Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етәксенең ете уйы
Етәксенең ете уйыРеспубликабыҙҙың билдәле шәхестәренең береһе – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Йәрмөхәмәтов ошо көндәрҙә үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Форсаттан файҙаланып, уның хеҙмәт юлына байҡау яһаныҡ, уй-фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Бөгөнгөһө:
Зиннур Йәрмөхәмәтовтың Сибай ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш төбәктә фән һәм мәғариф үҙәгенә әйләнеүенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа филармония, “Сулпан” балалар театры, сәнғәт колледжы, төбәк яҙыусылар ойошмаһы ойошторолдо, “Атайсал” гәзите сыға башланы. Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт мәктәбе, башҡорт ҡала телевидениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, “Тәҡүә” мәсете һәм башҡа социаль объекттарҙың асылыуы ла уның хәстәрлегенә бәйле.
1998 йылдан алып Зиннур Ғөбәйҙулла улы – Башҡортостан дәүләт педагогия һәм Башҡорт дәүләт университеттарының филиалдары берләшеүе нигеҙендә барлыҡҡа килгән Сибай институты директоры. Йәрмөхәмәтов етәкселек иткән ун биш йыл эсендә был уҡыу йорто республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә танылыу тапты.
Бөгөн Сибай институтында алты факультет, 27 кафедра эшләй, 185 уҡытыусы дүрт меңдән ашыу ҡыҙ һәм егеткә белем һәм тәрбиә бирә. Улар араһында 15 Етәксенең ете уйыфән докторы, 115 фән кандидаты бар. 1999 йылда Ғилми совет ҡарары буйынса ойошторолған өҫтәмә һөнәрҙәр факультеты (ФДП) институттың тәрбиәүи йүнәлешен берләштереүсе һәм көйләүсе үҙәк булып тора. Әле факультеттың түңәрәктәренә 500-ҙән ашыу студент йәлеп ителгән.

Ҡыуандырғаны:
Юбилярҙы иң ҡыуандырғаны – ул етәкселек иткән Сибай институтының тотороҡло үҫеше, матди-техник базаһының нығыныуы, юғары квалификациялы белгестәр менән тәьмин ителеүе, фән һәм белем үҙәгенә әйләнеүе.

Борсоғаны:
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында республикала һәм тотош Рәсәйҙә демографик хәлдең насарайыуы бөгөнгө абитуриенттарҙың ҡырҡа кәмеүенә сәбәпсе булды. Шулай уҡ мәғариф тармағында барған ҡулайлаштырыу реформаһы урта һәм юғары белем биреү йорттарына ла ҡағылмай ҡалманы.

Өмөтләндергәне:
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгенең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур иғтибар бүлә. Был йүнәлештә махсус программа ла ҡабул ителгән. Әлбиттә, уны тормошҡа ашырыу өсөн юғары квалификациялы белгестәр талап ителә. Сибай институты ошо йүнәлешкә үҙенең тос өлөшөн индерәсәк.

Уйландырғаны:
Ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуы ауылдарҙа эшһеҙлектең сәскә атыуына сәбәпсе булды. Күп ирҙәр аҡса эшләү маҡсатында сит тарафҡа – Себергә — сығып китергә мәжбүр. Был, үҙ сиратында, ғаиләлә атай тәрбиәһенең етешмәүенә килтерҙе. Ә бит элек-электән беҙҙең халыҡта атайҙың абруйы ҙур булған.

Әсендергәне:
Арабыҙҙа тормоштағы хәл-ваҡиғаларға, кире күренештәргә битарафтарҙың артыуы...

Уй-хыялы:
Донъя имен торһон, бәлә-ҡаза урап үтһен, туғандар һәм дуҫтар иҫән-һау булһын, халыҡ тыныс, мул тормошта йәшәһен.

РЕДАКЦИЯНАН. Милләтебеҙҙең аҫыл улдарының береһе, ил хәстәрен иңенә алған уҙаман Зиннур Ғөбәйҙулла улын күркәм юбилейы менән ҡотлауҙарға беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ. Ул “Башҡортостан” гәзитен таратыуға йыл һайын ҙур өлөш индерә. Бөгөн Сибай институтына һәм студент ятаҡтарына 150 дана “Башҡортостан” килә. 2012 йылғы йомғаҡтар буйынса “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәте Зиннур Йәрмөхәмәтовты “Йыл директоры” тип иғлан итте. Ә 2013 йылдың тәүге яртыһына “Коллектив менән “Башҡортостан”ға!” акцияһында ҡатнашыусылар араһында Сибай институты коллективы беренсе урынға лайыҡ булды. Афарин, Зиннур Ғөбәйҙулла улы! Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523