Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бутҡаны күберәк ашағыҙ!
Бутҡаны күберәк ашағыҙ! Юлаевсыларҙың рәттән биш тапҡыр еңеүенә һөйөнгән көйәрмән тағы ярыҡ ялғаш янында ҡалды. Шишәмбелә КХЛ беренселегендә артта ғына һөйрәлгән “Амур”ҙан отолоп ҡуйҙылар (1:4).

Ябай көйәрмәнгә ни кәрәк инде – яратҡан командаһы күберәк мәрәй йыйһын. Бына “Салауат Юлаев” та уңышлы уйнай башлағас, кәйефтәр көрәйеп китте. Әммә, иғтибарлап ҡа­раһаң, элекке хаталарҙан арына алмай хоккейсыларыбыҙ. Ҡайһы бер етешһеҙлектәр дөйөм еңеү күләгә­һен­дә юғалып ҡала, ә отолоу арҡаһында, киреһенсә, кемдеңдер тырышҡаны күренмәй.
Мәҫәлән, Никлас Сведберг. Насар ҡапҡасы түгел. Ләкин команда матчта абынһа, шунда уҡ уның ҡапҡаһына ингән шайбалар күҙгә салына. Ә ниңә һаҡсылар ярҙамлашмай, ниңә һөжүм итеүселәр күберәк гол индермәй?
Һаҡ һыҙығы беҙҙә бөтөнләй аҡһай. Яй ҡыланалар, сослоҡ юҡ. Был йүнә­лештәге бер генә уйынсы ла үҙ эшен еренә еткереп башҡармай. Былтыр Кирилл Кольцов менән маҡтандыҡ. Йәнәһе, иң күп гол индергән һаҡсы. Миҙгел аҙағында үҙе шул номинация­ла бүләк тә алды. Аҙға ғына уның һаҡсы (!) икәнен онотоп ебәрҙек, буғай. Ә быйыл ни ышаныслы итеп ҡапҡа һаҡламай, ни голдары юҡ. Ет­мәһә, штраф эскәмйәһенә йыш эләгә... Иптәштәре Филипп Метлюк, Сами Леписте, Денис Бодров та боҙға ниндәй маҡсат менән сығалыр – уныһы ла беҙгә ҡараңғы.
Һөжүм итеүселәрҙән Сергей Соин, ҡаршы команда ҡапҡаһына шайба ташлау урынына, штраф эскәмйә­һен­дә ыштан туҙҙыра. Оҫта ҡуллы Дмитрий Макаров менән Теему Хартикайнен да ниңәлер мәргәнлектәрен юғалт­ты. Бары тик Линус Умарк менән Николай Прохоркинға ғына дәғүә юҡ тип әйтергә була. Ғөмүмән, һөжүм итеү­селәр шайбаны аҙ индерә. 12 ос­ра­шыу уҙҙы. Умарктың иҫәбендә – биш, Григоренко менән Прохоркиндың дүртәр голы теркәлгән. Матч һайын башлыса бер-ике тапҡыр ғына уңыш­ҡа өлгәшеп, әллә ни алыҫ китеп булмаясаҡ.
Аптырағандан шаяртыуға күсәм: көс йыйыр өсөн – бутҡаны, күҙегеҙ мәр­гәнерәк күрһен тиһәң, кишерҙе күберәк ашағыҙ, юлаевсылар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 750

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 276

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 232

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 422

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 281

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 421

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 224

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 093

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 197

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 067