Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Билдә” өсөн түгел, халыҡ мәнфәғәтендә
“Билдә” өсөн түгел, халыҡ мәнфәғәтендәСпортҡа бер ҡасан да битараф булманыҡ. Үҙем дә, иптәшем дә мәктәптә уҡығанда ла, студент осоронда ла ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Хәҙер иһә балаларыбыҙ ҙа беҙҙең юлды дауам итә. Шуға әле лә ошондай сараларҙы ситтән генә күҙәтмәйбеҙ, мөмкин булған саҡта барып тамаша ҡылабыҙ. Быйыл Өфөлә “Рәсәй саңғы юлы” күмәкләп саңғы уҙышын күрергә насип булды.


Көн ҡояшлы булһа ла, һыуыҡ үҙен һиҙҙертә. Күмәкләшеп “Аҡбуҙат” ипподромына юллан­дыҡ. Унда инде кеше мәж килә. Бер-бер артлы туҡтаған автобустарҙан, автомобилдәрҙән саңғы тотҡан уҡыусылар, студенттар, оло быуын вәкилдәре төшә. Һәр кемендә байрам кәйефе. Бер аҙҙан ипподромда халыҡ йыйылыр өсөн тәғәйенләп ҡалдырылған “коридор” үтеп сыҡҡыһыҙ булды. Өйкөлөшкән халыҡ араһында бер-береңде юғалтыуы еңел, әммә табыуы ауыр.
“Бындай шарттарҙа нисек ярышты ойошторалар һуң?” тигән һорау тыуҙы. Балаларға кейем алыштырыр өсөн йылы урын булдырылмаған. Шуға ла һыуыҡта саңғы ботинкаларын, спорт кейемдәрен кейҙеләр. Ҡалын ҡышҡы курткаларҙа йүгереүселәр ҙә булды, әлбиттә. Әммә күпселек спорт кейемендә ине. Өсөнсө класта уҡыған улыбыҙ ҙа махсус спорт костюмында. Шулай булһа ла, тирләп килеп, һыуыҡ куртканы кейеүе һөҙөмтәһендә иртәгәһенә тамағына ангина сыҡты. Йылы сәй эсереп, үҙебеҙ шунда уҡ алмаш кейемдәрен биреп тороуға ҡарамаҫтан.
Биатлон менән шөғөлләнгән бала күнекмәләр ваҡытында һыуыҡ көндәрҙә йүгерһә лә, быға тиклем бер ҙә ауырыманы, сөнки унда йылыла кейем алыштырыу өсөн шарттар бар.
Сараны үткәреүселәр ойоштороу мәсьәләһен бик еңел хәл иткән. Беренсенән алып ун беренсе класҡа тиклем балаларҙы бер юлы стартҡа ҡуйҙылар. Халыҡ шул тиклем күп ине, хатта бер-береһенең саңғыһына йә таяғына эләгеп, ишелеп ҡолағандар ҙа булды. Бәләкәйҙәр түгел, хатта өлкән класс уҡыусылары ла ошо хәлгә тарыны. Ә бит был үҙе үк киң спорт ярыштарын үткәреү буйынса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең күҙәтелмәүе хаҡында һөйләй. Әлеге шарттарҙа саңғы таяғының осо берәйһен күҙһеҙ ҡалдырыуы ла ихтимал ине.
Бәйгеселәр араһынан спорт мәктәптәрендә шөғөлләнгән, Рәсәй кимәлендә ярыштарҙа ҡатнашҡан профессиональ спортсылар, “һә” тигәнсә ҡыҫҡа арауыҡты үтеп, финиш һыҙығын киҫкәндә, башҡаларҙың өйкөлөшөп яңы старттан ҡуҙғалыуын күҙәтеү, бер яҡтан, мәрәкә күренеш булһа, икенсе яҡтан, ҡыҙғаныс та ине. Етмәһә, йүгерештә ҡатнашҡандарҙың йәш категорияһына ҡарамайынса, бары тәүге алтыһын ғына бүләкләнеләр. Ярай әле бөтәһенә лә “Саңғы юлы-2018” тигән шапка тараттылар. Ҡайһы берәүҙәр шуға алданып, кемдер мәктәп һорауы буйынса ҡатнаша. Әгәр ошо алымдар файҙаланылмаһа, халыҡ күпкә кәм булыр ине.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта “Рәсәй саңғы юлы-2018” бөтөнләй икенсе шарттарҙа уҙған. Унда “үткәрелде” тип “билдә ҡуйыу” өсөн түгел, халыҡ ярыштан ҡәнәғәт ҡалһын өсөн тырышҡандар. Сара “Содовик” спорт комплексында ойошторолған. Регламент буйынса сараны асыу тантанаһынан һуң, йәғни 11.15 сәғәттә, бер саҡрымға VIP-йүгереү, йәғни ҡаланың ойошма, учреждение, предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында уҙыш. Ә 12-лә ошо уҡ арауыҡҡа беренсе-дүртенсе класс балалары, шулай уҡ 70 йәштән олораҡ быуын өсөн старт була.
Урта һәм өлкән класс уҡыусылары ике һәм өс саҡрым арауыҡта көс һынаша. Ошо уҡ дистанцияларҙы урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, предприятие һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре үтә.
Еңеүселәрҙе лә йәш төркөмөнә ҡарап билдәләйҙәр. Унда был көндә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Октябрьский ҡалаһында уҙған сарала тәүҙә билдәле спортсылар стартҡа баҫҡан. Учалыла саңғы ярышында 1500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Урта һәм өлкән класта уҡыусылар, үҙҙәренең йәш категорияһына ярашлы, 800 һәм 1600 метрға уҙышҡан. Ололар өсөн уҙыш киске сәғәт алтыла ойошторолған.
Баш ҡалала “Рәсәй саңғы юлы” күмәкләп саңғы уҙышы өс урында – “Аҡбуҙат” ипподромында, Баланово урман паркында, “Водник” стадионында ойошторолдо. Әгәр ҙә миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Өфөнөң һәр районында саңғы байрамы айырым үткәрелһә, күпкә уңайлы булыр һәм ҡатнашыусылар ҡаланың бер осонан икенсеһенә саңғы тотоп, эркелеп йөрөмәҫ ине.
Киләсәктә ошондай спорт саралары үткәр­гәндә, ойоштороусылар иң тәүҙә хәүефһеҙлек һәм ғәҙел бәйге ойоштороу күҙлегенән сығып эш итһен ине. Алда уҙғарыласаҡ ярыштарҙа башланғыс класс балалары менән өлкән класс уҡыусылары бер шарттарҙа һәм бер ваҡытта, йәғни бер мәлдә, стартҡа баҫмаҫ, тип ышанғы килә. Әйтер һүҙем: “билдә” өсөн түгел, ә халыҡ мәнфәғәтендә эшләйек...


Автор: Р. Мусина.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 752

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 424

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 226

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069