Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теште һаҡларға кәрәк
Теште һаҡларға кәрәк Теш һыҙлағанда беҙ ниндәй генә халыҡ медицинаһы ысулын ҡулланмайбыҙ: ауыртҡан урынға һарымһаҡ баҫабыҙ, үлән төнәтмәһе менән сайҡатып ҡарайбыҙ, әммә стоматологка барыуҙы һуңғы сиккә тиклем һуҙабыҙ. Шулай ҙа... Барыбер табипһыҙ булмай. Ейәнсура районы үҙәгендә урынлашҡан теш клиникаһынан да кеше өҙөлмәй.
Клиниканың етәксеһе, теш табибы Хәлил Янбаев үҙен белә-белгәндән табип булырға хыяллана. Егет, мәк­тәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология бүлегенә уҡырға инә. Теш табибы һөнәрен үҙләштергәс, тыуған яғына ҡайтып, “Заветы Ильича” совхозында амбулаторияла эш башлай. Бында туғыҙ йыл эшләгәндән һуң, район үҙәк дауаханаһында тәжрибә туплай. Эшенең бөтөн нескәлектәренә төшөнгәс, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарамаҡсы була.
Бөгөн яҡын-тирәлә клиниканы белмәгән кеше юҡ. Ул заманса медицина йыһаздары менән тәьмин ителгән, барлыҡ төр юғары сифатлы стоматология хеҙмәттәре күрһәтелә. Көнөнә 14–16 кеше ҡабул ителә. Тәжрибәле, үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй торған хеҙмәткәрҙәр йыйылған бында. Айырыуса Урал Фәхретдиновтың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Һәр кем үҙ вазифаһына яуаплы ҡарай, мөрәжәғәт итеүселәр менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырып, сифатлы дауалау хеҙмәте күрһәтә.
Заман менән бергә атлайҙар, яңы технологиялар ҡулланыла. Клиника халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙалана. Дауалауҙан тыш, протез ҡуялар, бүтән төр хеҙмәттәр ҙә ят түгел.
– Әлбиттә, үҙ эшеңде асыу тип әйтеү генә анһат, бик күп ауырлыҡ аша үтергә тура килде. Әммә тырышһаң, барыһын да еңеп сығырға була. Иң мөһиме – эш бар, кешеләр килә, бер ҙә буш ултырғаным юҡ. Бер яҡтан, үҙемә үҙем хужа булһам, икенсенән, яуаплылыҡ та көслө. Тик заманса ҡорамал һәм сифатлы материал ғына ҡулланабыҙ. Яратҡан эшең булыу – бәхет, тиҙәр бит. Эшемде яратып һайланым, мәктәптә уҡығанда уҡ хәл иткәйнем, – ти Хәлил Йәмил улы.
Ҡатыны Кәримә – төп ярҙамсыһы, уның уңғанлығына һоҡланырлыҡ. Эштә лә өлгөрәләр, бынамын итеп йорт та һалып сыҡҡандар, өс бала үҫтерәләр. Улдары Нәдир ҙа атаһы юлын һайлаған – теш технигы һөнәрен үҙләштергән. Әле клиникала бергә эшләйҙәр. Ҡыҙ­ҙары Зифа Башҡортостан медицина университетының алтынсы курсында уҡый. Данияр ситтән тороп Башҡорт иҡтисад колледжында юрист һөнәрен үҙләштерә.
– Һәр теш организмдың теүәл эшлә­үенә үҙ өлөшөн индерә. Беҙ уны һаҡ­ларға тырышабыҙ. Ауыртҡан тешен һурҙырырға килгәндәргә лә башта дауалап ҡарарға кәңәш итәбеҙ. Бала­ларҙың һәм ололарҙың ҡыйыш үҫкән тештәрен тигеҙләйбеҙ. Эшебеҙҙән барыһы ла ҡәнәғәт, – ти Хәлил Янбаев.
Ғөмүмән, Хәлил Йәмил улы әйте­үенсә, ауырыуҙарҙың 98 проценты теште һаҡламауҙан килә. Кеше һау-сәләмәт тормош алып бара икән, уның ауыҙындағы “ынйы”лары ла тәртиптә буласаҡ. Шуға табип күберәк һыу эсергә, теште көнөнә ике тапҡыр таҙартырға, стоматологтарҙан ҡурҡ­маҫҡа кәңәш итә.


Автор: Г. СӘХИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521