Алда хәбәр итеүебеҙсә, үткән “Сәләмәтлек сәғәте”нең береһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау министрына Салауат ҡалаһындағы бала табыу йортона бәйле хәлде тикшереү бурысын йөкмәткәйне.Төбәк етәксеһе быны Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошалдең үтенесе нигеҙендә эшләне.
Әлеге хәлгә килгәндә, Башҡортостан Хөкүмәте менән “Генус” компанияһы араһында төҙөлгән килешеү шарттары буйынса, концессионер, проектҡа 286,3 миллион һум һалып, учреждениены яңыртырға, тейешенсә йыһазландырырға тейеш булған. Бала табыу йортонда әйтеүҙәренсә, был медицина ярҙамы алыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарына кире йоғонто яһаған. Өҫтәүенә ҡалала бындай учреждение берҙән-бер.
“Бала табыу йортон шәхси ҡулдарға биреү пациенттарҙы ла, табиптарҙы ла альтернативанан мәхрүм иткән, – тигәйне Леонид Рошаль. – Уларҙың башҡа барыр ере юҡ. Һәм был – медицина учреждениеһын уйлап еткермәйенсә үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итеү һөҙөмтәһе”.
Милли медицина палатаһы президенты был хәлде тикшереү эшен оператив рәүештә ойошторғаны, шулай уҡ бала табыу йорттарын, перинаталь үҙәктәрҙе концессияға биреүҙе тыйғаны өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.