Салауат Юлаев майҙанында футбол буйынса донъя чемпионаты Кубогын (FIFA) өфөләр ҡайнар сәләмләне. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.Иркен майҙанда алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Студенттар, мәктәп уҡыусылары, хатта өлкәндәр ҙә эркелеп килде, төп футбол трофейын түҙемһеҙлек менән көттө. Башҡорт дәүләт университеты студенты Гөлсибәр Айытҡужинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡыуҙан айырмалы, бассейнға йөрөргә әүәҫ, бәләкәйҙән спорт ярата, “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” бәйгеһендә ҡатнашып, бер нисә йыл рәттән призлы урын яулағандар. Бигерәк тә Рәсәйҙә киләһе йыл донъя беренселегенең үтеүе уның өсөн ғорурлыҡ, ирекмән булыу теләге менән яна. Юҡҡа ғына Өфөнө спорт яратҡан ҡала тимәйҙәр шул.
Сәхнәлә иһә спортсылар таһыллыҡтарын, көстәрен күрһәтте, йыр-моң яңғыраны.
– Футбол буйынса донъя чемпионаты туры сиктәрендә бөгөн беҙҙә күркәм байрам, һәр кем өсөн ҡәҙерле спорт трофейын ҡаршы алабыҙ, – тине республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов. – Һүҙ ҙә юҡ, уның янында тулҡынланыу кисерәһең. Күп тә үтмәҫ, был ваҡиғаға бер йылдан да кәм ваҡыт ҡалды, команда капитаны уны юғарыға күтәрер, бар донъя ошо сағыу ваҡиғаның шаһиты булыр. Әлбиттә, беҙ, көйәрмәндәр, яратҡан командабыҙҙың еңеүен теләйбеҙ.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, футбол республикабыҙҙа йылдам үҫешә, спорттың был төрө менән бихисап малай һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә, һәр береһенең уға йәштән тартылыуы айырыуса ҡыуандыра. Хәйер, “Өфө” клубы уңыштары менән даими шатландыра башҡортостандарҙы.
Футбол буйынса донъя беренселегенең төп трофейы илебеҙ ҡалалары буйлап гиҙеүен дауам итә. Өфө иһә – эстафетаны ҡабул иткән дүртенсе ҡала. Быға тиклем уны Красноярск, Омск һәм Силәбе ҡалалары ҡаршы алды һәм күршеләренә оҙатты. Кубок баш ҡалабыҙҙа октябргә тиклем буласаҡ.
Әйткәндәй, тотош алтындан торған кубоктың ауырлығы – алты килограмм 175 грамм. Ул 123 көн эсендә 27 мең километр юл үтәсәк, тиҙәр. Теләгән һәр кемгә уның эргәһендә (Рубежная урамы, 174 адресы буйынса урынлашҡан “Мега” сауҙа үҙәгендә һаҡланасаҡ) иҫтәлеккә фотоға төшөү мөмкинлеге бар. Кубок артабан Пермь ҡалаһына юлланасаҡ.
Республика етәксеһе көйәрмәндәрҙе, тағы ла бер тапҡыр оло байрам менән ҡотлап, диванда ятыу, телевизор ҡарау һәм компьютер алдында ултырыу урынына спорт менән шөғөлләнергә, саф һауала йышыраҡ йөрөргә саҡырҙы.