…
Ерҙән 25 метр өҫтә баҫып торабыҙ, ел һыҙғыра. Йылдан-йыл күркәмләнә барған Стәрлетамаҡ ҡалаһы ус төбөндәгеләй генә күренә. Офоҡта байып барған ҡояш нурҙары был матурлыҡты тағы ла йәмләндереп ебәрә. Шул уҡ ваҡытта тән зымбырлай: бер аҙым ситкә баҫтыңмы, аяҡ аҫтында бушлыҡ. Хәүефле, мауыҡтырғыс, һоҡландырғыс… Кемгәлер, эйе, романтика, ә кемдер өсөн көндәлек эш фоны ғына. Ташсылар бригадаһы сираттағы ҡаттың кирбестәрен һала, башня краны цемент иҙмәһен саҡ ҡуйып килтереп еткереп өлгөрә, етеҙ егеттәр “һә” тигәнсә ташып бөтөрә. Ғөмүмән, төҙөлөш гөрләй.Йәшәгән йорттарыбыҙҙың, эш урынындағы биналарыбыҙҙың төҙөлөшөнә һирәк булһа ла иғтибар иткәнебеҙ бармы икән? Уйлай китһәк, нигеҙҙән алып күтәргән стеналарға, ябылған ҡыйыҡтарға, ҡуйылған тәҙрәләргә, түшәлгән иҙән-түбәләргә, буяуҙарға тиклем төҙөүсенең хеҙмәт емеше бит! Ә нисек башҡарыла ошо хеҙмәт? Баштараҡ әйткәнсә, ҡояштың сағыу мәленә, матур көнгә тура килдек, тик тәбиғәт һәр саҡ иркәләп тормай: өҫтән ямғыр ҙа яуа, ҡулдарҙы туңдырырлыҡ һыуыҡтар ҙа була, буранлай, йәйге һәм ҡышҡы селлә килә.
Хәйер, ҡыйынлыҡтар, һөнәр үҙенсәлектәре бер һауа шарттарына ғына ҡайтып ҡалһа икән… Мәҫәлән, беҙ танышҡан бригада егеттәренә көнөнә нисәшәр күнәк иҙмә күтәрергә, кирбес ташырға тура килә. Ғөмүмән, еңелдән түгел төҙөүсе һөнәре. Килешәйек, ҡайһы бер ойошмаларҙың йылдар буйы эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләмәгәндәрен иҫәпкә алмағанда, табышлыҡҡа табышлы. Тик эшсе һөнәренең бәҫе юғалыуын иҫәпкә алһаҡ, былар ғына йәш кешелә төҙөүсе булырға тигән теләк уятамы икән?
— Кеше өсөн өйлө булыу – иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Ошо бәхеткә, йорттар төҙөп, саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙ менән бәхетлебеҙ, — ти ташсылар Владимир Горпунов менән Руслан Йөҙлөкбаев.
Тик йортло булыу — бер, торлағың күңелеңә ятыу ҙа шарт. Тырыш хеҙмәт емеше икән, тимәк, төҙөүсене маҡтай-маҡтай йәшәйһең.
— Командаға иң уңған һәм яуаплы егеттәрҙе генә йыйып алдым, — ти ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәре хаҡында бригадир Таһир Әхмәтов. – Көндәлөк норманы арттырып үтәйҙәр, береһе өсөн икенсеһе янып тора, эштәрен еренә еткереп башҡаралар, шундай төҙөүселәр нисек насар йорттар һалһын?
Егеттәр төҙөгән әлеге йортто “осларға” күп тә ҡалмаған — ике ҡат һалырға һәм монтаж эштәрен тамамларға.
Йорттар стенанан ғына тормай. Өйөңә яҡтылыҡ таратыусы тәҙрә уйыу мәшәҡәте лә бар. Уйылған урындарға сифатлы, матур һәм йылы тотҡан быяла ҡуйырға кәрәк. Шуға нигеҙ ҡороусы, стена күтәреүсе һымаҡ, “тәҙрәселәрҙең” дә оҫта булыуы шарт. Был йәһәттән Ишембай районында эшләп килгән “Төбәк тәҙрәләре” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән танышайыҡ.
Ришат Аҡкөбәков менән Евгений Овсепьян барлыҡ көстәрен һалып тырыша. Баҡтиһәң, ситтән ҡарап торғанда еңел күренһә лә, тәҙрә ҡуйыуҙың да үҙенсәлектәре етерлек икән.
— Тигеҙ, матур булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта сифат һәм хәүефһеҙлек хаҡында ла оноторға ярамай, – ти егеттәр хеҙмәт бурыстары хаҡында. – Ғөмүмән, дәүләт стандарттарына ярашлы итеп ҡуябыҙ. Һәр миллиметр иҫәпкә алына, саҡ ҡына ҡыйыш китһә, был тәҙрә ярығынан бер ни тиклем ваҡыт үткәс һыуыҡ ингәнен көт тә тор.
Хәүефһеҙлек, әлбиттә, беркетелгән тәҙрәләргә генә ҡағылмай, быяла үлсәп торғанда ла селпәрәмә килеүе ихтимал. Шуға предприятие хеҙмәткәрҙәренә етди талаптар ҡуя, йыл һайын имтихан тапшырыу, махсус курс үткәреү һымаҡ бурыстар ҙа йөкмәтә. Улай ғынамы һуң, хәҙерге тәҙрәләрҙең конструкцияһы элекке һымаҡ ике ағасты бергә ҡағыу түгел шул. Улар бер камералы, ике камералы, бер ҡапҡаслы… Нисек кенә булмаһын, Ришат менән Евгений — һөнәрҙәренә мөкиббән киткән егеттәр.
Шулай, тәҙрә ҡуйыу ҙа, кирбес һалыу һымаҡ, мәшәҡәтле эш. Шуға ла һөнәреңде яратырға кәрәк…