Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәрхәмәт” мәрхәмәтле булһын
“Мәрхәмәт” мәрхәмәтле булһынЕр йөҙөндәге иң үҫешкән илдәрҙә ҡарттар һәм балалар йорто юҡ, тигән һүҙҙе йыш ишетергә күнекһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил был тәңгәлдә маҡтана алмай. Киреһенсә, һәр төбәктә был йорттарҙың ябылыуы йәки икенсе урынға күсеүе күптәр өсөн ҙур проблемаға әйләнде. Ҡасандыр Баймаҡ районында ғына ике ҡарттар йорто иҫәпләнһә, илдә барған “ҡулайлаштырыу еле” социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен дә урап үтмәне. Тормошта яңғыҙ ҡалған ололар ярҙам һәм яҡлау тапҡан Аҡморон ауылындағы ҡарттар йорто ла үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була. Уның бинаһы етемһерәп ҡала, ҡарауға мохтаж оло йәштәгеләр төрлө урындарға урынлаштырыла йәки туғандары янына оҙатыла.


“Мәрхәмәт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Эльмира Байрамғолова һәм генераль директоры Вадим Артыҡаев буш торған бинаны ҡуртымға алып, ремонт яһап, газ ҡаҙанлығы урынлаштыра. Кәрәкле мебель ҡайтарыла, аш-һыу һәм медицина ҡорамалы һатып алына. Ололар үҙҙәренең сәләмәтлеген ҡайғыртһын, спорт менән ныҡлап шөғөлләнһен өсөн теннис өҫтәле, тренажер залы өсөн махсус спорт йыһазы урынлаштырыла. Социаль эшҡыуарлыҡҡа ҡараған бындай ойошмалар республикала бик аҙ. Уларҙың береһе — Сибай ҡалаһында, икенсеһе — Мишкә районында. Тимәк, баймаҡтар — өсөнсө.
Бар уңайлыҡтары булған ҡарттар йорто 25 урынға иҫәпләнгән, әле унда һигеҙ кеше урынлаштырылған. Һуңғы йылдарҙа ҡараусыһыҙ ҡалған оло йәштәгеләр генә түгел, балалары булып та, үҙ ата-әсәһен тәрбиәләүҙән баш тартҡан кешеләр йыш осрай. Әлбиттә, уларҙың береһен дә ғәйепләп булмай: кемдер эшенән бушамай, икенселәренең йәшәү урыны юҡ, өсөнсөләре уларҙы бар тип тә белмәй. Рәсәй депутаттары тарафынан ҡабул ителгән оло йәштәгеләрҙе ғаиләгә тәрбиәгә алыу ҡануниәте генә был өлкәләге бөтә проблемаларҙы хәл итеп өлгөрмәй. Шунлыҡтан тап ошондай хеҙмәткә киләсәктә ҙур һорау тыуыуы ихтимал. Баймаҡ эшҡыуарҙары был йүнә­лештә үҙ эшен асып яңылышмаған. Оло быуынға бер аҙға булһа ла үҙенең ҡартлығын бәхетле итеү мөмкинлеге булһа, икенсенән, үҙҙәре кеүек тиңдәштәре араһында үҙ-ара аралаша, бер-береһе менән осраша ала. Иң мөһиме — йылы йортта изге күңелле, мәрхәмәтле хеҙмәткәрҙәр араһында ҡараулы ла, яҡлаулы ла улар.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521