Ҡыҫҡаса11.07.2017
Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл июндә үткәрелгән “тура бәйләнеш” йомғаҡтары буйынса ил Хөкүмәтенә йомоштарҙы раҫланы. Улар йәш уҡытыусылар менән тәжрибәле педагогтар араһында хеҙмәт хаҡындағы айырманың ҙур булыуын бөтөрөүҙе һәм амбулатор шарттарҙа хеҙмәтләндергән медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәүе мәсьәләһен хәл итеүҙе күҙ уңында тота.
Уҡытыусыларға ҡағылышлы булғаны быйылғы 1 сентябргә тиклем үк үтәлергә тейеш. Унан алда Хөкүмәт төбәктәрҙәге юл фондтарын финанслауҙы арттырыу проблемаһын да уңышлы атҡарырға тейешле. Бының өсөн автомобиль яғыулығы һәм майы өсөн алынған акцизды бүлгеләүҙе үҙгәртергә тура киләсәк.
Йыл аҙағына саҡлы “Алыҫ Көнсығыш гектары”н теләгән бер кешегә биреү буйынса механизмды ябайлаштырырға, уның йоғонтололоғон яҡшыртырға, торлаҡ һалынған урындарҙа магистраль торба үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген тикшерергә, Көнсығыш Себерҙе, Алыҫ Көнсығышты үҙләштергәндә ваҡытлыса торлаҡта урынлашҡан һәм әле лә шунда йәшәгәндәргә заманса фатирҙар бирергә тура киләсәк.
* * *
Хәҙер хеҙмәт баҙарында “дистанцияла эш” тигән төшөнсә ныҡлап тамыр йәйҙе. Асылы шунда: хеҙмәткәр, ойошма урынлашҡан йортҡа килмәйенсә генә, үҙ өйөндә эшләп ултыра, йәғни етәксенең йөкләмәләрен интернет аша ала, үтәлгәнен дә шул уҡ юл менән ебәрә. Яңы ҡануниәт был шарттарға үҙгәреш индерҙе.
Кемерево өлкә суды беренсе булып был ғәмәлде тормошҡа ашырып була икәнлеген күрһәтте. Баҡһаң, бер хеҙмәткәр етәксенең ойошмаға килеп эшләргә ҡушыуын үтәүҙән баш тартҡан икән. Хеҙмәт килешеүендә уның дистанцияла эшкә алыныуы тураһында аныҡ әйтелгән. Ләкин эш биреүсе был килешеүҙе үҙгәртергә булған һәм ошо турала хеҙмәткәргә алдан хәбәр иткән. Тегеһе риза булмағас, уны эштән бушатҡандар. Ойошма вәкилдәре судта үҙҙәрендә структур үҙгәрештәр барыуын, бойороҡтоң ҡануниәткә ҡаршы килмәүен иҫбатлаған.
* * *
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы әйләнештә булмаған ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәр өсөн һалымды арттырыу тураһындағы закон проектын әҙерләне. Дәүләт ер күҙәтеүе органдары был
турала һалым инспекцияһына ваҡытында хәбәр итергә тейеш буласаҡ.
Бының өсөн улар ер хужаһына уның биләмәһенең йәки майҙандың бер өлөшөнөң әйләнештә булмауы һәм был хәлде төҙәтергә кәрәклеге хаҡында тәүҙә иҫкәртеү ебәрә, шунан ун көн үтеүгә һалым инспекторҙарына ла мәғлүмәт бирә. Проект авторҙары раҫлауынса, был үҙгәреш ерҙе йоғонтолораҡ файҙаланырға мәжбүр итәсәк, юғиһә һалымды файҙаланылмай ятҡан ер өсөн дә түләү милексегә һис ауыр түгел икән.
* * *
Микрофинанслау ойошмаһынан ҡыҫҡа ваҡытҡа ҙур булмаған суммаға кредит алып та, бурысын түләү мөмкинлеге булмағандарҙың фажиғәһе йәмәғәтселекте күптән борсой. Яңыраҡ Рәсәй Банкы ундай кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлауҙың нигеҙ стандарттарын булдырҙы.
Быйылғы 1 июлдән башлап микрофинанс ойошмаһы ҡыҫҡа ваҡытлы (30 көнгә саҡлы) кредитты йылына ун мәртәбәнән ашыу бирә, һәм бер килешеүҙе ете тапҡырҙан ашыуыраҡҡа оҙайта алмай. Артабан был сикләү ҡатыраҡ буласаҡ: 2019 йылда кредиттар һаны йылына туғыҙҙан да күберәк булмаясаҡ. Берәүһен түләп бөтмәй тороп, икенсеһен биреү ҙә тыйыла.
Бынан тыш, кредитор бурыслы кешенән йылына кәмендә бер тапҡыр уның хеҙмәт хаҡы йәки башҡа килеме тураһында белешмә талап итергә хоҡуҡлы. Бирелгән аҡса 30 мең һумдан ашып киткән осраҡта, был ойошма ошо клиенттың суд аша яуаплылыҡҡа тарттырылғанмы, юҡмы икәнлеген, ә 100 мең һумдан ашыу булған хәлдә күсемһеҙ мөлкәтенең барлығын да асыҡлай ала.