Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөт алып килә йыл!
Өмөт алып килә йыл!Быйылғы йыл Өфөләге Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Башҡортостандың дөйөм демографик хәле өсөн ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды: өс игеҙәк бала донъяға килде. Уларҙың әсәһе, Нефтекама ҡыҙы Гүзәл Нурғәлиева, һәм сабыйҙар үҙен яҡшы тоя.

Табиптар быны һирәк була торған хәл тип иҫәпләй. Былтыр, мәҫәлән, өс игеҙәк беҙҙең республикала ике тапҡыр ғына тыуған. Шуны иҫәпкә алып, буласаҡ әсәнең йөклөлөк осоро тулы­һынса Өфө табиптары күҙәтеүе аҫтында булған. Был ваҡыт аҙағына ете килограмдан ашыу ауырлыҡты күтәреп йөрөргә мәжбүр булған ҡатын балаларын табиптар ярҙамынан тыш тыуҙыра алмаҫ та ине, тип иҫәпләй белгестәр.
– Бәпестәрҙе тыуған көндө үк әсәһе янына па­ла­таға һалдылар, – ти республика клиник дауа­ханаһының бала табыу бүлексәһе мөдире Эльза Хәмиҙуллина. – Был сабыйҙарҙың үҙҙә­ренең һаулығы өсөн дә, әсә операциянан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫһын өсөн дә кәрәк.
Әйткәндәй, 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарата төн­дә республикала 17 бала донъяға килгән, шулар­ҙың ун бере – ҡыҙҙар. Октябрьский ҡала­һындағы ҡыҙсыҡ хатта Кремль куранттары һуғып туҡтау менән үк – төнгө 00 сәғәт 03 минутта – тыу­ған. Сағыштырыу өсөн: былтырғы Яңы йыл төнөн­дә 13 бала донъяға тәүге ауазын һалған икән.
Йыл башынан, билдәле булыуынса, балалы ғаиләләрҙе ҡурсалауға ҡағылышлы яңы ҡануниәт үҙ көсөнә инде: республика властарының беренсе сабый өсөн 300 мең һумлыҡ ярҙамына өҫтәп, Рә­сәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуына ярашлы, балаға йәш ярым тулғансы ай һайын туғыҙар мең һум түләп барасаҡтар. Ғаиләлә икенсе йә өсөнсө сабый тыуһа, беренсел торлаҡ баҙарында фатир һатып алыуға бирелгән ипотека кредиты буйынса ставка алты процентҡа саҡлы кәметелергә тейеш. Өсәү булһалар, ғаиләне бушлай ер майҙаны һәм балаларға өс йәш тулғансы ай һайын туғыҙар мең һум көтә.
Бөтә был ҡыуаныслы хәбәрҙәр алдағы осорҙа республикабыҙҙа һәм тотош илдә демографик хәлдең яҡшырыуына өмөт уята.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523