Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин йәшәгән йортто кем төҙөгән?
Мин йәшәгән йортто кем төҙөгән?Ерҙән 25 метр өҫтә баҫып торабыҙ, ел һыҙғыра. Йылдан-йыл күркәмләнә барған Стәрлетамаҡ ҡалаһы ус төбөндәгеләй генә күренә. Офоҡта байып барған ҡояш нурҙары был матурлыҡты тағы ла йәмләндереп ебәрә. Шул уҡ ваҡытта тән зымбырлай: бер аҙым ситкә баҫтыңмы, аяҡ аҫтында бушлыҡ. Хәүефле, мауыҡтырғыс, һоҡландырғыс… Кемгәлер, эйе, романтика, ә кемдер өсөн көндәлек эш фоны ғына. Ташсылар бригадаһы сираттағы ҡаттың кирбестәрен һала, башня краны цемент иҙмәһен саҡ ҡуйып килтереп еткереп өлгөрә, етеҙ егеттәр “һә” тигәнсә ташып бөтөрә. Ғөмүмән, төҙөлөш гөрләй.
Йәшәгән йорттарыбыҙҙың, эш уры­нындағы биналарыбыҙҙың төҙөлөшөнә һирәк булһа ла иғтибар иткәнебеҙ бармы икән? Уйлай китһәк, нигеҙҙән алып күтәргән стеналарға, ябылған ҡыйыҡтарға, ҡуйылған тәҙрәләргә, түшәлгән иҙән-түбәләргә, буяуҙарға тиклем төҙөүсенең хеҙмәт емеше бит! Ә нисек башҡарыла ошо хеҙмәт? Баштараҡ әйткәнсә, ҡояштың сағыу мәленә, матур көнгә тура килдек, тик тәбиғәт һәр саҡ иркәләп тормай: өҫтән ямғыр ҙа яуа, ҡулдарҙы туңдырырлыҡ һыуыҡтар ҙа була, буранлай, йәйге һәм ҡышҡы селлә килә.
Хәйер, ҡыйынлыҡтар, һөнәр үҙенсә­лектәре бер һауа шарттарына ғына ҡайтып ҡалһа икән… Мәҫәлән, беҙ танышҡан бригада егеттәренә көнөнә нисәшәр күнәк иҙмә күтәрергә, кирбес ташырға тура килә. Ғөмүмән, еңелдән түгел төҙөүсе һөнәре. Килешәйек, ҡайһы бер ойошмаларҙың йылдар буйы эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләмәгәндәрен иҫәпкә алмағанда, табышлыҡҡа табышлы. Тик эшсе һөнәренең бәҫе юғалыуын иҫәпкә алһаҡ, былар ғына йәш кешелә төҙөүсе булырға тигән теләк уятамы икән?
— Кеше өсөн өйлө булыу – иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Ошо бәхеткә, йорттар төҙөп, саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙ менән бәхетлебеҙ, — ти ташсылар Владимир Горпунов менән Руслан Йөҙлөкбаев.
Тик йортло булыу — бер, торлағың күңелеңә ятыу ҙа шарт. Тырыш хеҙмәт емеше икән, тимәк, төҙөүсене маҡтай-маҡтай йәшәйһең.
— Командаға иң уңған һәм яуаплы егеттәрҙе генә йыйып алдым, — ти ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәре хаҡында бригадир Таһир Әхмәтов. – Көндәлөк норманы арттырып үтәйҙәр, береһе өсөн икенсеһе янып тора, эштәрен еренә еткереп башҡаралар, шундай төҙөүселәр нисек насар йорттар һалһын?
Егеттәр төҙөгән әлеге йортто “осларға” күп тә ҡалмаған — ике ҡат һалырға һәм монтаж эштәрен тамамларға.
Йорттар стенанан ғына тормай. Өйөңә яҡтылыҡ таратыусы тәҙрә уйыу мәшәҡәте лә бар. Уйылған урындарға сифатлы, матур һәм йылы тотҡан быяла ҡуйырға кәрәк. Шуға нигеҙ ҡороусы, стена күтәреүсе һымаҡ, “тәҙрәселәрҙең” дә оҫта булыуы шарт. Был йәһәттән Ишембай районында эшләп килгән “Төбәк тәҙрәләре” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән танышайыҡ.
Мин йәшәгән йортто кем төҙөгән?Ришат Аҡкөбәков менән Евгений Овсепьян барлыҡ көстәрен һалып тырыша. Баҡтиһәң, ситтән ҡарап торғанда еңел күренһә лә, тәҙрә ҡуйыуҙың да үҙенсә­лектәре етерлек икән.
— Тигеҙ, матур булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта сифат һәм хәүефһеҙлек хаҡында ла оноторға ярамай, – ти егеттәр хеҙмәт бурыстары хаҡында. – Ғөмүмән, дәүләт стандарттарына ярашлы итеп ҡуябыҙ. Һәр миллиметр иҫәпкә алына, саҡ ҡына ҡыйыш китһә, был тәҙрә ярығынан бер ни тиклем ваҡыт үткәс һыуыҡ ингәнен көт тә тор.
Хәүефһеҙлек, әлбиттә, беркетелгән тәҙрәләргә генә ҡағылмай, быяла үлсәп торғанда ла селпәрәмә килеүе ихтимал. Шуға предприятие хеҙмәткәрҙәренә етди талаптар ҡуя, йыл һайын имтихан тапшырыу, махсус курс үткәреү һымаҡ бурыстар ҙа йөкмәтә. Улай ғынамы һуң, хәҙерге тәҙрәләрҙең конструкцияһы элекке һымаҡ ике ағасты бергә ҡағыу түгел шул. Улар бер камералы, ике камералы, бер ҡапҡаслы… Нисек кенә булмаһын, Ришат менән Евгений — һөнәрҙәренә мөкиббән киткән егеттәр.
Шулай, тәҙрә ҡуйыу ҙа, кирбес һалыу һымаҡ, мәшәҡәтле эш. Шуға ла һөнәреңде яратырға кәрәк…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519