Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыҡһыныуҙан ғына башланғайны...
Ҡыҙыҡһыныуҙан ғына башланғайны...
“Сәләмәт булырға теләһәң, кикбоксингты һайла”. Был һүҙҙәр Йылайыр районында күптәрҙең йәшәү девизына әүрелгән дә инде. Бында ҡасандыр ят тойолған кикбоксинг менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта. Ағалы-ҡустылы Самат менән Илфат Таҡаловтар 2003 йылда Йылайыр спорт мәктәбендә ошо төр буйынса секция асып, һис тә яңылышмаған.

Тәүҙә кемдер – ҡыҙыҡ күреп, икенселәре – дуҫына эйәреп, өсөнсөләре кикбоксинг менән етди шөғөлләнергә теләп секцияға яҙылған булһа, хәҙер күбеһе Рәсәй чемпионы исемен яулаған. Был хәл яңыраҡ Йылайырҙа уҙған кикбоксинг буйынса халыҡ-ара турнирҙа ла асыҡ сағылды. Ярышта Башҡортостандың Кикбоксинг федерацияһы президенты Константин Шестаков, Силәбе өлкәһенең Кикбоксинг федерацияһы вице-президенты Борис Йосопов, ике тапҡыр донъя, Европа һәм Азия чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Руслан Ишмаковтың ҡатнашыуы бәйгеселәргә дәрт һәм сәм өҫтәне.
Ҡыҙыҡһыныуҙан ғына башланғайны...Шуныһы ҡыуаныслы: Йылайыр спортсылары был юлы ла үҙҙәренең иң көслө, таһыллы команда икәнлеген күрһәтә алды. Район данын Нургиз менән Айгиз Таҡаловтар, Михаил Годуленко, Александр Чикунов яҡлағайны, турнир кубогы уларға тәтене. Шулай ҙа төп алыш Төркиәнән килгән профессиональ кикбоксер Гасанзаде Шапур менән беҙҙең Арен Кочарян араһында барҙы. Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы Арен, башта уҡ өҫтөнлөктө бирмәҫкә тырышып, еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Йәш спортсыларҙы ярышҡа етди әҙерләгән тренер Самат Таҡаловтың оло хеҙмәтен айырыуса билдәләргә кәрәк. Тап уның тырышлығы менән Йылайыр спортсыларының исеме халыҡ-ара кимәлдә танылды, яңы еңеүҙәр яуланды. Турнир ысын мәғәнәһендә оло спорт байрамына әүерелде.
Ҡунаҡтар һәм көйәрмәндәр кикбоксинг менән шөғөлләнгәндәрҙең алышын кинәнеп ҡарап, дәртләнеп ҡайтты. Кем белә, бәлки, улар араһында ла чемпиондар үҫеп сығыр әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 750

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 276

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 232

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 421

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 281

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 259

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 421

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 223

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 093

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 197

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 067