“Урал”да йәш быуынды һауыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр, ҡуйы урмандар, йәшмә таштар иле – Учалы төбәген, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы тип нарыҡларға була. Бындағы саф һауа, шифалы ҡымыҙ, һоҡланғыс тәбиғәт күңелде арбай, кәйефте күтәрә. Ошо сихри иркенлек ҡосағында республикабыҙҙа киң танылған “Урал” балалар шифаханаһы урынлашҡан.
Дауалау ысулдары һанап бөткөһөҙ Йыл әйләнәһенә йәш быуынды ҡабул иткән шифахана 2000 йылда асыла, бөгөн ул республика күп профилле һауыҡтырыу учреждениеһы статусында. Бында тын алыу юлдары, ашҡаҙан-эсәк, йөрәк-ҡан, бәүел-енес ағзалары, нервы ауырыуҙарынан яфаланған балалар һауыҡтырыла. Шифахана 100 урынға иҫәпләнгән, дауалау курсы – 18 көн. Һауыҡтырыу процесында климат һәм батҡаҡ кеүек тәбиғи дауалау ысулдары ҡулланыла.
– Балалар һаулығы ололар сәләмәтлеге ҡеүәтен үҫтереүҙең, илдең именлеген, милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең нигеҙе һанала, шуға күрә йәш быуындың сәләмәтлеген хәстәрләү – барыбыҙҙың да изге бурысы. Һау бала – ул сәләмәт киләсәк. Ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда, уны иҫкәртеү еңелерәк тә, осһоҙораҡ та. Беҙҙең шифаханала бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, – ти дүрт тиҫтә йылға яҡын медицина өлкәһенә хеҙмәт иткән юғары категориялы невролог, учреждениеның баш табибы Рәмил Ғибәҙәтов.
Шифаханала ете йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар ял итә. Һауыҡтырыуға мохтаждар диспансерлаштырыу һөҙөмтәләре буйынса участка педиатрҙары тарафынан билдәләнә, юлламалар Республика балалар клиник дауаханаһы аша таратыла.
Учреждениела һауыҡтырыу комплекслы алып барыла, дауалау ысулдары ла бик күп. Мәҫәлән, сапропель ләме шифаһы тураһында халыҡ борон-борондан белгән. Легендаларға ҡарағанда, Емельян Пугачев менән Салауат Юлаев ләмде яугирҙәрҙең яраларын тиҙ уңалтыу өсөн ҡулланған. ХVIII быуат тарихсыһы И.И. Фальк та үҙ яҙмаларында был тәбиғәт мөғжизәһенең ғәжәйеп һауыҡтырыу көсөнә эйә булыуын теркәп ҡалдырған.
“Урал”да Алтайҙан килтерелгән юғары сифатлы ләм менән дауалайҙар.
Сапропель тире ауырыуҙары, быуындар һыҙлауы, ревматоидлы артрит, артроздар, неврит, полиневрит, плексит, невроз һәм башҡа сирҙәрҙән яфаланғандарға айырыуса ярҙам итә.
“Урал” шифаханаһында физиотерапия алымы ла киң ҡулланыла. Физиотерапия кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар барыһы ла организмды юғары йышлыҡтағы электромагнит тулҡындарының тәьҫире менән дауалай.
Тын юлдары сирҙәренән яфаланғандар өсөн айырым һауыҡтырыу алымдары ҡаралған. Уларҙың иң ябайы – ингаляция, йәғни төрлө дарыуҙарҙы төтөн, пар, газға әйләндереп, тын юлына ебәреү. Был процедура ҡурылдай быумаһы, хроник бронхит, пневмониянан тәғәйенләнгән.
Спелеотерапия — үҙенсәлекле дауалау ысулы. Ул – мәмерйә, тоҙ шахталары климатына ярашлы итеп махсуслаштырылған бүлмә. Ҡан баҫымы, астма, быуын сирҙәренә дусар булғандар өсөн файҙалы.
Массаж — йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системалары, терәк-хәрәкәт ағзалары, тын юлы, ашҡаҙан ауырыуҙарын дауалағанда балалар өсөн айырыуса кәрәкле.
Балалар һыу процедураларын бик ярата. Гидромассаж – махсус йүнәлтелгән һыу ағымдары менән башҡарыла торған дауалау алымы. Уның бер нисә төрө бар. Шуларҙың береһе – ынйы ванналары. Бында ул һыу һәм һауа ҡатнашмаһынан барлыҡҡа килгән ағымдар ярҙамында атҡарыла. Һыу эсендәге һауа ваҡ ҡына ынйыларҙы хәтерләтә.
Процедураның икенсе төрө – ылыҫлы ванна. Ул тынысландырыу сифатына эйә. Неврастения, ашҡаҙандың сей яраһы, эсәк ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланыла.
Минераль ванналар натрий тоҙҙарынан, магний, кальций, хлор, йод иондарынан эшләнә. Улар организмда матдәләр алмашыныуын, баш мейеһе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, ҡан әйләнешен, тын юлы һәм нервы-мускул аппараты эшмәкәрлеген яйға һала.
Парафин терапияһы ла бик һөҙөмтәле дауалау ысулы булып танылған. Уны йылытып, ауыртҡан ергә һалалар.
Тәмле аш та дауалайШифаханала тәжрибәле ашнаҡсылар күп төрлө ризыҡ тәҡдим итә. Йыл әйләнәһенә еләк-емеш, йәшелсә, татлы һыуҙар, һуттар өҫтәлдән өҙөлмәй. Ҡайһы бер көндәрҙә милли аш-һыуға йә балыҡ ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Йәй иһә дауаланыусылар милли эсемлегебеҙ ҡымыҙҙан ауыҙ итә.
Алыҫтан килеп ял итеүселәр мөғжизәле эсемлеккә айырыуса юғары баһа бирә, уның тәме хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланалыр, моғайын. “Тәмле аш-һыу менән дә күңелдәргә нур инһен”, — тип тырыша ашхананың уңған хеҙмәткәрҙәре.
Дарыу үләндәренең шифаһын ата-бабаларыбыҙ борондан белгән һәм беҙгә ҡомартҡы итеп тапшыра килгән. Шифаханала был йүнәлештә фитобар эшләй. Бында үләндән сәйҙәр, кислородлы коктейлдәр, ҡымыҙ тәҡдим итәләр.
Күңелле лә, файҙалы лаБалаларҙың ялы иҫтә ҡалырлыҡ үтһен өсөн медицина белгестәре лә, педагогтар ҙа бар көсөн һала. Бигерәк тә Лилиә Ишкилдина, Сергей Исаев, Роберт Шәйхисламов, Инна Решетникова, Марина Де-Шпиллер, Гүзәл Теплова, Луиза Талипова, Фәниә Әмирова, Юлиә Ғайсина, Фатима Латипова, Камил Ханкилдеев кеүек оҙаҡ йылдар, һөҙөмтәле эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең дә тырышлығын билдәләргә кәрәк.
Шифахана Учалы ҡалаһында урынлашҡас, ял итеүселәр музей, китапхана, мәҙәниәт учреждениеларына төрлө сараларға, боҙ һарайына хоккей матчтарын ҡарарға йөрөй. Көн һайын тәрбиәселәр тематик кисәләр, викторина, конкурстар ойоштора. Балалар күңеленә оҡшаған түңәрәктәргә йөрөй. Уҡыу процесы ла өҙөлмәй – математика, рус, инглиз телдәре буйынса дәрестәр уҙғарыла.
“Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән девизды алға ҡуя “Урал” шифаханаһы. Бында бассейн, тренажер залдары ла эшләй. Fөмүмән, спортҡа ныҡлы иғтибар бүленә. Бынан тыш, дауалау физкультураһы төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараһы булып тора.
Шифахана ылыҫлы урман эргәһендә генә урынлашҡас, тәбиғәт ҡосағына экскурсиялар йыш ойошторола. Балалар скандинав йөрөшө менән дә шөғөлләнә.
Замандан артта ҡалмай“Урал” шифаханаһы заман менән бергә атлай, әленән-әле яңы дауалау ысулдарын үҙләштерә, матди-техник базаны нығытыу өсөн күп көс һалына. Ике корпустан торған учреждение таҙа, йылы, зауыҡ менән йыһазландырылған. Былтыр бында йылытыу системаһы тулыһынса яңыртылған, яҡтыртҡыстар энергияны күп сарыф итмәгән төрөнә алмаштырылған. Республика бюджетынан бүленгән 800 мең һум аҡсаға спорт залында капиталь ремонт уҙғарылған, ҡойма яңыртылған.
Үҙенең ғәжәйеп дауалау алымдары, юғары квалификациялы белгестәре, уңайлы көнкүреш шарттары менән киң билдәле шифаханала, йыл һайын республикабыҙ үҫмерҙәренән тыш, күрше Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Пермь һәм башҡа төбәктәрҙән дә меңәрләгән бала сәләмәтлеген нығыта, ял итә.
Үҙебеҙҙә ошондай шифахананың булыуы ҡыуаныслы. Аҡса түгеп ҡайҙалыр алыҫҡа ла йөрөргә кәрәкмәй. Балағыҙҙы бында һауыҡтырырға теләгегеҙ булһа, түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: Учалы ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 9-сы йорт. Белешмә өсөн телефондар: 8(34791) 6-06-64, 6-05-99.
Хаҡтар ҙа ҡиммәт түгел, һауыҡтырыуҙың бер көнө 1045 һум тора.