“Сәләмәт булырға теләһәң, кикбоксингты һайла”. Был һүҙҙәр Йылайыр районында күптәрҙең йәшәү девизына әүрелгән дә инде. Бында ҡасандыр ят тойолған кикбоксинг менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта. Ағалы-ҡустылы Самат менән Илфат Таҡаловтар 2003 йылда Йылайыр спорт мәктәбендә ошо төр буйынса секция асып, һис тә яңылышмаған.
Тәүҙә кемдер – ҡыҙыҡ күреп, икенселәре – дуҫына эйәреп, өсөнсөләре кикбоксинг менән етди шөғөлләнергә теләп секцияға яҙылған булһа, хәҙер күбеһе Рәсәй чемпионы исемен яулаған. Был хәл яңыраҡ Йылайырҙа уҙған кикбоксинг буйынса халыҡ-ара турнирҙа ла асыҡ сағылды. Ярышта Башҡортостандың Кикбоксинг федерацияһы президенты Константин Шестаков, Силәбе өлкәһенең Кикбоксинг федерацияһы вице-президенты Борис Йосопов, ике тапҡыр донъя, Европа һәм Азия чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Руслан Ишмаковтың ҡатнашыуы бәйгеселәргә дәрт һәм сәм өҫтәне.
Шуныһы ҡыуаныслы: Йылайыр спортсылары был юлы ла үҙҙәренең иң көслө, таһыллы команда икәнлеген күрһәтә алды. Район данын Нургиз менән Айгиз Таҡаловтар, Михаил Годуленко, Александр Чикунов яҡлағайны, турнир кубогы уларға тәтене. Шулай ҙа төп алыш Төркиәнән килгән профессиональ кикбоксер Гасанзаде Шапур менән беҙҙең Арен Кочарян араһында барҙы. Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы Арен, башта уҡ өҫтөнлөктө бирмәҫкә тырышып, еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Йәш спортсыларҙы ярышҡа етди әҙерләгән тренер Самат Таҡаловтың оло хеҙмәтен айырыуса билдәләргә кәрәк. Тап уның тырышлығы менән Йылайыр спортсыларының исеме халыҡ-ара кимәлдә танылды, яңы еңеүҙәр яуланды. Турнир ысын мәғәнәһендә оло спорт байрамына әүерелде.
Ҡунаҡтар һәм көйәрмәндәр кикбоксинг менән шөғөлләнгәндәрҙең алышын кинәнеп ҡарап, дәртләнеп ҡайтты. Кем белә, бәлки, улар араһында ла чемпиондар үҫеп сығыр әле.