Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ишембай ҡалаһындағы милли мәҙәниәттәр үҙәгендә “Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре” тип исемләнгән кисә булды. Унда төбәктең әүҙем йәмәғәтселәре, үләндәрҙең дауалау һәләтенә инанған кешеләр йыйылғайны. Һүҙ шифалы үләндәр, уларҙы ҡулланыу ысулдары, ҡағиҙәләре хаҡында барҙы.

Һәр кем үҙе белеп кенә ҡулланған шифалы үләндәр хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Мәҫәлән, Нәсимә Әминева мәтрүшкә менән гөлйемештән яһалған төнәтмәнең йоҡоһоҙ­лоҡтан ярҙам иткәнен, меңъяпраҡтың һуғыш ваҡытында яралы һалдаттарҙың ҡанын туҡтатҡанын һәм микробтарҙы юҡ итә торған көслө үҫемлек булараҡ ҡулланылғанын бәйән итте. Фәүзиә Насирова дегәнәк орлоғон шеш сыҡҡанда (фурункул) ҡулланыу мөмкинлеге тураһында белдерҙе.
Кисәлә Сәкинә Дәүләтшина менән Нәсимә Әминеваның үҫемлектәр тураһында яҙған шиғырҙары ла яңғыраны. Йомаҡтар сисеп, мәҡәл-әйтемдәр әйтешеп тә өлгөрҙөләр.
Үләндәрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергә ярамай – шифаһы булмаясаҡ. Еләҫ ерҙә яҡшылап елләтелгән үләнде ныҡлап ябылған быяла һауыттарҙа, ҡоро, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк, тигән Зәүрә Фәттәхо­ваның кәңәштәре лә урынлы булды.
Мәсрүрә Сафина утыҙ төрлө үләнде ҡушып шифалы сәй эшләй икән. “Үлән сәйенең фай­ҙаһы бик ҙур. Тик уны самаһыҙ ҡулланыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Бындай сәй, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу көсөнә эйә”, – ти ул. Шифалы үҫемлектәр тураһында әллә күпме яңы мәғлүмәт алып, фекер алышып, Мәсрүрә апайҙың хуш еҫле шифалы сәйен эсеп, күңелдәре күтәрелеп таралышты сарала ҡатнашыусылар.


Ишембай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521