Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡубып килдек кубок күрергә
Ҡубып килдек кубок күрергә Салауат Юлаев майҙанында футбол буйынса донъя чемпионаты Кубогын (FIFA) өфөләр ҡайнар сәләмләне. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Иркен майҙанда алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Студенттар, мәктәп уҡыусылары, хатта өлкәндәр ҙә эркелеп килде, төп футбол трофейын түҙемһеҙлек менән көттө. Башҡорт дәүләт университеты студенты Гөлсибәр Айытҡужинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡыуҙан айырмалы, бассейнға йөрөргә әүәҫ, бәләкәйҙән спорт ярата, “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” бәйгеһендә ҡатнашып, бер нисә йыл рәттән призлы урын яулағандар. Бигерәк тә Рәсәйҙә киләһе йыл донъя беренселегенең үтеүе уның өсөн ғорурлыҡ, ирекмән булыу теләге менән яна. Юҡҡа ғына Өфөнө спорт яратҡан ҡала тимәйҙәр шул.
Сәхнәлә иһә спортсылар таһыллыҡ­тарын, көстәрен күрһәтте, йыр-моң яңғыраны.
– Футбол буйынса донъя чемпионаты туры сиктәрендә бөгөн беҙҙә күркәм байрам, һәр кем өсөн ҡәҙерле спорт трофейын ҡаршы алабыҙ, – тине республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов. – Һүҙ ҙә юҡ, уның янында тулҡынланыу кисерәһең. Күп тә үтмәҫ, был ваҡиғаға бер йылдан да кәм ваҡыт ҡалды, команда капитаны уны юғарыға күтәрер, бар донъя ошо сағыу ваҡиғаның шаһиты булыр. Әлбиттә, беҙ, көйәрмәндәр, яратҡан командабыҙҙың еңеүен теләйбеҙ.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, футбол республикабыҙҙа йылдам үҫешә, спорттың был төрө менән бихисап малай һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә, һәр береһенең уға йәштән тартылыуы айырыуса ҡыуандыра. Хәйер, “Өфө” клубы уңыштары менән даими шатландыра башҡортостандарҙы.
Футбол буйынса донъя беренселегенең төп трофейы илебеҙ ҡалалары буйлап гиҙеүен дауам итә. Өфө иһә – эстафетаны ҡабул иткән дүртенсе ҡала. Быға тиклем уны Красноярск, Омск һәм Силәбе ҡалалары ҡаршы алды һәм күршеләренә оҙатты. Кубок баш ҡалабыҙҙа октябргә тиклем буласаҡ.
Әйткәндәй, тотош алтындан торған кубоктың ауырлығы – алты килограмм 175 грамм. Ул 123 көн эсендә 27 мең километр юл үтәсәк, тиҙәр. Теләгән һәр кемгә уның эргәһендә (Рубежная урамы, 174 адресы буйынса урынлашҡан “Мега” сауҙа үҙәгендә һаҡланасаҡ) иҫтәлеккә фотоға төшөү мөмкинлеге бар. Кубок артабан Пермь ҡалаһына юлланасаҡ.
Республика етәксеһе көйәрмәндәрҙе, тағы ла бер тапҡыр оло байрам менән ҡотлап, диванда ятыу, телевизор ҡарау һәм компьютер алдында ултырыу урынына спорт менән шөғөлләнергә, саф һауала йышыраҡ йөрөргә саҡырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 752

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 424

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 226

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069