә төрө бар. Шуларҙың береһе – ынйы ванналары. Бында ул һыу һәм һауа ҡатнашмаһынан барлыҡҡа килгән ағымдар ярҙамында атҡарыла. Һыу эсендәге һауа ваҡ ҡына ынйыларҙы хәтерләтә.

Процедураның икенсе төрө – ылыҫлы ванна. Ул тынысландырыу сифатына эйә. Неврастения, ашҡаҙандың сей яраһы, эсәк ауырыуҙарын дауалағанда ҡул­ланыла.

Минераль ванналар натрий тоҙҙарынан, магний, кальций, хлор, йод иондарынан эшләнә. Улар организмда матдәләр алмашыныуын, баш мейеһе эшмә­кәр­леген әүҙемләштерә, ҡан әйлә­нешен, тын юлы һәм нервы-мускул аппараты эшмәкәр­леген яйға һала.
Парафин терапияһы ла бик һөҙөмтәле дауалау ысулы булып танылған. Уны йылытып, ауыртҡан ергә һалалар.

Тәмле аш та дауалай

Шифаханала тәжрибәле аш­наҡ­сылар күп төрлө ризыҡ тәҡдим итә. Йыл әйләнәһенә еләк-емеш, йәшелсә, татлы һыуҙар, һуттар өҫтәлдән өҙөлмәй. Ҡайһы бер көндәрҙә милли аш-һыуға йә балыҡ ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Йәй иһә дауаланыусылар милли эсемлегебеҙ ҡымыҙҙан ауыҙ итә.

Алыҫтан килеп ял итеүселәр мөғжизәле эсемлеккә айырыуса юғары баһа бирә, уның тәме хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡла­налыр, моғайын. “Тәмле аш-һыу менән дә күңелдәргә нур инһен”, — тип тырыша ашхананың уңған хеҙмәткәрҙәре.

Дарыу үләндәренең шифаһын ата-бабаларыбыҙ борондан бел­гән һәм беҙгә ҡомартҡы итеп тапшыра килгән. Шифаханала был йүнәлештә фитобар эшләй. Бында үләндән сәйҙәр, кислородлы коктейлдәр, ҡымыҙ тәҡдим итәләр.

Күңелле лә, файҙалы ла

Балаларҙың ялы иҫтә ҡалыр­лыҡ үтһен өсөн медицина белгестәре лә, педагогтар ҙа бар көсөн һала. Бигерәк тә Лилиә Ишкилдина, Сергей Исаев, Роберт Шәйхисламов, Инна Решетникова, Марина Де-Шпиллер, Гүзәл Теплова, Луиза Талипова, Фәниә Әмирова, Юлиә Ғайсина, Фатима Латипова, Камил Ханкилдеев кеүек оҙаҡ йылдар, һөҙөмтәле эшләгән хеҙмәткәр­ҙәрҙең дә тырышлығын билдә­ләргә кәрәк.

Шифахана Учалы ҡалаһында урынлашҡас, ял итеүселәр музей, китапхана, мәҙәниәт учреждениеларына төрлө сараларға, боҙ һарайына хоккей матчтарын ҡарарға йөрөй. Көн һайын тәрбиәселәр тематик кисәләр, викторина, конкурстар ойоштора. Балалар күңеленә оҡшаған түңәрәктәргә йөрөй. Уҡыу процесы ла өҙөлмәй – математика, рус, инглиз телдәре буйынса дәрестәр уҙғарыла.

“Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән девизды алға ҡуя “Урал” шифаханаһы. Бында бассейн, тренажер залдары ла эшләй. Fөмүмән, спортҡа ныҡлы иғтибар бүленә. Бынан тыш, дауалау физ­культураһы төрлө ауырыу­ҙарҙы иҫкәртеү сараһы булып тора.

Шифахана ылыҫлы урман эргәһендә генә урынлашҡас, тәбиғәт ҡосағына экскурсиялар йыш ойошторола. Балалар скандинав йөрөшө менән дә шөғөлләнә.

Замандан артта ҡалмай

“Урал” шифаханаһы заман менән бергә атлай, әленән-әле яңы дауалау ысулдарын үҙләш­терә, матди-техник базаны нығы­тыу өсөн күп көс һалына. Ике корпустан торған учреждение таҙа, йылы, зауыҡ менән йыһаз­ландырылған. Былтыр бында йылытыу системаһы тулыһынса яңыртылған, яҡтыртҡыстар энергияны күп сарыф итмәгән төрөнә алмаш­тырылған. Республика бюджетынан бүленгән 800 мең һум аҡсаға спорт залында капиталь ремонт уҙғарылған, ҡойма яңыртылған.

Үҙенең ғәжәйеп дауалау алымдары, юғары квалификациялы белгестәре, уңайлы көнкүреш шарттары менән киң билдәле шифаханала, йыл һайын респуб­ликабыҙ үҫмерҙәренән тыш, күрше Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Пермь һәм башҡа төбәктәрҙән дә меңәрләгән бала сәләмәтлеген нығыта, ял итә.

Үҙебеҙҙә ошондай шифаха­на­ның булыуы ҡыуаныслы. Аҡса түгеп ҡайҙалыр алыҫҡа ла йө­рөргә кәрәкмәй. Балағыҙҙы бында һауыҡтырырға теләгегеҙ булһа, түбәндәге адрес буйынса мөрә­жәғәт итегеҙ: Учалы ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 9-сы йорт. Белешмә өсөн телефондар: 8(34791) 6-06-64, 6-05-99.

Хаҡтар ҙа ҡиммәт түгел, һа­уыҡ­тырыуҙың бер көнө 1045 һум тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 188

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 102

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 128

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 120

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 129

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 103

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 104

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 103

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 152

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 257

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 159