Ер йөҙөндәге иң үҫешкән илдәрҙә ҡарттар һәм балалар йорто юҡ, тигән һүҙҙе йыш ишетергә күнекһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил был тәңгәлдә маҡтана алмай. Киреһенсә, һәр төбәктә был йорттарҙың ябылыуы йәки икенсе урынға күсеүе күптәр өсөн ҙур проблемаға әйләнде. Ҡасандыр Баймаҡ районында ғына ике ҡарттар йорто иҫәпләнһә, илдә барған “ҡулайлаштырыу еле” социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен дә урап үтмәне. Тормошта яңғыҙ ҡалған ололар ярҙам һәм яҡлау тапҡан Аҡморон ауылындағы ҡарттар йорто ла үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була. Уның бинаһы етемһерәп ҡала, ҡарауға мохтаж оло йәштәгеләр төрлө урындарға урынлаштырыла йәки туғандары янына оҙатыла.“Мәрхәмәт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Эльмира Байрамғолова һәм генераль директоры Вадим Артыҡаев буш торған бинаны ҡуртымға алып, ремонт яһап, газ ҡаҙанлығы урынлаштыра. Кәрәкле мебель ҡайтарыла, аш-һыу һәм медицина ҡорамалы һатып алына. Ололар үҙҙәренең сәләмәтлеген ҡайғыртһын, спорт менән ныҡлап шөғөлләнһен өсөн теннис өҫтәле, тренажер залы өсөн махсус спорт йыһазы урынлаштырыла. Социаль эшҡыуарлыҡҡа ҡараған бындай ойошмалар республикала бик аҙ. Уларҙың береһе — Сибай ҡалаһында, икенсеһе — Мишкә районында. Тимәк, баймаҡтар — өсөнсө.
Бар уңайлыҡтары булған ҡарттар йорто 25 урынға иҫәпләнгән, әле унда һигеҙ кеше урынлаштырылған. Һуңғы йылдарҙа ҡараусыһыҙ ҡалған оло йәштәгеләр генә түгел, балалары булып та, үҙ ата-әсәһен тәрбиәләүҙән баш тартҡан кешеләр йыш осрай. Әлбиттә, уларҙың береһен дә ғәйепләп булмай: кемдер эшенән бушамай, икенселәренең йәшәү урыны юҡ, өсөнсөләре уларҙы бар тип тә белмәй. Рәсәй депутаттары тарафынан ҡабул ителгән оло йәштәгеләрҙе ғаиләгә тәрбиәгә алыу ҡануниәте генә был өлкәләге бөтә проблемаларҙы хәл итеп өлгөрмәй. Шунлыҡтан тап ошондай хеҙмәткә киләсәктә ҙур һорау тыуыуы ихтимал. Баймаҡ эшҡыуарҙары был йүнәлештә үҙ эшен асып яңылышмаған. Оло быуынға бер аҙға булһа ла үҙенең ҡартлығын бәхетле итеү мөмкинлеге булһа, икенсенән, үҙҙәре кеүек тиңдәштәре араһында үҙ-ара аралаша, бер-береһе менән осраша ала. Иң мөһиме — йылы йортта изге күңелле, мәрхәмәтле хеҙмәткәрҙәр араһында ҡараулы ла, яҡлаулы ла улар.
Баймаҡ районы.