Теш һыҙлағанда беҙ ниндәй генә халыҡ медицинаһы ысулын ҡулланмайбыҙ: ауыртҡан урынға һарымһаҡ баҫабыҙ, үлән төнәтмәһе менән сайҡатып ҡарайбыҙ, әммә стоматологка барыуҙы һуңғы сиккә тиклем һуҙабыҙ. Шулай ҙа... Барыбер табипһыҙ булмай. Ейәнсура районы үҙәгендә урынлашҡан теш клиникаһынан да кеше өҙөлмәй.Клиниканың етәксеһе, теш табибы Хәлил Янбаев үҙен белә-белгәндән табип булырға хыяллана. Егет, мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология бүлегенә уҡырға инә. Теш табибы һөнәрен үҙләштергәс, тыуған яғына ҡайтып, “Заветы Ильича” совхозында амбулаторияла эш башлай. Бында туғыҙ йыл эшләгәндән һуң, район үҙәк дауаханаһында тәжрибә туплай. Эшенең бөтөн нескәлектәренә төшөнгәс, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарамаҡсы була.
Бөгөн яҡын-тирәлә клиниканы белмәгән кеше юҡ. Ул заманса медицина йыһаздары менән тәьмин ителгән, барлыҡ төр юғары сифатлы стоматология хеҙмәттәре күрһәтелә. Көнөнә 14–16 кеше ҡабул ителә. Тәжрибәле, үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй торған хеҙмәткәрҙәр йыйылған бында. Айырыуса Урал Фәхретдиновтың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Һәр кем үҙ вазифаһына яуаплы ҡарай, мөрәжәғәт итеүселәр менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырып, сифатлы дауалау хеҙмәте күрһәтә.
Заман менән бергә атлайҙар, яңы технологиялар ҡулланыла. Клиника халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙалана. Дауалауҙан тыш, протез ҡуялар, бүтән төр хеҙмәттәр ҙә ят түгел.
– Әлбиттә, үҙ эшеңде асыу тип әйтеү генә анһат, бик күп ауырлыҡ аша үтергә тура килде. Әммә тырышһаң, барыһын да еңеп сығырға була. Иң мөһиме – эш бар, кешеләр килә, бер ҙә буш ултырғаным юҡ. Бер яҡтан, үҙемә үҙем хужа булһам, икенсенән, яуаплылыҡ та көслө. Тик заманса ҡорамал һәм сифатлы материал ғына ҡулланабыҙ. Яратҡан эшең булыу – бәхет, тиҙәр бит. Эшемде яратып һайланым, мәктәптә уҡығанда уҡ хәл иткәйнем, – ти Хәлил Йәмил улы.
Ҡатыны Кәримә – төп ярҙамсыһы, уның уңғанлығына һоҡланырлыҡ. Эштә лә өлгөрәләр, бынамын итеп йорт та һалып сыҡҡандар, өс бала үҫтерәләр. Улдары Нәдир ҙа атаһы юлын һайлаған – теш технигы һөнәрен үҙләштергән. Әле клиникала бергә эшләйҙәр. Ҡыҙҙары Зифа Башҡортостан медицина университетының алтынсы курсында уҡый. Данияр ситтән тороп Башҡорт иҡтисад колледжында юрист һөнәрен үҙләштерә.
– Һәр теш организмдың теүәл эшләүенә үҙ өлөшөн индерә. Беҙ уны һаҡларға тырышабыҙ. Ауыртҡан тешен һурҙырырға килгәндәргә лә башта дауалап ҡарарға кәңәш итәбеҙ. Балаларҙың һәм ололарҙың ҡыйыш үҫкән тештәрен тигеҙләйбеҙ. Эшебеҙҙән барыһы ла ҡәнәғәт, – ти Хәлил Янбаев.
Ғөмүмән, Хәлил Йәмил улы әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың 98 проценты теште һаҡламауҙан килә. Кеше һау-сәләмәт тормош алып бара икән, уның ауыҙындағы “ынйы”лары ла тәртиптә буласаҡ. Шуға табип күберәк һыу эсергә, теште көнөнә ике тапҡыр таҙартырға, стоматологтарҙан ҡурҡмаҫҡа кәңәш итә.