Үлән дә шифа03.10.2017
Ишембай ҡалаһындағы милли мәҙәниәттәр үҙәгендә “Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре” тип исемләнгән кисә булды. Унда төбәктең әүҙем йәмәғәтселәре, үләндәрҙең дауалау һәләтенә инанған кешеләр йыйылғайны. Һүҙ шифалы үләндәр, уларҙы ҡулланыу ысулдары, ҡағиҙәләре хаҡында барҙы.
Һәр кем үҙе белеп кенә ҡулланған шифалы үләндәр хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Мәҫәлән, Нәсимә Әминева мәтрүшкә менән гөлйемештән яһалған төнәтмәнең йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам иткәнен, меңъяпраҡтың һуғыш ваҡытында яралы һалдаттарҙың ҡанын туҡтатҡанын һәм микробтарҙы юҡ итә торған көслө үҫемлек булараҡ ҡулланылғанын бәйән итте. Фәүзиә Насирова дегәнәк орлоғон шеш сыҡҡанда (фурункул) ҡулланыу мөмкинлеге тураһында белдерҙе.
Кисәлә Сәкинә Дәүләтшина менән Нәсимә Әминеваның үҫемлектәр тураһында яҙған шиғырҙары ла яңғыраны. Йомаҡтар сисеп, мәҡәл-әйтемдәр әйтешеп тә өлгөрҙөләр.
Үләндәрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергә ярамай – шифаһы булмаясаҡ. Еләҫ ерҙә яҡшылап елләтелгән үләнде ныҡлап ябылған быяла һауыттарҙа, ҡоро, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк, тигән Зәүрә Фәттәхованың кәңәштәре лә урынлы булды.
Мәсрүрә Сафина утыҙ төрлө үләнде ҡушып шифалы сәй эшләй икән. “Үлән сәйенең файҙаһы бик ҙур. Тик уны самаһыҙ ҡулланыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Бындай сәй, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу көсөнә эйә”, – ти ул. Шифалы үҫемлектәр тураһында әллә күпме яңы мәғлүмәт алып, фекер алышып, Мәсрүрә апайҙың хуш еҫле шифалы сәйен эсеп, күңелдәре күтәрелеп таралышты сарала ҡатнашыусылар.
Ишембай ҡалаһы.