Республикабыҙҙың билдәле шәхестәренең береһе – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Йәрмөхәмәтов ошо көндәрҙә үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Форсаттан файҙаланып, уның хеҙмәт юлына байҡау яһаныҡ, уй-фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Бөгөнгөһө:Зиннур Йәрмөхәмәтовтың Сибай ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш төбәктә фән һәм мәғариф үҙәгенә әйләнеүенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа филармония, “Сулпан” балалар театры, сәнғәт колледжы, төбәк яҙыусылар ойошмаһы ойошторолдо, “Атайсал” гәзите сыға башланы. Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт мәктәбе, башҡорт ҡала телевидениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, “Тәҡүә” мәсете һәм башҡа социаль объекттарҙың асылыуы ла уның хәстәрлегенә бәйле.
1998 йылдан алып Зиннур Ғөбәйҙулла улы – Башҡортостан дәүләт педагогия һәм Башҡорт дәүләт университеттарының филиалдары берләшеүе нигеҙендә барлыҡҡа килгән Сибай институты директоры. Йәрмөхәмәтов етәкселек иткән ун биш йыл эсендә был уҡыу йорто республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә танылыу тапты.
Бөгөн Сибай институтында алты факультет, 27 кафедра эшләй, 185 уҡытыусы дүрт меңдән ашыу ҡыҙ һәм егеткә белем һәм тәрбиә бирә. Улар араһында 15
фән докторы, 115 фән кандидаты бар. 1999 йылда Ғилми совет ҡарары буйынса ойошторолған өҫтәмә һөнәрҙәр факультеты (ФДП) институттың тәрбиәүи йүнәлешен берләштереүсе һәм көйләүсе үҙәк булып тора. Әле факультеттың түңәрәктәренә 500-ҙән ашыу студент йәлеп ителгән.
Ҡыуандырғаны:Юбилярҙы иң ҡыуандырғаны – ул етәкселек иткән Сибай институтының тотороҡло үҫеше, матди-техник базаһының нығыныуы, юғары квалификациялы белгестәр менән тәьмин ителеүе, фән һәм белем үҙәгенә әйләнеүе.
Борсоғаны:Үткән быуаттың 90-сы йылдарында республикала һәм тотош Рәсәйҙә демографик хәлдең насарайыуы бөгөнгө абитуриенттарҙың ҡырҡа кәмеүенә сәбәпсе булды. Шулай уҡ мәғариф тармағында барған ҡулайлаштырыу реформаһы урта һәм юғары белем биреү йорттарына ла ҡағылмай ҡалманы.
Өмөтләндергәне:Билдәле булыуынса, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгенең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур иғтибар бүлә. Был йүнәлештә махсус программа ла ҡабул ителгән. Әлбиттә, уны тормошҡа ашырыу өсөн юғары квалификациялы белгестәр талап ителә. Сибай институты ошо йүнәлешкә үҙенең тос өлөшөн индерәсәк.
Уйландырғаны:Ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуы ауылдарҙа эшһеҙлектең сәскә атыуына сәбәпсе булды. Күп ирҙәр аҡса эшләү маҡсатында сит тарафҡа – Себергә — сығып китергә мәжбүр. Был, үҙ сиратында, ғаиләлә атай тәрбиәһенең етешмәүенә килтерҙе. Ә бит элек-электән беҙҙең халыҡта атайҙың абруйы ҙур булған.
Әсендергәне:Арабыҙҙа тормоштағы хәл-ваҡиғаларға, кире күренештәргә битарафтарҙың артыуы...
Уй-хыялы:Донъя имен торһон, бәлә-ҡаза урап үтһен, туғандар һәм дуҫтар иҫән-һау булһын, халыҡ тыныс, мул тормошта йәшәһен.
РЕДАКЦИЯНАН. Милләтебеҙҙең аҫыл улдарының береһе, ил хәстәрен иңенә алған уҙаман Зиннур Ғөбәйҙулла улын күркәм юбилейы менән ҡотлауҙарға беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ. Ул “Башҡортостан” гәзитен таратыуға йыл һайын ҙур өлөш индерә. Бөгөн Сибай институтына һәм студент ятаҡтарына 150 дана “Башҡортостан” килә. 2012 йылғы йомғаҡтар буйынса “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәте Зиннур Йәрмөхәмәтовты “Йыл директоры” тип иғлан итте. Ә 2013 йылдың тәүге яртыһына “Коллектив менән “Башҡортостан”ға!” акцияһында ҡатнашыусылар араһында Сибай институты коллективы беренсе урынға лайыҡ булды. Афарин, Зиннур Ғөбәйҙулла улы! Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!