Спортҡа бер ҡасан да битараф булманыҡ. Үҙем дә, иптәшем дә мәктәптә уҡығанда ла, студент осоронда ла ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Хәҙер иһә балаларыбыҙ ҙа беҙҙең юлды дауам итә. Шуға әле лә ошондай сараларҙы ситтән генә күҙәтмәйбеҙ, мөмкин булған саҡта барып тамаша ҡылабыҙ. Быйыл Өфөлә “Рәсәй саңғы юлы” күмәкләп саңғы уҙышын күрергә насип булды. Көн ҡояшлы булһа ла, һыуыҡ үҙен һиҙҙертә. Күмәкләшеп “Аҡбуҙат” ипподромына юлландыҡ. Унда инде кеше мәж килә. Бер-бер артлы туҡтаған автобустарҙан, автомобилдәрҙән саңғы тотҡан уҡыусылар, студенттар, оло быуын вәкилдәре төшә. Һәр кемендә байрам кәйефе. Бер аҙҙан ипподромда халыҡ йыйылыр өсөн тәғәйенләп ҡалдырылған “коридор” үтеп сыҡҡыһыҙ булды. Өйкөлөшкән халыҡ араһында бер-береңде юғалтыуы еңел, әммә табыуы ауыр.
“Бындай шарттарҙа нисек ярышты ойошторалар һуң?” тигән һорау тыуҙы. Балаларға кейем алыштырыр өсөн йылы урын булдырылмаған. Шуға ла һыуыҡта саңғы ботинкаларын, спорт кейемдәрен кейҙеләр. Ҡалын ҡышҡы курткаларҙа йүгереүселәр ҙә булды, әлбиттә. Әммә күпселек спорт кейемендә ине. Өсөнсө класта уҡыған улыбыҙ ҙа махсус спорт костюмында. Шулай булһа ла, тирләп килеп, һыуыҡ куртканы кейеүе һөҙөмтәһендә иртәгәһенә тамағына ангина сыҡты. Йылы сәй эсереп, үҙебеҙ шунда уҡ алмаш кейемдәрен биреп тороуға ҡарамаҫтан.
Биатлон менән шөғөлләнгән бала күнекмәләр ваҡытында һыуыҡ көндәрҙә йүгерһә лә, быға тиклем бер ҙә ауырыманы, сөнки унда йылыла кейем алыштырыу өсөн шарттар бар.
Сараны үткәреүселәр ойоштороу мәсьәләһен бик еңел хәл иткән. Беренсенән алып ун беренсе класҡа тиклем балаларҙы бер юлы стартҡа ҡуйҙылар. Халыҡ шул тиклем күп ине, хатта бер-береһенең саңғыһына йә таяғына эләгеп, ишелеп ҡолағандар ҙа булды. Бәләкәйҙәр түгел, хатта өлкән класс уҡыусылары ла ошо хәлгә тарыны. Ә бит был үҙе үк киң спорт ярыштарын үткәреү буйынса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең күҙәтелмәүе хаҡында һөйләй. Әлеге шарттарҙа саңғы таяғының осо берәйһен күҙһеҙ ҡалдырыуы ла ихтимал ине.
Бәйгеселәр араһынан спорт мәктәптәрендә шөғөлләнгән, Рәсәй кимәлендә ярыштарҙа ҡатнашҡан профессиональ спортсылар, “һә” тигәнсә ҡыҫҡа арауыҡты үтеп, финиш һыҙығын киҫкәндә, башҡаларҙың өйкөлөшөп яңы старттан ҡуҙғалыуын күҙәтеү, бер яҡтан, мәрәкә күренеш булһа, икенсе яҡтан, ҡыҙғаныс та ине. Етмәһә, йүгерештә ҡатнашҡандарҙың йәш категорияһына ҡарамайынса, бары тәүге алтыһын ғына бүләкләнеләр. Ярай әле бөтәһенә лә “Саңғы юлы-2018” тигән шапка тараттылар. Ҡайһы берәүҙәр шуға алданып, кемдер мәктәп һорауы буйынса ҡатнаша. Әгәр ошо алымдар файҙаланылмаһа, халыҡ күпкә кәм булыр ине.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта “Рәсәй саңғы юлы-2018” бөтөнләй икенсе шарттарҙа уҙған. Унда “үткәрелде” тип “билдә ҡуйыу” өсөн түгел, халыҡ ярыштан ҡәнәғәт ҡалһын өсөн тырышҡандар. Сара “Содовик” спорт комплексында ойошторолған. Регламент буйынса сараны асыу тантанаһынан һуң, йәғни 11.15 сәғәттә, бер саҡрымға VIP-йүгереү, йәғни ҡаланың ойошма, учреждение, предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында уҙыш. Ә 12-лә ошо уҡ арауыҡҡа беренсе-дүртенсе класс балалары, шулай уҡ 70 йәштән олораҡ быуын өсөн старт була.
Урта һәм өлкән класс уҡыусылары ике һәм өс саҡрым арауыҡта көс һынаша. Ошо уҡ дистанцияларҙы урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, предприятие һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре үтә.
Еңеүселәрҙе лә йәш төркөмөнә ҡарап билдәләйҙәр. Унда был көндә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Октябрьский ҡалаһында уҙған сарала тәүҙә билдәле спортсылар стартҡа баҫҡан. Учалыла саңғы ярышында 1500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Урта һәм өлкән класта уҡыусылар, үҙҙәренең йәш категорияһына ярашлы, 800 һәм 1600 метрға уҙышҡан. Ололар өсөн уҙыш киске сәғәт алтыла ойошторолған.
Баш ҡалала “Рәсәй саңғы юлы” күмәкләп саңғы уҙышы өс урында – “Аҡбуҙат” ипподромында, Баланово урман паркында, “Водник” стадионында ойошторолдо. Әгәр ҙә миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Өфөнөң һәр районында саңғы байрамы айырым үткәрелһә, күпкә уңайлы булыр һәм ҡатнашыусылар ҡаланың бер осонан икенсеһенә саңғы тотоп, эркелеп йөрөмәҫ ине.
Киләсәктә ошондай спорт саралары үткәргәндә, ойоштороусылар иң тәүҙә хәүефһеҙлек һәм ғәҙел бәйге ойоштороу күҙлегенән сығып эш итһен ине. Алда уҙғарыласаҡ ярыштарҙа башланғыс класс балалары менән өлкән класс уҡыусылары бер шарттарҙа һәм бер ваҡытта, йәғни бер мәлдә, стартҡа баҫмаҫ, тип ышанғы килә. Әйтер һүҙем: “билдә” өсөн түгел, ә халыҡ мәнфәғәтендә эшләйек...