Республика район үҙәктәре, ҡалалар бөгөн ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә, һәр ерҙә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Мәктәптәр, балалар баҡсалары тапшырылып, уларҙа шат балалар тауышы тынмай.Шуныһы ҡыуаныслы: күп ҡатлы йорттар менән бер рәттән шәхси йортон һалып сығыусылар ҙа байтаҡ. Шөкөр, республикала әле төрлө маҡсатлы программалар уңышлы тормошҡа ашырыла, торлаҡҡа мохтаждарға дәүләт тарафынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Етемдәрҙең, иҫке йорттарҙа көн иткәндәрҙең проблемалары ыңғай хәл ителә, район хакимиәттәре был юҫыҡта интеккән кешеләрҙе уңайлы, заманса һәм, иң мөһиме, арзан фатирҙар менән тәьмин итә.
Шишмә районында ла был йәһәттән эштәр яҡшы ҡуйылған, төрлө программалар сиктәрендә торлаҡҡа мохтаж граждандарға бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙар бүленә. Мәҫәлән, былтыр төбәктә 33495,3 квадрат метр торлаҡ сафҡа ингән. Һуңғы өс йылда Шишмә ҡасабаһында алты дүрт ҡатлы күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙағы торлаҡ етемдәргә, авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгәндәргә, тол ҡатындарға һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бирелгән. Йорт туйлаусылар фатирҙарҙың сифатлы, экологик яҡтан таҙа материалдарҙан һалыныуын, өй яны биләмәләренең төҙөкләндерелеүен билдәләй. Иркен, яҡты фатирҙарҙың зауыҡ менән биҙәлеп, кәрәкле сантехника, газ ҡорамалдары менән дә йыһазландырылыуы төҙөүселәрҙең абруйын күтәрә. Әйткәндәй, төҙөлөштө Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды менән “СтройТехКом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
— Бөгөн төбәкте танымаҫһың да, төҙөлөш бер генә минутҡа ла туҡтағаны юҡ, матур-матур күп ҡатлы йорттар күтәрелә, шәхси йорттар һалына, — ти район хакимиәтенең төҙөлөш, иҡтисад буйынса урынбаҫары Камил Ураҙмәтов. — Хәҙер төҙөлөш материалдары баҙарында нимә генә юҡ, аҡсаң булһа, бер ай эсендә бына тигән йорт ҡалҡытырға мөмкин.
Киләсәктә лә граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында район хакимиәте тарафынан “2025 йылға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙы тораҡ биналар менән тәьмин итеү” программаһы ҡабул ителгән. Шишмә районы “Рәсәй ғаиләләре өсөн торлаҡ” республика программаһында ла ҡатнаша. Уның сиктәрендә Шишмә ҡасабаһының яңы Яр буйы биҫтәһендә планлаштырылған һигеҙ ике ҡатлы йорттоң икәүһе төҙөлә лә инде. Тәүге йорт август айында тапшырыласаҡ, бәхетлеләр көҙ өй туйлаясаҡ. Ә икенсеһе йыл аҙағында сафҡа инәсәк. 2025 йылға тиклем был биҫтәлә бөтәһе 36722,48 квадрат метр торлаҡ, йәғни 792 фатир, үҙ хужаһын табасаҡ.
Билдәләп үтеүебеҙсә, Шишмәлә төҙөлөш туҡтағаны юҡ. Һуңғы өс йылда, мәҫәлән, район үҙәгендә көнөнә 400 кеше ҡабул итерлек ололар, 200 кешене ҡабул итерлек балалар поликлиникалары асылған. Йөҙөү бассейны булған ябыҡ типтағы спорт-һауыҡтырыу комплексы, 100 урынлыҡ балалар баҡсаһы, “Алкин” шифаханаһында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа ингән. Тағы ла “Юбилейный” биҫтәһендә яңы ҡаҙанлыҡ, Сәфәр ауыл мәҙәниәт йорто базаһында фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асҡан.
— Халыҡ иркен, бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙарҙа йәшәргә тейеш, ә беҙ хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Яңы йорттар киләсәктә лә төҙөлөр, халыҡ шатлыҡ-ҡыуаныста имен донъя көтһөн, — ти Камил Шамил улы.