Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Шторм” алға бара 4-се лицейҙың “Шторм” ҡыҙҙар баскетбол командаһы “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһы ярышында Волга буйы федераль округы буйынса чемпион исемен яуланы.

Баймаҡ һылыуҙарының ҙур еңеүе республика ғына түгел, округ төбәктәре өсөн дә көтөлмәгән яңылыҡ булды. Беҙҙең ҡыҙҙар илгә яҡшы билдәле Ҡазан, Пенза, Һарытау, Һамар ҡалалары, Мордва Республикаһы командаларын бер-бер артлы тар-мар итә баш­лағас, был спортсыларҙың тренер­ҙары картанан Баймаҡты эҙләп тапҡан. Бәләкәй генә ҡаланан килгән ҡыҙҙарҙың шундай юғары кимәлдә уйнай алғанына хайран ҡалғандар.
“Шторм” командаһының тренеры Р. Муҡаев әйтеүенсә, ул был еңеүгә 15 йыл буйы әҙерләнгән.
– Ҡыҙҙар аҙнаһына бер нисә мәртәбә генә түгел, ә йыл әйләнә­һенә алһыҙ-ялһыҙ шөғөл­ләнә. Йәй­геһен башҡа балалар ял иткәндә лә, күнекмәләр менән мәшғүлдәр, – ти ул.
Эйе, еңеү яулау өсөн ошондай ауырлыҡтар аша үтергә кәрәктер. Һөҙөмтәлә ҡара тир түгеп әҙер­лә­неүҙең емеше ифрат татлы булды бит!
Юғары кимәлдә ойошторолған ярышта мәртәбәле ҡунаҡтар, билдәле спортсылар ҡатнашҡан. Еңеүсе командаларға миҙалдарҙы Светлана Антипова, Ирек Зарипов кеүек Олимпия чемпиондары тап­шырған. Баймаҡ баскетболсылары Элиза Исмәғилева, Анастасия Захватова, Нәйлә Сәйетҡолова иһә Волга буйы федераль округы буйынса иң шәп уйынсылар тип таныл­ған.
Ҙур еңеү яулаған ҡыҙҙарҙы ҡар­шылауҙы баймаҡтар ашҡынып көттө. Тыуған ҡалаһына төнгө сәғәт 3-тә ҡайтып еткән һылыу­ҙарҙы үҙәк майҙанда ҡаршы алдылар, улар өсөн салют атылды.
Шулай итеп, беҙҙең ҡыҙҙар Рәсәй кимәлендә Ульяновск ҡала­һында “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһының финалында Волга буйы федераль округы намыҫын яҡлау хоҡуғын алды. Һынатмағыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 753

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 424

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069