Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы уҡыу йылын ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
Әле мәғариф өлкәһендә "сәсеүгә әҙерлек мәле" тип әйтергә мөмкин. Ошо уңайҙан педагогтарҙың, ата-әсәнең хәлен белештек. Улар яңы уҡыу йылын ниндәй кәйефтә ҡаршылай икән?

Ғарифулла ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
— Һәр ваҡыттағыса, райондың барлыҡ мәктәптәре яңы уҡыу йылына тейешенсә әҙерләнде. Ҙур төҙөкләндереү эштәренә килгәндә, Яңы Йәнбәк, Ҡыҙрас, Суйынсы, Рассвет, Вперед мәктәптәренә капиталь ремонт яһалды. Шулай уҡ Иҫке Мерәҫтәге мәғариф учреждениеһының, район үҙәгендәге 4-се, 8-се балалар баҡсаларының ҡыйығы алмаштырылды, 1-се мәктәптең йылытыу системаһы үҙгәртеп ҡоролдо.
Районда I класҡа 424 бала килә — былтырғыға ҡарағанда күберәк.

Инсур ҮТӘБАЕВ, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе директоры:
— Үткән уҡыу йылында ҙур ғына ҡаҙаныштарға өлгәштек, шуға күрә 1 сентябрҙе яҡшы кәйеф менән ҡаршылайбыҙ. 14 — 16 августа Бөрйән мәктәптәренең яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшереләсәк. Был йәһәттән беҙҙә барыһы ла эшләнде. Әбделмәмбәт урта мәктәбенә, шулай уҡ уның Ҡолғана, Килдеғол ауылдарындағы филиалдарына косметик ремонт яһалды, август аҙағына тиклем һыу үткәреләсәк. Утын етерлек әҙерләнде.
Шөкөр, уҡыусылар күп, тимәк, ҡулайлаштырыу янамай. Филиалдарҙан балалар йөрөтөү өсөн яңы автобус та вәғәҙә иттеләр. Юл һәйбәт.

Роза ҒӘББӘСОВА, уҡытыусы-пенсионер, Архангел районының Тәүәкәс ауылы:
— Белем көнөн һәр саҡ һағынып ҡаршы алам. Уҡытыусыларға рәхмәт: беҙҙе, уҡытыусы-пенсионерҙарҙы, байрамға йыл һайын саҡырып торалар. Хатта әле 92 йәштәге әсәйем Әсмә Баһауетдин ҡыҙы ла Белем көнөн ашҡынып көтөп йөрөй, телмәр тоторға әҙерләнә.
Шулай ҙа элек был байрам шатлыҡлыраҡ, күңеллерәк үтә торғайны. Быйылғыһы нисек булыр инде... Мәктәптә башланғыс һәм V, VI кластар ғына ҡалды, педагогтарҙы ҡыҫҡарттылар. Өлкән кластарҙа дүрт уҡытыусы ҡалды, улар барлыҡ предметты уҡытырға тейештер инде...

Элина БАЛТИНА, Мәсетле районы:
— Улым Арыҫлан быйыл VI класҡа бара. Күп уҡыусылар кеүек үк, әлбиттә, дәрестәрҙән бигерәк класташтарын, дуҫтарын һағынды. Каникул ваҡытында ял итеп кенә ҡалманы, әҙәби әҫәрҙәр уҡыны, Интернеттағы бер алым буйынса почеркын яҡшыртыу өҫтөндә эшләнек.
Әле Арыҫлан үҙебеҙҙең Оло Ыҡтамаҡтағы "Әсә һәм бала" шифаханаһында ял итә һәм һаулығын нығыта. Унда яҡшы итеп ҡарайҙар, көнөнә алты тапҡыр ашаталар, көн дә ҡыҙыҡлы саралар ойошторалар — улым бик ҡәнәғәт.

Азат БӘХТИЕВ, Иглин ҡасабаһы:
— Белеүемсә, республикабыҙ уҡыусыларҙың ялын ойоштороу буйынса илдә алдынғы урынды биләй. Быны мәктәп йәшендәге балаһы булған һәр ғаилә тоялыр. Мәҫәлән, улыбыҙ Илшат яратҡан спорт түңәрәктәренән айырылманы. Мәктәп биләмәһендә көн һайын футбол уйнанылар, ярыштарға йөрөнөләр. Класташтары менән ике тапҡыр Ҡариҙел буйына походҡа барыу ҙа файҙалы булды. Ялы һәйбәт уҙған бала уҡыуҙа ла һынатмаҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521