Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Беҙгә тәҙрәләр кәрәк!”
“Беҙгә тәҙрәләр кәрәк!”Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы күп ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программаның төп үҙенсәлеге — көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.

Баймаҡ районының Басай ауылы халҡы быйыл тәүге тапҡыр ошо программала ҡатнашырға теләк белдерә. Дөйөм йыйылышта кешеләр ике проблеманы күтәреп сыға һәм шуның һуңғыһына барыһы ла берҙәм тауыш бирә. 1990 йылда үҙ ишектәрен асҡан мәктәпкә ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Тәҙрәләр күптән сереп бөткән, йылыны тышҡа сығара, шунлыҡтан бүлмәләр түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Ата-әсәләр белем усағының тәҙрәләрен яңыртырға хәл итә.

Төркмән урта мәктәбенең филиалы булған белем усағында әле Басай һәм Иҫәнбәт ауылынан бөтәһе 40 бала уҡый. Шуларҙың 15-е – күп балалы ғаиләнән. Күрше Иҫәнбәт ауылынан көн һайын, “Мәктәп автобусы” программаһына ярашлы, 17 уҡыусы йөрөп белем ала. Бинала шулай уҡ балалар баҡсаһы урынлашҡан, унда 13 кескәй йөрөй.

Филиал етәксеһе Гөлйемеш Әйүпова әйтеүенсә, проекттың дөйөм хаҡы — 1 миллион 200 мең һум. Ауыл халҡы был сумманың 10 процентын, йәғни 120 мең һумын йыйып тапшырырға тейеш. Әле халыҡтан 67 мең һум аҡса тупланған да инде.

— Иң мөһиме — проектта еңеп сығыу зарур, уның өсөн бар тырышлыҡты һалабыҙ. Биш кешенән торған инициатива төркөмө төҙөнөк, улар һәр өйҙән берәр мең һум аҡса йыя. Шулай уҡ мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ҙа үҙ өлөшөн индерә, бағыусылар һәм ошо белем усағында эшләп киткән уҡытыусылар ҙа ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ, — ти Гөлйемеш Әҙеһәм ҡыҙы.

Проект еңеп сыҡһа, мәктәптең тулыһынса 40 тәҙрәһе замансаға алмаштырыласаҡ. Шулай уҡ басайҙарҙың изге башланғысын иҫәнбәттәр ҙә хуплап ҡаршы алған. Улар ҙа маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн үҙ өлөшөн индермәксе, сөнки балаларҙың йылы һәм яҡты бүлмәләрҙә белем алыуы барыһы өсөн дә уртаҡ теләк.

— “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһының барлыҡҡа килеүе бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн әһәмиәтле, сөнки тап ошо проект ярҙамында бөгөн күп урындарҙа йылдар буйы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә. Ниндәй проект өсөн тауыш бирергә һәм яҡларға икәнлеген ошондағы кешеләрҙән башҡа берәү ҙә яҡшы белмәй. Һәр тәҡдим улар тарафынан ныҡлы өйрәнелә һәм йыйылышта ауылдаштар хөкөмөнә сығарыла, — ти Күсей ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәриә Йыһаншина.

Әйткәндәй, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында Күсей ауылы халҡы ике тапҡыр ҡатнашҡан. Тәүгеһендә улар тракторлы булған, быйыл тулы булмаған белем биреү мәктәбенең тәҙрәләре тулыһынса яңыртылған.

Берҙәм, дәртле, сәмле Басай ауылы халҡының тырышлығы һәм әүҙемлеге менән дә үҙҙәре тәҡдим иткән проект еңеп сығыр, белем усағының тәҙрәләре яңыртылыр, иманым камил.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Район: Баймаҡ районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Күп балалыларға, пенсионерҙарға һәм инвалидтарға почтаға ташламалы тарифтар раҫланды
Ҡандракүлгә 300-гә яҡын аҡҡош төшкән

Ҡандракүлгә 300-гә яҡын аҡҡош төшкән 22.10.2026 // Йәмғиәт

Ҡоштар йылы яҡҡа китергә әҙерләнә....

Тотош уҡырға 3

Владимир Путин Башҡортостан спортсыһын бүләкләне

Владимир Путин Башҡортостан спортсыһын бүләкләне 22.10.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы етәксеһе билдәле булды

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы етәксеһе билдәле булды 22.10.2026 // Йәмғиәт

Яңы рәйес ойошманың 30-сы сираттан тыш конференцияһында һайланды....

Тотош уҡырға 2

Силәбе өлкәһендә баҡсасы ғәйәт ҙур ҡабаҡтар үҫтергән

Силәбе өлкәһендә баҡсасы ғәйәт ҙур ҡабаҡтар үҫтергән 21.10.2026 // Йәмғиәт

Красноармейский округынан Марина Уфимцева «АгроГиганттар-2026» халыҡ-ара конкурсы призеры исемен ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙ «Әбйәлил районының яугир-геройы» миҙалы менән бүләкләнгән

Яҡташыбыҙ «Әбйәлил районының яугир-геройы» миҙалы менән бүләкләнгән 21.10.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Әбйәлил районының яугир-геройы» миҙалы менән бүләкләнгән...

Тотош уҡырға 1

Республикала ағас эшкәртеү һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре легалләштерелә

Республикала ағас эшкәртеү һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре легалләштерелә 20.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ағас эшкәртеү һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре легалләштерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана
Башҡортостандан МХО яугиренең ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Башҡортостандан МХО яугиренең ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 20.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан МХО яугиренең ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 3

Хөкүмәт 2027 йылда байрам һәм ял көндәрен раҫланы

Хөкүмәт 2027 йылда байрам һәм ял көндәрен раҫланы 20.10.2026 // Йәмғиәт

Яңы йыл каникулдары 11 көн – 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк....

Тотош уҡырға 6

Өфө ҡыҙы Сеулда уҙған гүзәллек конкурсында еңеү яуланы

Өфө ҡыҙы Сеулда уҙған гүзәллек конкурсында еңеү яуланы 20.10.2026 // Йәмғиәт

13-18 октябрҙә Сеулда Азия континенты моделдәре араһында Miss Asia Awards-2026 халыҡ-ара модель ......

Тотош уҡырға 4

Баш ҡалала йылға навигацияһын ябыу көнө билдәләнде

Баш ҡалала йылға навигацияһын ябыу көнө билдәләнде 20.10.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала йылға навигацияһын ябыу көнө билдәләнде...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә