Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Леонид Рошаль рәхмәт белдерҙе
Алда хәбәр итеүебеҙсә, үткән “Сәләмәтлек сәғәте”нең береһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау министрына Салауат ҡалаһындағы бала табыу йортона бәйле хәлде тикшереү бурысын йөкмәткәйне.

Төбәк етәксеһе быны Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошалдең үтенесе нигеҙендә эшләне.

Әлеге хәлгә килгәндә, Башҡортостан Хөкүмәте менән “Генус” компанияһы араһында төҙөлгән килешеү шарттары буйынса, концессионер, проектҡа 286,3 миллион һум һалып, учреждениены яңыртырға, тейешенсә йыһазландырырға тейеш булған. Бала табыу йортонда әйтеүҙәренсә, был медицина ярҙамы алыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарына кире йоғонто яһаған. Өҫтәүенә ҡалала бындай учреждение берҙән-бер.

“Бала табыу йортон шәхси ҡулдарға биреү пациенттарҙы ла, табиптарҙы ла альтернативанан мәхрүм иткән, – тигәйне Леонид Рошаль. – Уларҙың башҡа барыр ере юҡ. Һәм был – медицина учреждениеһын уйлап еткермәйенсә үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итеү һөҙөмтәһе”.

Милли медицина палатаһы президенты был хәлде тикшереү эшен оператив рәүештә ойошторғаны, шулай уҡ бала табыу йорттарын, перинаталь үҙәктәрҙе концессияға биреүҙе тыйғаны өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.


Автор: И. ҠОРМАНОВА. Фото: Олег Яровиков фотоһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә