Юлаевсыларҙың рәттән биш тапҡыр еңеүенә һөйөнгән көйәрмән тағы ярыҡ ялғаш янында ҡалды. Шишәмбелә КХЛ беренселегендә артта ғына һөйрәлгән “Амур”ҙан отолоп ҡуйҙылар (1:4).Ябай көйәрмәнгә ни кәрәк инде – яратҡан командаһы күберәк мәрәй йыйһын. Бына “Салауат Юлаев” та уңышлы уйнай башлағас, кәйефтәр көрәйеп китте. Әммә, иғтибарлап ҡараһаң, элекке хаталарҙан арына алмай хоккейсыларыбыҙ. Ҡайһы бер етешһеҙлектәр дөйөм еңеү күләгәһендә юғалып ҡала, ә отолоу арҡаһында, киреһенсә, кемдеңдер тырышҡаны күренмәй.
Мәҫәлән, Никлас Сведберг. Насар ҡапҡасы түгел. Ләкин команда матчта абынһа, шунда уҡ уның ҡапҡаһына ингән шайбалар күҙгә салына. Ә ниңә һаҡсылар ярҙамлашмай, ниңә һөжүм итеүселәр күберәк гол индермәй?
Һаҡ һыҙығы беҙҙә бөтөнләй аҡһай. Яй ҡыланалар, сослоҡ юҡ. Был йүнәлештәге бер генә уйынсы ла үҙ эшен еренә еткереп башҡармай. Былтыр Кирилл Кольцов менән маҡтандыҡ. Йәнәһе, иң күп гол индергән һаҡсы. Миҙгел аҙағында үҙе шул номинацияла бүләк тә алды. Аҙға ғына уның һаҡсы (!) икәнен онотоп ебәрҙек, буғай. Ә быйыл ни ышаныслы итеп ҡапҡа һаҡламай, ни голдары юҡ. Етмәһә, штраф эскәмйәһенә йыш эләгә... Иптәштәре Филипп Метлюк, Сами Леписте, Денис Бодров та боҙға ниндәй маҡсат менән сығалыр – уныһы ла беҙгә ҡараңғы.
Һөжүм итеүселәрҙән Сергей Соин, ҡаршы команда ҡапҡаһына шайба ташлау урынына, штраф эскәмйәһендә ыштан туҙҙыра. Оҫта ҡуллы Дмитрий Макаров менән Теему Хартикайнен да ниңәлер мәргәнлектәрен юғалтты. Бары тик Линус Умарк менән Николай Прохоркинға ғына дәғүә юҡ тип әйтергә була. Ғөмүмән, һөжүм итеүселәр шайбаны аҙ индерә. 12 осрашыу уҙҙы. Умарктың иҫәбендә – биш, Григоренко менән Прохоркиндың дүртәр голы теркәлгән. Матч һайын башлыса бер-ике тапҡыр ғына уңышҡа өлгәшеп, әллә ни алыҫ китеп булмаясаҡ.
Аптырағандан шаяртыуға күсәм: көс йыйыр өсөн – бутҡаны, күҙегеҙ мәргәнерәк күрһен тиһәң, кишерҙе күберәк ашағыҙ, юлаевсылар!