Быйылғы йыл Өфөләге Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Башҡортостандың дөйөм демографик хәле өсөн ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды: өс игеҙәк бала донъяға килде. Уларҙың әсәһе, Нефтекама ҡыҙы Гүзәл Нурғәлиева, һәм сабыйҙар үҙен яҡшы тоя.Табиптар быны һирәк була торған хәл тип иҫәпләй. Былтыр, мәҫәлән, өс игеҙәк беҙҙең республикала ике тапҡыр ғына тыуған. Шуны иҫәпкә алып, буласаҡ әсәнең йөклөлөк осоро тулыһынса Өфө табиптары күҙәтеүе аҫтында булған. Был ваҡыт аҙағына ете килограмдан ашыу ауырлыҡты күтәреп йөрөргә мәжбүр булған ҡатын балаларын табиптар ярҙамынан тыш тыуҙыра алмаҫ та ине, тип иҫәпләй белгестәр.
– Бәпестәрҙе тыуған көндө үк әсәһе янына палатаға һалдылар, – ти республика клиник дауаханаһының бала табыу бүлексәһе мөдире Эльза Хәмиҙуллина. – Был сабыйҙарҙың үҙҙәренең һаулығы өсөн дә, әсә операциянан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫһын өсөн дә кәрәк.
Әйткәндәй, 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарата төндә республикала 17 бала донъяға килгән, шуларҙың ун бере – ҡыҙҙар. Октябрьский ҡалаһындағы ҡыҙсыҡ хатта Кремль куранттары һуғып туҡтау менән үк – төнгө 00 сәғәт 03 минутта – тыуған. Сағыштырыу өсөн: былтырғы Яңы йыл төнөндә 13 бала донъяға тәүге ауазын һалған икән.
Йыл башынан, билдәле булыуынса, балалы ғаиләләрҙе ҡурсалауға ҡағылышлы яңы ҡануниәт үҙ көсөнә инде: республика властарының беренсе сабый өсөн 300 мең һумлыҡ ярҙамына өҫтәп, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуына ярашлы, балаға йәш ярым тулғансы ай һайын туғыҙар мең һум түләп барасаҡтар. Ғаиләлә икенсе йә өсөнсө сабый тыуһа, беренсел торлаҡ баҙарында фатир һатып алыуға бирелгән ипотека кредиты буйынса ставка алты процентҡа саҡлы кәметелергә тейеш. Өсәү булһалар, ғаиләне бушлай ер майҙаны һәм балаларға өс йәш тулғансы ай һайын туғыҙар мең һум көтә.
Бөтә был ҡыуаныслы хәбәрҙәр алдағы осорҙа республикабыҙҙа һәм тотош илдә демографик хәлдең яҡшырыуына өмөт уята.