Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өйлө булыу — ҙур бәхет
Өйлө булыу — ҙур бәхетРеспублика район үҙәктәре, ҡалалар бөгөн ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә, һәр ерҙә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Мәктәптәр, балалар баҡсалары тапшырылып, уларҙа шат балалар тауышы тынмай.

Шуныһы ҡыуаныслы: күп ҡатлы йорттар менән бер рәттән шәхси йортон һалып сығыусылар ҙа байтаҡ. Шөкөр, республикала әле төрлө маҡ­сатлы программалар уңышлы тормошҡа ашырыла, торлаҡҡа мохтаждарға дәүләт тарафынан һәр яҡлап ярҙам күрһә­телә. Етемдәрҙең, иҫке йорт­тарҙа көн иткәндәрҙең проблемалары ыңғай хәл ителә, район хакимиәттәре был юҫыҡта интеккән кеше­ләрҙе уңайлы, заманса һәм, иң мөһиме, арзан фатирҙар менән тәьмин итә.
Шишмә районында ла был йәһәттән эштәр яҡшы ҡуйыл­ған, төрлө программалар сик­тә­рендә торлаҡҡа мохтаж граждандарға бөтә уңайлыҡ­тары булған фатирҙар бүленә. Мәҫәлән, былтыр төбәктә 33495,3 квадрат метр торлаҡ сафҡа ингән. Һуңғы өс йылда Шишмә ҡасабаһында алты дүрт ҡатлы күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙағы торлаҡ етемдәргә, авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгәндәргә, тол ҡатындарға һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бирелгән. Йорт туйлаусылар фатирҙарҙың сифатлы, экологик яҡтан таҙа материалдарҙан һалыныуын, өй яны билә­мәләренең төҙөк­ләндерелеүен билдәләй. Иркен, яҡты фатир­ҙарҙың зауыҡ менән биҙәлеп, кәрәкле сантехника, газ ҡора­мал­дары менән дә йыһаз­ландырылыуы төҙөүселәрҙең абруйын күтәрә. Әйткәндәй, төҙөлөштө Баш­ҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды менән “СтройТехКом” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
— Бөгөн төбәкте танымаҫ­һың да, төҙөлөш бер генә минутҡа ла туҡтағаны юҡ, матур-матур күп ҡатлы йорттар кү­тәрелә, шәхси йорттар һалы­на, — ти район хакимиәтенең төҙөлөш, иҡтисад буйынса урынбаҫары Камил Ураҙмәтов. — Хәҙер төҙөлөш материалдары баҙарында нимә генә юҡ, аҡсаң булһа, бер ай эсендә бына тигән йорт ҡалҡытырға мөмкин.
Киләсәктә лә граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында район хакимиәте тарафынан “2025 йылға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыуға мохтаж граждандарҙы тораҡ биналар менән тәьмин итеү” программаһы ҡабул ителгән. Шишмә районы “Рәсәй ғаиләләре өсөн торлаҡ” республика программаһында ла ҡатнаша. Уның сиктәрендә Шишмә ҡасабаһының яңы Яр буйы биҫтәһендә план­лаш­тырылған һигеҙ ике ҡатлы йорттоң икәүһе төҙөлә лә инде. Тәүге йорт август айында тапшырыласаҡ, бәхетлеләр көҙ өй туйлаясаҡ. Ә икенсеһе йыл аҙағында сафҡа инәсәк. 2025 йылға тиклем был биҫтәлә бөтәһе 36722,48 квадрат метр торлаҡ, йәғни 792 фатир, үҙ хужаһын табасаҡ.
Билдәләп үтеүебеҙсә, Шиш­мәлә төҙөлөш туҡтағаны юҡ. Һуңғы өс йылда, мәҫәлән, район үҙәгендә көнөнә 400 кеше ҡабул итерлек ололар, 200 кешене ҡабул итерлек балалар поликлиникалары асылған. Йөҙөү бассейны булған ябыҡ типтағы спорт-һауыҡтырыу комплексы, 100 урынлыҡ балалар баҡсаһы, “Алкин” шифа­ханаһында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа ингән. Тағы ла “Юбилейный” биҫтә­һендә яңы ҡаҙанлыҡ, Сәфәр ауыл мәҙәниәт йорто база­һында фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асҡан.
— Халыҡ иркен, бөтә уңай­лыҡтары булған фатирҙарҙа йәшәргә тейеш, ә беҙ хәле­беҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Яңы йорттар киләсәктә лә төҙөлөр, халыҡ шатлыҡ-ҡыуаныста имен донъя көтһөн, — ти Камил Шамил улы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519