4-се лицейҙың “Шторм” ҡыҙҙар баскетбол командаһы “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһы ярышында Волга буйы федераль округы буйынса чемпион исемен яуланы.Баймаҡ һылыуҙарының ҙур еңеүе республика ғына түгел, округ төбәктәре өсөн дә көтөлмәгән яңылыҡ булды. Беҙҙең ҡыҙҙар илгә яҡшы билдәле Ҡазан, Пенза, Һарытау, Һамар ҡалалары, Мордва Республикаһы командаларын бер-бер артлы тар-мар итә башлағас, был спортсыларҙың тренерҙары картанан Баймаҡты эҙләп тапҡан. Бәләкәй генә ҡаланан килгән ҡыҙҙарҙың шундай юғары кимәлдә уйнай алғанына хайран ҡалғандар.
“Шторм” командаһының тренеры Р. Муҡаев әйтеүенсә, ул был еңеүгә 15 йыл буйы әҙерләнгән.
– Ҡыҙҙар аҙнаһына бер нисә мәртәбә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ шөғөлләнә. Йәйгеһен башҡа балалар ял иткәндә лә, күнекмәләр менән мәшғүлдәр, – ти ул.
Эйе, еңеү яулау өсөн ошондай ауырлыҡтар аша үтергә кәрәктер. Һөҙөмтәлә ҡара тир түгеп әҙерләнеүҙең емеше ифрат татлы булды бит!
Юғары кимәлдә ойошторолған ярышта мәртәбәле ҡунаҡтар, билдәле спортсылар ҡатнашҡан. Еңеүсе командаларға миҙалдарҙы Светлана Антипова, Ирек Зарипов кеүек Олимпия чемпиондары тапшырған. Баймаҡ баскетболсылары Элиза Исмәғилева, Анастасия Захватова, Нәйлә Сәйетҡолова иһә Волга буйы федераль округы буйынса иң шәп уйынсылар тип танылған.
Ҙур еңеү яулаған ҡыҙҙарҙы ҡаршылауҙы баймаҡтар ашҡынып көттө. Тыуған ҡалаһына төнгө сәғәт 3-тә ҡайтып еткән һылыуҙарҙы үҙәк майҙанда ҡаршы алдылар, улар өсөн салют атылды.
Шулай итеп, беҙҙең ҡыҙҙар Рәсәй кимәлендә Ульяновск ҡалаһында “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһының финалында Волга буйы федераль округы намыҫын яҡлау хоҡуғын алды. Һынатмағыҙ!