Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл июндә үткәрелгән “тура бәйләнеш” йомғаҡтары буйынса ил Хөкүмәтенә йомоштарҙы раҫланы. Улар йәш уҡытыусылар менән тәжрибәле педагогтар араһында хеҙмәт хаҡындағы айырманың ҙур булыуын бөтөрөүҙе һәм амбулатор шарттарҙа хеҙмәтләндергән медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәүе мәсьәләһен хәл итеүҙе күҙ уңында тота.

Уҡытыусыларға ҡағылышлы булғаны быйылғы 1 сентябргә тиклем үк үтәлергә тейеш. Унан алда Хөкүмәт төбәктәрҙәге юл фондтарын финанслауҙы арттырыу проблемаһын да уңышлы атҡарырға тейешле. Бының өсөн автомобиль яғыулығы һәм майы өсөн алынған акцизды бүлгеләүҙе үҙгәртергә тура киләсәк.
Йыл аҙағына саҡлы “Алыҫ Көнсығыш гектары”н теләгән бер кешегә биреү буйынса механизмды ябайлаштырырға, уның йоғон­тололоғон яҡшыртырға, торлаҡ һалынған урындарҙа магистраль торба үткәргестәрҙең хәүефһеҙ­леген тикшерергә, Көнсығыш Себерҙе, Алыҫ Көнсығышты үҙ­ләш­тергәндә ваҡытлыса торлаҡта урынлашҡан һәм әле лә шунда йәшәгәндәргә заманса фатирҙар бирергә тура киләсәк.

* * *

Хәҙер хеҙмәт баҙарында “дистанцияла эш” тигән төшөнсә ныҡлап тамыр йәйҙе. Асылы шунда: хеҙмәткәр, ойошма урынлашҡан йортҡа килмәйенсә генә, үҙ өйөндә эшләп ултыра, йәғни етәксенең йөкләмәләрен интернет аша ала, үтәлгәнен дә шул уҡ юл менән ебәрә. Яңы ҡануниәт был шарттарға үҙгәреш индерҙе.

Кемерево өлкә суды беренсе булып был ғәмәлде тормошҡа ашырып була икәнлеген күрһәтте. Баҡһаң, бер хеҙмәткәр етәксенең ойошмаға килеп эшләргә ҡушы­уын үтәүҙән баш тартҡан икән. Хеҙмәт килешеүендә уның дистанцияла эшкә алыныуы тура­һында аныҡ әйтелгән. Ләкин эш биреүсе был килешеүҙе үҙгәр­тергә булған һәм ошо турала хеҙмәткәргә алдан хәбәр иткән. Тегеһе риза булмағас, уны эштән бушатҡандар. Ойошма вәкилдәре судта үҙҙәрендә структур үҙгәреш­тәр барыуын, бойороҡтоң ҡану­ниәткә ҡаршы килмәүен иҫбатлаған.

* * *

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы әйләнештә булмаған ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәр өсөн һалымды арттырыу тураһындағы закон проектын әҙерләне. Дәүләт ер күҙәтеүе органдары был
турала һалым инспекцияһына ваҡытында хәбәр итергә тейеш буласаҡ.

Бының өсөн улар ер хужаһына уның биләмәһенең йәки майҙан­дың бер өлөшөнөң әйләнештә булмауы һәм был хәлде төҙәтергә кәрәклеге хаҡында тәүҙә иҫкәртеү ебәрә, шунан ун көн үтеүгә һалым инспекторҙарына ла мәғлүмәт бирә. Проект авторҙары раҫлауынса, был үҙгәреш ерҙе йоғонтолораҡ файҙаланырға мәж­бүр итәсәк, юғиһә һалымды файҙаланылмай ятҡан ер өсөн дә түләү милексегә һис ауыр түгел икән.

* * *

Микрофинанслау ойошмаһынан ҡыҫҡа ваҡытҡа ҙур булмаған суммаға кредит алып та, бурысын түләү мөмкинлеге булмағандарҙың фажиғәһе йәмәғәтселекте күптән борсой. Яңыраҡ Рәсәй Банкы ундай кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлауҙың нигеҙ стандарттарын булдырҙы.

Быйылғы 1 июлдән башлап микрофинанс ойошмаһы ҡыҫҡа ваҡытлы (30 көнгә саҡлы) кредитты йылына ун мәртәбәнән ашыу бирә, һәм бер килешеүҙе ете тапҡырҙан ашыуыраҡҡа оҙайта алмай. Артабан был сикләү ҡатыраҡ буласаҡ: 2019 йылда кредиттар һаны йылына туғыҙҙан да күберәк булмаясаҡ. Берәүһен түләп бөтмәй тороп, икенсеһен биреү ҙә тыйыла.
Бынан тыш, кредитор бурыслы кешенән йылына кәмендә бер тапҡыр уның хеҙмәт хаҡы йәки башҡа килеме тураһында белеш­мә талап итергә хоҡуҡлы. Бирел­гән аҡса 30 мең һумдан ашып киткән осраҡта, был ойошма ошо клиенттың суд аша яуаплылыҡҡа тарттырылғанмы, юҡмы икәнле­ген, ә 100 мең һумдан ашыу бул­ған хәлдә күсемһеҙ мөлкәтенең барлығын да асыҡлай ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521